«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Гөлмирә ХУЖӘХМӘТОВА: «Был донъяла кеше һәр саҡ нимәгәлер ынтылырға, эҙләнергә тейеш»



06.09.2011 Гөлмирә ХУЖӘХМӘТОВА: «Был донъяла кеше һәр саҡ нимәгәлер ынтылырға, эҙләнергә тейеш»

Гөлмирә ХУЖӘХМӘТОВА: «Был донъяла кеше һәр саҡ нимәгәлер ынтылырға, эҙләнергә тейеш»
Мин 9 августа хозур тәбиғәтле Ишембай районында өсөнсө бала булып донъяға килгәнмен. Тәбиғәт ҡосағында үҫкәнгәме, уның бөгөнгө торошо хафаға һала. Шуға ла үҙемде киләсәктә экология белгесе итеп күҙ алдына килтерәм. Әле Башҡорт дәүләт аграр университетында икенсе курста уҡып йөрөйөм. Сигергә, тегергә яратам. Был мауығыу әсәйемдән бирелгән. Китап уҡыуҙы ла үҙ итәм. Тирә-яҡты, кешеләрҙе фотоға төшөрөү оҡшай. Хыялым – донъя буйлап сәйәхәт итеү, бигерәк тә Мысырҙағы пирамидаларҙы күреү. Рәми Ғариповтың шиғырындағы:
Ғүмер буйы эҙлә бәхетеңде,
Бәхетлеһең, әгәр эҙләһәң,
– тигән һүҙҙәр ынтылыштарымдың асылына тап киләлер, тип иҫәпләйем.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға