11.09.2010 Ну, Әптерәй...
1945 йылдың апрель аҙаҡтары... Дошман, ғүмеренең ахырыһын аңлаған яралы йыртҡыс кеүек, бөтә ерҙә аяуһыҙ ҡаршылыҡ күрһәтә... Әлегә тиклем башҡорт атлыларын һәр ерҙә – ауылдарҙа, ҡалаларҙа ҙур ҡыуаныс менән ҡаршы алһалар, фашизмдың төйәге – Германия еренә аяҡ баҫҡас, һәр һалдат бында уларҙы ҡолас йәйеп көтмәгәндәрен бик тиҙ аңланы. Элек ҡурҡыныс тик алдан ғына булһа, бында үлем һәр яҡтан – алдан да, арттан да, уңдан да, һулдан да һағалай. Төп көстәрҙән башҡа, ваҡ төркөмдәргә туҙҙырып таратылған фрицтар, йә булмаһа, һуңғы ваҡытта Гитлер ҡоралға ҡуйған үҫмерҙәр һис уйламағанда, көтмәгән урындарҙан ут аса, ғәзиз ғүмерҙәрҙе ҡыя ине. Һуғышта үлемдән башҡа барыһына ла өйрәнергә, күнегергә була ул... Ә бына һуғыш тамамланып килгәндә был бигерәк тә үкенесле. Шулай, Берлинға яҡынлашҡан һайын шайморатовсылар араһында ла аңһыҙ, аҡланмаған юғалтыуҙар күбәйҙе...
... Разведчик Ямалетдинов Әптелғәлим иҫ киткес тәбиғәтле кеше ине. Хоҙай унан бер нәмә лә йәлләмәгән: төҫө, буй-һыны тиһеңме – ысын ир өлгөһө. Алсаҡ, ярҙамсыл, шаян һәм һис ҡайғырыу белмәгән һалдатты эскадронда бик яраталар ине. Ә инде уның немец самолетының көпшәһенән эшләнгән ҡурайҙа уйнауы – һушың китерлек. Тик шуныһы, Әптелғәлим һәр саҡ тик һағышлы көйҙәрҙе генә һыҙҙырҙы. Кемдәрҙер: «ҡуйсәле, ниңә шулай йөрәкте йыртаһың? Уйна инде күңеллеһен...» – тиһә, ҡуйы мыйығы аҫтынан йылмайып: «Бына Берлинға барып етәйек әле...» – тип яуап бирер булды. Күңелендәге аһ-зарҙы йәшерә белә ине разведчик. Быны тик дуҫы Ғәйфулла ғына аңлай. Әптелғәлим ата-әсәһен белмәй, туғандары ла юҡ. Ул балалар йортонда тәрбиәләнгән. Уҡыуҙы алтын миҙал менән тамамлаған, киләсәккә ҙур өмөттәр биргән егет, яман шайкаға эләгеп, уғрылыҡ юлына баҫа, ултырып та сыға. «Их, йәшәүҙең ҡәҙерен һуғышҡа ингәс кенә белдем... Алла бирһә, иҫән-һау ғына әйләнеп ҡайтһам...» – тип хыялланғандары аҙ булманы уның.
ҡыйыу разведчик тураһында, тыңлаһаң, көлкөнән шартлап үлерлек мәҙәктәр йөрөй шайморатовсылар араһында. «Ю-уҡ, арттыралар, шыттыралар... Кемделер берәүҙе Чапайға әйләндереп һөйләргә кәрәк бит инде...» – тип уйлаған Ғәйфуллаға уйламағанда уларҙың береһенә үҙенә лә шаһит булырға тура килде. Шунан ғына ул дуҫына «Ну, Әптерәй» тигән ҡушаматты юҡҡа бирмәгәндәренә ышанды.
Был хәл Украина ерендә булды. Дошманды эҙәрләп һуғышып йөрөй торғас, эскадрон билдәһеҙ ергә «кәйелеп» килеп сыҡты. Шуға күрә лә, эскадрон командиры һанаулы ғына разведчикты ваҡ төркөмдәргә бүлеп, тирә-яҡты байҡап сығырға ҡушты. Үҙҙәренең етешмәгәнлегенә һылтанып, Әптелғәлим разведка начальнигынан инәлеп-ялбарып, пулеметсы Ғәйфулланы ла үҙе менән алды. «Әйҙә, минең менән ҡултыҡ аҫтынан ел уҙғарып йөрөп ҡайт әле... Пулеметың ял итһен...» – тип шаяртҡан булды дуҫын.
Дошман тылында улай-былай һуғыла торғас, дүрт разведчик бәләкәй генә утарға килеп сыҡты. Бында урам тулы техника, немец һалдаттары ла мыжғып тора. Офицерҙар күп күренгән йорт утар уртаһындараҡ булғас, разведчиктар ашыҡманы, уның кәртәһе артындағы бейек әрем үләндәре араһына барып боҫто ла, ҡараңғы төшкәнен көтөргә булды. Көнө-төнө аяҡ өҫтөндәге һалдаттарға тыуған яҡты хәтерләткән танһыҡ, ҡәҙерле еҫтәр аңҡытҡан был ҡыуаҡлыҡта бер юлы ял итеп алырға ла йәтеш урын ине. Ләкин, серәкәйҙәр «һыйлап», хәрәкәтһеҙ ятыу үҙе бер язаға әйләнде. Күпме ваҡыт үткәндер инде, Әптелғәлим, улай-былай борғолана торғас, түҙемһеҙлек күрһәтеп:
– Иптәш сержант, минең эс бора. Бушатырға ине... – тип бәлә һалды.
Командиры:
– Ну, Әптерәй, тапҡанһың ваҡыт... Ярай, ошонда ғына ултыр ҙа ҡуй... Юғиһә немецтар күреп ҡалыр, – тип шыбырланы, сырайы һытылып. Тегенеһе:
– ҡуйсәле, иптәш сержант, көләһеңме әллә? Шунан кискә хәтлем минең һаҫыҡты еҫкәп ятабыҙмы ни? – тип ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Сержант асыуынан саҡ ҡысҡырып ебәрмәне:
– Ну, Әптерәй... Ну, артист... Бар, күҙемдән юғал, ана, арыраҡ кит. Тик ултырып түгел, ятып ярау ит... – тип асыу менән ҡулын һелтәне. Һалдаты, ҡояштай балҡып, көрһөндө лә, эргәһендә ятҡан Ғәйфуллаға күҙ ҡыҫып, арты менән шыуышып күҙҙән юғалды. Әллә үҙҙәрендәге кеүек йөрөгән немец офицерҙарына, әллә аяуһыҙ талаған серәкәйҙәргә һарыуы ҡайнап, сержант асыулы йөҙ менән һалдаттарына күҙ йөрөтөп сыҡты ла, Әптелғәлим иҫенә төштө шикелле:
– Теге сы...ҡ ҡайҙа олаҡты, әллә нәжесенә батып ятамы икән? – тип борсолдо. Шул ваҡытта алда үлән ҡыштырлағаны, кемдеңдер немецса шыбырлауы ҡолаҡҡа салынды. Разведчиктарҙың автомат көбәктәре тауыш килгән яҡҡа төбәлде. Улар үҙ күҙҙәренә ышанманы: алдарында – ауыҙына ҡағыҙ бөкө тығылған офицер кителендәге немец, ә артынан: «Шнель, шнель...» – тип ҡабаландырып, уның яланғас осаһына фуражка менән һуға-һуға, «бушанырға» киткән Әптелғәлим шыуыша ине. Быны күргән сержант нишләргә белмәй аптырап ятты ла, тиҙ генә үҙен ҡулға алды:
– Ну, Әптерәй, ҡасан бөтә һинең кәмиттәрең? ҡайҙа ебәрҙем мин һине, ниңә улай рөхсәтһеҙ баш-баштаҡланаһың? Быныңдың ыштаны ҡайҙа, нимә, шулай алып ҡайтмаҡсы булаһыңмы? – тип һалдатын «бешә» башлағайны, разведчик, сырайын һытҡан булып: «Ғәфү итегеҙ, иптәш сержант... Шулай килеп сыҡты инде. Уның да эсе киткән булған, бәҙрәфтә ҡағыҙы менән бүлешмәгәйне, шуға асыу килде лә... Бына һеҙгә алып килдем», – тип шыбырланы. Шунан, командиры ышанһын өсөнмөлөр: «Шулай бит, герр офицер?» – тип «тел»дең ҡабырғаһына ҡаты итеп төртөп ебәрҙе. Уныһы, күҙҙәрен аҡайтып, башып һелккеләне, танау эсенән ниҙер мығырланы. Быны күҙәткән разведчиктар, көлөп ебәреүҙән саҡ-саҡ тыйылып, ауыҙҙарын устары менән ҡаплап ята бирҙе. Әптелғәлим сержантынан кире әйләнеп, офицерҙың галифеһын, итектәрен алып килергә рөхсәт һорағайны, булманы. «Ну, Әптерәй»гә үҙенең эске ыштан-кальсонын һалып бирергә тура килде.
Кире әйләнеп ҡайтҡас, шайморатовсылар, разведчиктар араһында кикереге төшкән әтәс кеүек атлаған ап-аҡ ыштанлы обер-лейтенантты күреп, эстәре ҡатҡансы көлдө һәм тиҙҙән, бындай чиндағы «тел» эләккәс, тағы рейдҡа сығасаҡтарына ҡыуанды. Егеттәренең ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көткән разведка начальнигы, капитан Абдуллин ҡыуанысынан башта мәрәкәләргә тотондо:
– Ә был нимә тағы? Һеҙ нимә, иптәш сержант, офицерҙан улай көләһегеҙ? Һис ярамаған эш бит был, – тип ҡаҙалды. ҡыҙҙар һымаҡ ҡыҙарып-бүртенеп баҫып торған сержант Әптелғәлимгә ымланы ла: «Һеҙ иптәш капитан, унан һорағыҙ», – тине үпкәле тауыш менән. Абдуллин кинәт етди ҡиәфәткә инде лә: «Ярай, егеттәр, был «бүләгегеҙ» өсөн ҙур рәхмәт. Хәҙер үк уны штабҡа илтеп ҡуйығыҙ. Ә һин сержант Ямалетдиновҡа рапорт яҙ, тейешле язаға тарттырырбыҙ», – тип әмер бирҙе.
Был мәрәкә хәл атлылар араһында йәшен тиҙлегендәй таралды һәм улар ҡайҙа булһа ла разведчикҡа, «Ну, Әптерәй! Һөйлә әле, нисек һеҙ немец офицеры менән бәҙрәфтә уртаҡ тел таба алманығыҙ?» – тип көлөп, үтергә бирмәне. Ә уныһы: «Ниндәй яза бирһәләр ҙә бирһендәр, тик разведканан ғына алмаһындар», – тип ҡайғырып йөрөнө. Күпмелер ваҡыт үткәс, ысынлап та, Әптелғәлимде полк штабына саҡырттылар. Билдәһеҙлектән һөмһөрө ҡойолған разведчик командирынан белешеп маташҡайны, уныһы, нимә өсөн икәнлеген белһә лә: «Ну, Әптерәй... Һуң, теге мәлдә офицерға биргән кальсоныңды ҡайтарып бирәләр инде», – тип көлдө лә ҡуйҙы. Ә кисен эскадронда шау-гөр килеп Әптелғәлимдең ыштанын түгел, ҡыҙыл йондоҙ орденын «йыуҙылар».
Шаян разведчик һаман ҡанына һеңгән холҡон ташламаны, уның мажаралары ишетелеп торҙо: йә «тел» менән ҡуша граммофон, унан ҡалһа, тоҡ менән картуф һөйрәттереп алып ҡайта.
Германия еренә ингәс, Ғәйфуллаға уның менән һирәк осрашырға тура килде. Аңлайышлы инде, дошмандың өңөнә яҡынлашҡан һайын һалдаттарҙа көсөргәнешлек, яуаплылыҡ артты, разведкаға ла эш күбәйҙе. Өҫтәүенә, тағы бер нәмә кавалеристарҙың асыуын ҡабартты, кәйефтәрен ҡырҙы. Күктән төшкән кеүек, һәр ерҙә аңғармаҫтан килеп сығып, фашистарҙы ҡурҡыуға һалған башҡорттар үҙҙәренең урындағы халыҡ өсөн ҡырағай милләт, кеше ашаусылар икәнен белде. Ғәйфуллаларға ла дошман пропагандаһының көслөлөгөн үҙҙәрендә һынарға тура килде.
