«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Фирҙәүес ТАҠТАЕВА: «Иң мөһиме – үҙ көсөңә ышаныу»



04.07.2011 Фирҙәүес ТАҠТАЕВА: «Иң мөһиме – үҙ көсөңә ышаныу»

Фирҙәүес ТАҠТАЕВА: «Иң мөһиме – үҙ көсөңә ышаныу»«Ерҙәге тормош – иң ҙур имтихандарҙың береһе һәм уны лайыҡлы биреү өсөн беҙҙең бөтәбеҙгә лә көслө рух һәм түҙемлелек кәрәк», – тип һанай һүрәттәге ҡыҙ. Йөҙөнән мәңге йылмайыу китмәҫ, шат, мөләйем, ихлас күңелле был һылыу минең әхирәтем Фирҙәүес Таҡтаева. Сығышы менән Хәйбулла районынан. Бәләкәй саҡтан тәмле итеп бешеренергә яратҡан, эшһөйәр әхирәтемде хыялы Башҡорт дәүләт аграр университетына алып килә. Бөгөн Фирҙәүес аҙыҡ-түлек технологияһы факультетында уҡып йөрөй.
Тормошҡа етди ҡараған ҡыҙ тырышлығы менән айырыла. «Иң мөһиме – үҙ көсөңә ышаныу, ҡыйынлыҡтарға бирешмәү», – ти ул. Көслө ихтыярлы әхирәтемдең киләсәктә тормошта үҙ урынын табырына, ата-әсәһен, туғандарын, дуҫтарын ҡыуандырып йәшәренә ышанам. Афарин, Фирҙәүес!

Әлмира МӨХӘМӘТЙӘНОВА ,
БДУ студенты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға