«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Гүзәл Вәлиева: “Ғорурлыҡты йәштән һаҡлайыҡ”



14.06.2011 Гүзәл Вәлиева: “Ғорурлыҡты йәштән һаҡлайыҡ”

Гүзәл Вәлиева: “Ғорурлыҡты йәштән һаҡлайыҡ”Сихри ҡаран шишмәһе сылтырап аҡҡан Әсти тауы битләүендә бер һылыу зифа ҡайынға һөйәлгән. Был ҡыйғас ҡара ҡашлы, сөм-ҡара бөҙрә сәсле, һомғол буйлы сибәркәй кем әле һуң?! Бала саҡ әхирәтем Гүзәл дә баһа! Бик ярата шул ҡайындарҙы, улары ла үҙен һағындырып ҡына тора. Бер туғандай яҡын күргән күршем Гүзәл Вәлиева Миәкә районының ҡаран-ҡунҡаҫ ауылында тыуып, буй еткерә. Йылҡы йылының һыуғояр йондоҙлоғо аҫтында донъяға килеүе лә уға бәхет юрай. Тырыш, маҡсатына ирешеүсән, илһөйәр Гүзәл – БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетының 3-сө курс студенты. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте серҙәренә өйрәнә. Мәктәп йылдарында ҡурсаҡтарын теҙеп ултыртып ʺуҡытҡанʺ буласаҡ уҡытыу­сы бала саҡ хыялын тормошҡа ашырыуға бар көсөн һала. Әхирәтем буш ваҡытында әҙәби китаптар уҡыу­ҙы, тәмле-татлы ризыҡтар әҙерләп яҡындарын һыйлауҙы, рухи яҡлап үҫеүҙе хуп күрә. ʺҡыйыулыҡ − ярты бәхет!ʺ тормош девизына таянып йәшәгән Гүзәл йәш быуынға: ʺҒорурлығыңды йәштән һаҡла!ʺ ‒ тип өндәшә. Тормошҡа еңел ҡараған йәштәрҙең боҙолоп, әҙәп-әхлаҡ ҡанундарынан тайпылыуын ауыр кисерә. Тырыш ҡыҙ инглиз, француз, ғәрәп телдәрен өйрәнеп, сит илгә барып ҡайтырға ла хыяллана.

Эльвина ШАФИҡОВА,
БДУ студенты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға