«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Исеменә күрә есеме



07.06.2011 Исеменә күрә есеме

Гүзәл Шакирова «Йәшлек» гүзәле»нең Яҙһылыуы тип табылды.

Исеменә күрә есемеКонкурсыбыҙ йәнләнгәндән-йәнләнә бара. «Вконтакте» сайтында үҙ төркөмөбөҙҙө булдырыу ҙа быға булышлыҡ итте. Уның аша гәзит уҡыусыларыбыҙҙың, сайттың ҡулланыусыларының да фекерен белә алабыҙ һәм, әлбиттә, уларҙың фекеренә, тауышына ҡолаҡ һалабыҙ. Быйылғы «Йәшлек» гүзәле»н миҙгелдәр буйынса һайлайбыҙ. «Яҙһылыу» конкурсына ла йомғаҡ яһар мәл етте. Унда һигеҙ һылыуҡай ҡатнашты. Яҙ буйы сайтта ҡыҙҙар өсөн тауыш биреү барҙы. Конкурс шарттары буйынса иң күп тауыш йыйған ике һылыуҡай араһынан редакция хеҙмәткәрҙәре Яҙһылыуҙы һайлап алыр­ға тейеш ине. Иң күп тауыш йыйыусылар Гүзәл Шакирова һәм Гөлсәсәк Аҡылова булып сыҡты. Редакция хеҙмәткәрҙәре кәңәшләшеп алғандан һуң Яҙһылыу исемен Гүзәл Шакироваға бирергә булды. Афарин, Гүзәл!
Шулай итеп, Яҙһылыу билдәләнде. Алда беҙҙе йәмле йәй көтә. Иң фотоға төшөр, матур, аллы-гөллө сәскәле, сағыу ҡояшлы саҡ. Шундай бер матур мәлегеҙҙе объективҡа эләктереп алығыҙ ҙа, фотоғыҙҙы конкурсҡа ебәрегеҙ. «Йәйһылыу» конкурсы һылыуҡайҙарҙы көтөп ҡала.

Әйткәндәй, «Интернет – «Йәшлек» гүзәле» өсөн дә тауыш биреү бара. Унда еңеүсене бары тик һеҙ генә билдәләйһегеҙ, гәзит уҡыусылар! «Интернет – «Йәшлек» гүзәле – 2011» йыл аҙағында һеҙҙең тауыштар буйынса билдәләнәсәк.

Мөхәрририәт.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға