18.06.2011 Еңеүселәрҙе бүләктәр көтә
28 майҙа баҫылған «Матбуғат» кроссканворды башватҡыстар яратыусы уҡыусыларыбыҙ өсөн бик ҡатмарлы булып сыҡты. Республикабыҙҙың төрлө баҫмаларында эшләгән журналистарҙы йөҙгә таныуы бик ауыр бит инде – улар тележурналист булмағас... Шуға ҡарамаҫтан, бөтә республикала тик ике генә кеше – Сибайҙан Айнур Игликов һәм Әбйәлил районының Михайловка ауылынан Фәнүзә Вәлишина – кроссканвордты сисеп, дөрөҫ яуап ебәргән. Уларҙы «Республика Башкортостан» гәзите редакцияһы вәғәҙә иткән бүләктәр көтә.