Бер ваҡыт Бранденбург ҡалаһына етеп барғанда дошман ҡалдырған дорфҡа (немецтарҙа ауыл) эскадрон һуғышһыҙ ғына килеп инде. Атлыларға ҡасып өлгөрмәгән, ҡулдарына төйөнсөктәр тотҡан, бәләкәй арбалар һөйрәгән ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ, улар етәкләгән бала-саға тап булды. Башта улар, йомро таш түшәлгән урамдан дөбөрләп үткән ҡораллы һыбайлыларҙы өнһөҙ ҡурҡыу менән ҡаршы алып, урындарында ҡатып ҡалды. Тик араларында берәү генә, ҡултыҡ таяғына таянған бер аяҡһыҙ инвалид, буш ҡулы менән һелтәнеп: «Зие гейн! Меньшенфрессер гейн!» – тип ҡысҡыра башланы. Шул ваҡытта урамдағы халыҡ, бер-береһен этә-төртә, ҡысҡырышып-сәрелдәшеп, өҙөлгән муйынсаҡ бөртөктәре шикелле, төрлө яҡҡа һибелде, ихата эстәренә инеп юғалды. Шайморатовсылар был ғауғаға иғтибар итмәне, туҡтап, аттарын ағастарға бәйләй башланы. Эскадрон ошо урында бер аҙ ял итергә тейеш. Теге зәғиф ҡарт, ҡоймаға һөйәлеп, һаман ҡысҡырыуын туҡтатманы. Быны шәйләп ҡалған эскадрон политругы бик асыулы йөҙ менән уның эргәһенә килеп баҫты. Немецса яҡшы һупалаған капитан уға ниҙер аңлатып маташты. Ләкин ҡарт һаман аҡырыуын туҡтатмағас, офицерҙың түҙемлеге бөттө шикелле. Ул ғауғасының ҡулдарын артҡа ҡайырып бәйләп, ауыҙына ҡулъяулығын тығып, яҡындағы тачанканың өҫтөнә ултыртып ҡуйҙы. Шунан һалдаттарға бер нәмә лә аңлатмайынса: «Эскадрон ҡуҙғалмайынса тороп, быны ебәрмәгеҙ!» – тип әмер бирҙе лә, атына атланып, ары сабып китеп барҙы. Һәр саҡ алсаҡ, йомшаҡ күңелле политруктың былай аяуһыҙ ҡыланғанын, асыуланғанын күрмәгән һуғышсылар сәбәбен аҙаҡ ҡына аңланы. Баҡһаң, теге инвалид: «ҡасып ҡотолоғоҙ, кеше ашаусылар килә!» – тип яу һалған икән. Был бәйле ултырған немец менән булған мажара шулай ғына бөтмәне әле.
Ялға туҡтаған шайморатовсылар йоҡо тураһында уйламаны ла: ҡайһылары билгәсә йыуынып, ҡырынып, өҫ-баштарын ипкә килтерҙе; икенселәре ҡоралы менән булашты, аттарын ашатты. Ғөмүмән, һуғышсылар ял тураһында онотто. Поход кухняһы артта ҡалғас, икенсе взвод старшинаһы Әлиев, урындағы немецтарҙан өс ҙур ҡаҙан һорап алып, бер нисә һалдатҡа уларға һыу тултырып, таған эшләп, аҫтарына ут яғырға ҡушты. Сөнки йылға буйында ике ҡаҙаҡ үлемесле яраланған атты һуйып тунай ине. Ғәйфулла пулеметының төҙөклөгөн тикшерҙе лә, бындағы халыҡтың нисек йәшәүен йөрөп ҡарап сығырға булды. Ләкин һис көтмәгәндә, аяҙ көндә күк күкрәгән кеүек, яҡындағы йортта кемдер ҡурай уйнап ебәрҙе. Көслө моң асыҡ тәҙрәләр аша урғылып сыҡты ла, терелә башлаған ер өҫтөнән зымбырлап үтеп, үҙебеҙҙекеләрҙе һиҫкәндереп-кинәндереп, немецтарҙы хайран ҡалдырып, тирә-яҡҡа сәселде. Эскадронда ҡурайсылар байтаҡ ҡына булһа ла, Ғәйфулла разведчик дуҫының уйнағанын әллә ҡайҙан таный. Уның был юлы яңылышмауын иҫбатлап, һалдаттар араһынан кемдер: «Егеттәр, беҙҙең «Ну, Әптерәй» һыҙҙыра бит! Әйҙәгеҙ, шунда киттек!» – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Әптелғәлим тәүге тапҡыр күңелле көйҙәрҙе уйнай ине. Шуға күрә лә уның эргәһендә башҡорттар күберәк. Аңлайышлы инде ҡаты һуғыштан күңелдәре мүкләнә башлаған һәр кемдең күңел асҡыһы: йырлағыһы, бейегеһе килде. ҡаштарын, яурындарын һикертеп, ҡурайына бирелеп уйнаған Әптелғәлим ишек яҡтауына һөйәлеп тыңлаған дуҫын күреп туҡтаны ла: «Ярар, егеттәр, бөгөнгә тамам. Киләһе концерт Берлинда буласаҡ. Бөтәгеҙҙе лә саҡырам!» – тип йылмайҙы. Ул саҡта дуҫтарға оҙаҡ һөйләшеп ултырырға тура килмәне. Урамда ҡатын-ҡыҙҙар ҡысҡырышҡан, илашҡан тауыштар сыҡҡас, улар тышҡа ашыҡты. Унда тачанкала ултырған теге ғауғасыл ҡартты ике фрау ҡосаҡлап, үҙҙәренсә ниҙер һамаҡлап, аҡырышып илай. Өсөнсөһө – олорағы ҡаҙандар араһында старшинаның терһәгенә йәбешкән дә ҡыҙып-ҡыҙып ниҙер аңлата һәм тачанка яғына ҡулы менән күрһәтә. Тегенеһе, меҫкен, сит телде аңламағас, ни хәл итһен инде: «ҡуйсәле, бәйләнмә! Кит бынан! Бына һағыҙаҡ, нимә кәрәк һиңә?» – тип усаҡ тирәләй һелтәнә-һелтәнә ҡаса, немканы үҙенән эткеләй. Шунан был икәү, төтөнгә сәсәп, туҡтап сөскөрөшөп ала ла, тағы башлай. Тирә-яҡтағы һалдаттар был мажаранан ихлас көлә.
Дошман телен арыуыҡ ҡына аңлаған Әптелғәлим был тамашаны мыйығының осон борғолап ҡарап торҙо ла, түҙмәне – бот сабып көлә башланы. Бер аҙҙан күҙ йәштәрен һөрттө лә, етди төҫ менән:
– Эй, лиебе фрау, колммен зие битте! Шнель, шнель! – тип, старшинаны баҫтырып йөрөгән ҡатынды саҡырҙы. Уныһы, үҙ телендә хәбәр ишеткәс, туҡтап ҡалды ла, бармағын түшенә терәп, саҡырыусыға һораулы ҡараш ташланы. Сержант: «Я, я... ком цу мир, шнель», – тип, көтөп тә тормай тачанкаға табан атланы. Немка, майлы битен ҡулъяулыҡ менән һөртә-һөртә, уның артынан эйәрҙе. Ә разведчик «Ну, Әптерәй» немецса һөйләнә-һөйләнә, бөтә һуғыш буйы өйрәнгән шөғөлө менән булды: «әсир»ҙең ауыҙындағы сепрәкте алып ташланы, ҡулдарын бауҙан бушатты. Әммә ҡарттың ҡыҙҙары, шатланаһы урынға, уның ҡулдарына йәбешеп, тағы ла көслөрәк үкерә башлағайны, разведчик: «Вейнд нихт, фрауен!» – тигәйне, тегеләре тымып ҡалды. Ә Әптелғәлим пилоткаһын маңлай уртаһына тиклем төшөрҙө лә, ни әйтәйем һеҙгә, тигән кеүек, иптәштәренә күҙ йөрөтөп сыҡҡас, шарҡылдап көлөп ебәрҙе: «Үәт, һиңмай был бисәләр! Һеҙ ҡаҙандар ҡуйғас, бабайҙы бешереп ашарға ултыртҡанһығыҙ, тип уйлағандар... Ну, был Гитлер...» – тине лә, әллә үҙенең «Ну, Әптерәй» тигән ҡушаматы иҫенә төштө инде, сырайы һытылып, тегеләренә әйләнде. Бер аҙ тапанып торғас, ул, ҡатындарға уҫал ҡараш ташлап:
