«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Зөлхизә Аҫылбаева: «Һәр көндөң йәмен күрә беләйек»



25.10.2011 Зөлхизә Аҫылбаева: «Һәр көндөң йәмен күрә беләйек»

Зөлхизә Аҫылбаева: «Һәр көндөң йәмен күрә беләйек»
Мин ожмахҡа тиң Бөрйән районының Яуымбай ауылынан булам. Быйыл үҙемдең ун һигеҙенсе көҙөмдө ҡаршылайым. Сибай ҡалаһында сауҙа-иҡтисад колледжында икенсе курста уҡып йөрөйөм. Бухгалтер һөнәрен үҙләштерәм.
Иң яҡты хыялым − үҙемде сәнғәт өлкәһендә табыу. Бәләкәйҙән йыр-моңға ғашиҡмын, күңел төшкәндә шиғырҙар ҙа ижад итәм. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, донъяның йәмен күреп, һәр көнөмдө файҙалы итеп үткәрергә тырышам.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға