20.09.2011 Һүҙ – көслө ҡорал
Матбуғат һүҙенең көсө нимәлә? Сер түгел, ҡайһы берҙә ябай ғына бер мәсьәләне хәл итеү өсөн дә ҙурҙан ҡубып мәҡәлә сығарырға кәрәк була. Гәзит-журнал хәбәрсеһе үҙ уҡыусыһын борсоған, йән һыҙлауына әүерелгән проблемаларынан ситтә ҡала алмай. Сөнки халыҡтың асыҡтан-асыҡ һөйләшеү урынына әүерелгән матбуғат көндәлек тормошто бар тулылығында яҡтырта алыуы, тормош дөрөҫлөгөн бар асылында күрһәтә белеүе менән көслө. Уҡыусы унда үҙ яҡлаусыһын да күрә. Ә гәзиттә тәнҡит аҡһай икән, ул бер нисек тә уҡымлы була алмай.
«Өмет» республика татар йәштәре гәзитендә уҡыусыларҙың хоҡуҡи һәм социаль-көнкүреш проблемаларына арналған «Алло, «Өмет» тыңлай», «Ни өсөн шулай?» рубрикаларын халыҡсан булғаны өсөн гәзит уҡыусылар үҙ итеп өлгөрҙө. Улар, редакцияға шылтыратып, күңелдәрен борсоған проблемалар тураһында бәйән итә, һорауҙарына яуап таба ала. «Элек йәмғиәттә матбуғаттың йоғонтоһо көслө ине. Үҙем «Кызыл таң» гәзите, «Һәнәк» журналында эшләп киткән кеше булараҡ, һығымта яһай алам. Тәнҡит мәҡәләһе сығыуы була, ул мәсьәлә тиҙ арала хәл ителә. Хатта «итәктәренә ут ҡапҡан» етәкселәр, борсолоп, йәһәтләп редакцияға килеп етә ине. Һуңғы йылдарҙа тәнҡит мәҡәләләрен гәзиттә баҫтырабыҙ, ә һөҙөмтәһе булмай башланы. Хатта беҙгә, юҡ-бар яҙаһығыҙ, матбуғат «тешһеҙ», тип тә әйтеүселәр табылды. Хаттар ғына көтөп ятмаҫҡа булдыҡ, махсус телефонға шылтыратыуҙар ҙа ҡабул итә башланыҡ», – тип һөйләй рубриканың булдырылыу тарихы тураһында «Өмет» гәзитенең баш мөхәррире Рәдис Ғилуан улы Ноғоманов.
Уҡыусыларҙың шылтыратыуҙары, хаттары буйынса журналистар, ваҡиғаларҙың, факттарҙың асылына төшөнөп, улар артында ятҡан күренештәрҙе лә тәфсирләп, мәҡәләләр баҫтыра, рәсми органдарҙан, етәкселәрҙән яуаптар ала. Был рубрика гәзит уҡыусыны власть менән бәйләп тороусы ролен дә уйнай. Бер кем өсөн дә яңылыҡ түгел: күпме тапҡыр чиновниктарҙың тупһаларын тапап та, үҙенең мөрәжәғәтенә компетентлы яуап ала алмаусылар беҙҙең арала ла байтаҡ. Гәзит йөҙөндә үҙ яҡлаусыһын тапҡан ярҙам һораусының үтенесенә журналистың да килеп ҡыҫылыуы хәлде бөтөнләй үҙгәртеп ебәрә.
Пособие, пенсия юллауҙа ярҙам һорау, утһыҙ урамдар, газһыҙ ауылдар, етәкселәрҙең закон сиктәренән сығып эш итеүе, пай ерҙәрен ала алмау… Халыҡтың бер генә һорауын да йәштәр гәзите яуапһыҙ ҡалдырмаҫҡа тырыша. Һәр фактты урынға барып тикшереп, ҡоро тәнҡит мәҡәләһе яҙыу ғына түгел, халыҡҡа асыҡтан-асыҡ етәкселәрҙең аныҡ яуабын еткереү һөҙөмтә бирмәй ҡалмай. Октябрьский ҡалаһынан ятаҡта йәшәүсе бер төркөм кешенән хат килеп төшә. Улар йорттарының сит өлкә кешеһенә һатылыуы, шунлыҡтан тиҙҙән торлаҡтан сығарыласаҡтары тураһында хәбәр итә. «Өмет»тәр, закон һағында тороусыларҙы ла эшкә егеп, урынға барып тикшереү үткәрә, ундағы халыҡҡа хоҡуҡтарын аңлата. Һөҙөмтәлә суд, торлаҡ йорт законһыҙ һатылған, тигән ҡарар сығара. Әгәр ҙә әлеге ғәҙелһеҙлек йәмәғәтселек иғтибарына сығарылмаһа, күптәр йәшәр урынынан да яҙыр ине, моғайын. Әлбиттә, гәзит хоҡуҡ һаҡлау органы түгел, әммә уның проблемаға битараф ҡалмауы мәсьәләне хәл итеүгә барыбер ниндәйҙер бер этәргес бирә, уйланырға мәжбүр итә.
Саҡмағош районының бер ауылынан халыҡ, баҫыуға ағыу һиптереүҙән күпләп бал ҡорттары, мал үлә, тип яҙып ебәрә. Редакция хат менән бергә район хакимиәтенең «шыма» ғына бирелгән яуабын да бирә һәм аҙағынан был проблемаға күҙ йомоп ҡараусыларҙың намыҫына тейһен өсөн «Кем ялғанлай?» тип һорау ҙа ҡуя. Гәзит аҡыл һатыу урыны түгел, әммә һүҙ – көслө йоғонтоло ҡорал.
Гәзиттең баш мөхәррире: «Йәштәр гәзитендә артыҡ дөрөҫ булырға тырышып ҡыланыу ҙа урынһыҙ, әммә беҙ тураһын әйтеп яҙырға бурыслыбыҙ», – тигән фекерҙә.
Халыҡ барометр кеүек һиҙгер, илдә, республикала барған бер генә ваҡиғаға ла битараф түгел. Бөгөнгө көн күҙлегенән сығып, проблеманың асылына төшөнөп яҙылған мәҡәләләр гәзиттең аналитик мәғлүмәт бушлығын ғына тулыландырмай, ә уҡыусыларҙы борсоған көнүҙәк һорауҙарға ла яуап эҙләй. «Ни өсөн шулай?» рубрикаһы аҫтында сыҡҡан мәҡәләләр проблема күтәреү даирәһенең киң булыуы, уларҙы төрлө яҡлап яҡтыртып, был өлкәгә яуаплы кешеләрҙең дә фекерҙәрен еткерә алыуы менән үтемле. Ни өсөн беҙҙә нефть запасы ла күп, уны эшкәртеүсе заводтар ҙа бар, ә бензин ҡиммәт? Ниңә төҙөлөш материалдары үҙебеҙҙә күпләп етештерелеп тә, торлаҡҡа хаҡтар буй еткеһеҙ? Журналист, тикшереү үткәреп, гәзит битендә ошо һорауҙарға яуап эҙләй. Хәбәрсе Яҙгөл Юнысованың тәрән фекерләү ҡеүәһе, үткерлеге менән айырылып торған мәҡәләләрен уҡыусылар айырыуса йылы ҡабул итә. Уның был рубрика аҫтында сыҡҡан яҙмалары жюри тарафынан юғары баһаланып, журналистар өсөн тәғәйенләнгән «Бәллүр ҡәләм» («Хрустальное перо») конкурсы лауреаты ла булған. Әлбиттә, журналистарҙың һәр саҡ алғы һыҙыҡта булыуы, ваҡиғалар эсендә ҡайнап йәшәүе мөһим. Сөнки йәмәғәтселек менән улар ҙа бик күп ҡатмарлы мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙамлаша. «Өмет» гәзитенең борсоулы сигналдар буйынса хаттар баҫып, тикшереп, халыҡтың социаль проблемаларын хәл итеүгә, уларға компетентлы органдарҙан яуаптар алыуға булышлыҡ итеү маҡсатында булдырған «Алло, «Өмет» тыңлай», тормош дөрөҫлөгөн асып яҙылған «Ни өсөн шулай?» рубрикалары өҫтөндә эшләгән проект авторы Рәдис Ноғоманов, рубриканы алып барыусылар Руфина Хәсәнова, Яҙгөл Юнысоваларҙың хеҙмәте, һис шикһеҙ, абруйлы журналистар премияһына лайыҡ. Сөнки өс йыл дауамында алып барылған был рубрикаларҙа күпме тәнҡит хаты тикшерелеп, етешһеҙлектәр ыңғай яҡҡа хәл ителгән, проблемалар «үле нөктә»нән ҡуҙғалған, гәзит уҡыусы мәңге хәл ителмәҫтәй тойолған һорауына «Өмет» ҡатнашлығында яуап тапҡан.
З. ЙӘҺҮҘИНА.