– Һөрт мих лиебе фрауен... Вир зинд кейне меньшенфрессер... Вир зинд аух меньшен. Кемт иһм алтер думмкопф нах һаузе михт, – тип әйтте. Немкалар – илауҙан, меҫкен ҡарт ҡалтыраныуҙан туҡтаны, ләкин урындарынан ҡыбырламанылар. Үҙен аңлағандарына бик ҡәнәғәт булған Әптелғәлим, өҫтөнән йөк төшкәндәй, ауыр көрһөндө лә: «Битте, гроссфатер», – тип, ҡартты ҡултыҡлап, йортҡа табан атланы. Уларҙың артынан тамам тынысланған ҡатындар эйәрҙе. Былар менән уртаҡ тел табылғанға шайморатовсылар ҙа ҡыуанып таралыша башланы. Кемдең генә кеше ашаусы – меньшенфрессер булғыһы килһен инде. Немецтар менән әүрәгән Әптелғәлим дуҫын онотманы:
– Әйҙә, Ғәйфулла, минең менән... Былар ҡунаҡҡа саҡыра. Нисек йәшәгәндәрен ҡарап сығайыҡ. ҡайтҡас, һөйләп иҫләргә булыр, исмаһам, – тип үҙе менән саҡырҙы. Артабан нимә булғанын берәү ҙә аңламай ҡалды. Яҡында ғына атыу тауышы яңғыраны. Алда барған Әптелғәлим ҡартты этеп ебәрҙеме, икеһе ике яҡҡа ҡолап китте. Күҙҙәрен ҙур асып хәрәкәтһеҙ ятҡан дуҫының ирен ситтәренән ҡан ағып төшкәс, Ғәйфулла уға снайпер пуляһы тейгәнен аңланы. Ул, асыуынан ҡаты һүгенеп, эргәһенә килеп баҫҡандарҙың берәүһенең автоматын һыпыра тартып алды ла, атыу тауышы ишетелгән яҡҡа йүгерҙе. Уның артынан башҡалар ҙа эйәрҙе. Күп тә үтмәне, улар ҡыйыҡ башынан, үҙенә йәтеш кенә итеп тегелгән «СС» формаһындағы үҫмерҙе елтерәтеп алып килеп төшөрҙө. Күкрәге яраланған разведчик эргәһендә санинструктор булаша ине. Эскадрон һәм разведка командирҙары ла бында. Теге зәғиф немец бабайы маңҡаһына буялып илап торған малайға ҡалтыранған бармағы менән төртөп: «Эр ист мейн менк... Эр ист майн менк...»– тип торҙо ла: «Ду бист швайн! Ду бист думмкопф!» – тип ҡысҡырынып, бер аяҡта торған килеш таяғы менән уға тондорҙо. Тегенеһе янтайып ҡотолдо. Йығылып киткән ҡарт йоҙроҡтары менән ерҙе туҡмап илай башланы. Ләкин хәҙер һуғышсыларҙың иғтибары был зәғиф ҡартта ла, «гитлерюгенд»та ла түгел ине. Улар, тиҙерәк яралыны санчасҡа ебәрергә тип, пулеметы алынған тачанканы яҡынлатып ҡуйып, уны күтәреп һалырға уйлағайны, Әптелғәлим бынан баш тартты...
– Юҡ, кәрәкмәй, егеттәр... Барыбер алып барып еткерә алмайһығыҙ, һелкенеп барып үлге килмәй... Егеттәр, һеҙгә минең үтенес... Был малайҙы ебәрегеҙ, бала ғына бит әле... Мин балалар йортонда булған саҡта, их, атайым булһа, мине көн һайын ҡайыш менән ҡайыҙлаһа ла, риза, бәхетле булыр инем, тип хыяллана торғайным... Арағыҙҙа атайҙар барҙыр, был балаға ғүмере онотолмаҫлыҡ итеп үҙ язаһын бирһен...
Артабан Әптелғәлим, ҡанына сәсәп, һүҙен әйтеп бөтөрә алманы. Ләкин һуғышсылар уның теләген тиҙ аңланы. Муса исемле ир уртаһын үткән һалдат йәһәт кенә малайҙың башын тубығына ҡыҫтырҙы ла, ыштанын һалдырып, яланғас осаһын ҡайыш менән яра башланы.
– Шлаген зие мих нихт, эс тут мир вееһо! – тип сәрелдәгән малайға төбәлгән Әптелғәлимдең элек шаян күҙҙәре уйсанланып, мәңгелеккә быялаланып ҡатып ҡалды.
... Эскадрон ике сәғәттән ҡуҙғалырға тейеш ине. Тирә-яҡҡа тәмле еҫтәр бөркөп, боҫрап ултырған ҡаҙандар яғына, старшина күпме саҡырһа ла, бер кем дә атламаны. Был күңелһеҙ хәлдән һуң уларға бешкән ит аттыҡы түгел, кешенеке һымаҡ тойолдо. Был ҡәһәрле урынды тиҙерәк ҡалдырып, дошманды тағы ла аяуһыҙыраҡ туҡмау теләге менән янды кавалеристар. Командирҙар Әптелғәлимде икенсе урынға ҡуйырға ҡарар итте, бында ҡалдырғылары килмәне. ҡуҙғалырға команда булып, аттарға эйәрҙәр һалына башлағанда теге бәләле йорттан баяғы ҡатындар йүгерешеп сығып, тағы үкерешә башланы. Олоһо, ҡул болғап, һалдаттарҙы йортҡа саҡыра ине. Ғәйфулла ҡуҙғалырға торған тачанканан һикереп төштө лә: «Әйҙә, барайыҡ әле, нимә булған икән? Тамам ялҡытты бит был фрауҙар. ҡоралыңды ла ал», – тип, ярҙамсыһын да эйәртте. Икәүләшеп ҙур һаҡлыҡ менән йорт эсенә ингән пулеметсылар бүлмәләрҙең береһендә сыйылдап илаған тауыш ишетте. Ишекте асһалар, ни күрәләр: түшәмгә эленгән ҙур тармаҡлы люстрала бар ғауғаға ғәйепле теге зәғиф ҡарт аҫылынып тора, уның һыңар аяғын ҡосаҡлап, Әптелғәлимде үлтереүсе малай сыңлап илай ине. «Төшөрөргәме, юҡмы?» – тип икеләнеп торған Ғәйфуллаға ярҙамсыһы терһәге менән төртөп: «Әйҙә, быныһын да дөмөктөрәйекме, ағай? Барыбер берәү ҙә күрмәй ҙә...» – тип һүҙ башлағайны, уныһы: «Юҡ, Әптелғәлим теймәҫкә ҡушты бит», – тип ҡуйҙы.
... Бына алтмыш биш йыл инде һуғыш ветераны, күп орден һәм миҙал эйәһе, Әбйәлилдә бөгөн шайморатовсыларҙан бер үҙе генә ҡалған, Таштимер ауылында йәшәүсе Ғәйфулла бабай Ғәбитов дуҫы Әптелғәлимде һис онота алмай. Моңло көйҙәр һыҙҙырған ҡурайсыны күргән һайын күҙ алдына күҙҙәрен йомоп, ҡаштарын һәм яурындарын һикертеп уйнаған ҡаҙағстан башҡорто, шаян һәм ҡыйыу Әптелғәлим килеп баҫа, тик ҡолаҡтар ғына уйнаусының икенсе кеше икәнен һата...
«Зие гейн... Меньшенфессер гейен» – улар килә... улар килә... Кеше ашаусылар килә. «Эй, лиебе фрау, коммен зие битте! Шнель, шнель!» – эй, ҡатын-ҡыҙҙар, килегеҙ әле! Тиҙерәк, тиҙерәк! *Вейнд нихт» – туҡтағыҙ әле. «Порть мих лиебе фрауен... Вир зинед кейне ... меньшенфессер... Вир зинд аух меньшен. Немт иһм алтер думмкопф нах һаузе михт» – тыңлағыҙ мине, ҡатындар... Беҙ кеше ашаусылар түгелбеҙ. Беҙ ҙә һеҙҙең кеүек кешеләр... Был ҡарт алйотто өйөгөҙгә алып ҡайтығыҙ. «Битте гроссфатер» – рәхим итегеҙ олатай. «Эр ист мейн менк» – был минең ейәнем. «Ду бист швайн... Ду бист думмкопф» – һин – сусҡа... Һин – алйот... «Гитлерюгенд» – һуғыш аҙағында ҡоралға ҡуйылған үҫмер. «Шлаген зие мих нихт, эс тут мир вееһо» – һуҡмағыҙ миңә, бик ауырта.
Мансур БАГАУВ.
Әбйәлил районы,
Ишҡол ауылы.