«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Шишмә башы



21.05.2011 Шишмә башы

– Зөбәйер, һин ҡайтып китәһең, ә ... мин нишләрмен? – тине Хәмиҙә, ҡып-ҡыҙыл булып.
– Хәмиҙә...
– Зөбәйер, зинһар, ғәйеп итмә. Беҙҙә ҡыҙҙар­ҙың егеттән алда үҙ тойғоһон белдереүе электән ҡыйыҡ һаналған, әлбиттә... Мин...
Иң кәрәкле һүҙ тағы ла әйтелмәне. Ләкин аңлашыу өсөн инде башҡа бер һүҙ ҙә кәрәкмәй ине. Зөбәйер, донъяһын онотоп, ҡыҙҙы ҡосаҡлап күкрәгенә ҡыҫты. Хәмиҙә, ни үле, ни тере, һөйөклө кешеһенең ҡуйынына һыйынды! Икеһе лә, түҙеп тә, түҙемһеҙлек менән дә көтөп алған был бәхетле саҡты ҡыҫҡартыуҙан ҡурҡып, өнһөҙ күпмелер торҙо.
Йөрәктәр үҙ телендә серләшкәндә, һүҙҙең кәрәге юҡ шул...
Беренсе булып Зөбәйер телгә килде:
– Хәмиҙә, һин тереһеңме? – тине шыбырлап ҡына.
– Эйе шикелле, – тине Хәмиҙә тағы ла шымыраҡ итеп.
«Ысын тереме икән?» – тигәндәй, бер-береһенә ҡараштылар ҙа рәхәтләнеп көлөштөләр. Хәмиҙәнең биттәре алһыуланып янды, күҙҙәре мөхәббәт нурҙары менән тулды. Йөрәккәйе ярһып типте. Зөбәйер ошо зифа буйлы, һөйкөмлө, эшлекле һәм аҡыллы ҡыҙҙы ни тиклем тәрән, ныҡ яратыуын яңы ғына тулыһынса аңлағандай булды. Уның донъяһы теүәлләнде, ул үҙен көсәйеп, нығынып киткәндәй тойҙо.
Бер-береһенән танһыҡтары ҡанғансы, улар иҫһеҙ тора бирҙеләр.
– Сәй һыуып китер, – тине Хәмиҙә.
– Ә минең тамағым туҡ, – тип егет ҡыҙҙы ҡыймылдатмаҫлыҡ итеп ҡыҫып ҡосаҡлаған көйө торҙо.
– Мин самауырҙы шаулатайым, сәй эсеп алайыҡ.
– Ярай, – тип килеште Зөбәйер, шулай ҙа ҡыҙҙы бер үпмәй ебәрмәне.
Донъяға ҡояш балҡытҡан кешеләй булып, көлөшөп, мәрәкәләшеп сәй эсеп алдылар.
Хәмиҙә өҫтәлде йыйыштырып, һауыт-һабаны йыуғанда, Зөбәйер, уны үҙенең хужабикәһе итеп хыялланып, эске ҡәнәғәтлек һәм ғорурлыҡ менән диванда кинәнеп ултырып торҙо. Самауырҙы аласыҡҡа алып сығып, бушатып, күмерен ҡағып, түңкәреп һалды ла Хәмиҙә өйгә инде. Зөбәйер уны аяҡ өҫтө көтөп тора ине. ҡыҙҙың ҡулдарынан тотто ла:
– Һине кем улай эшкә өйрәтте, ҡулыңа күҙ эйәрмәй? – тине.
– Өләсәйем. Ул үҙе аҡыллы ла, эшлекле лә.
– Хәмиҙә, әйҙә әҙерәк ултырып торайыҡ әле, эшең дә бөттө шикелле әлегә... Мин һиңә бер тура һорау бирәм әле: һин Ғилманды оҡшат­май­һыңмы?
– Юҡ, – тип башын сайҡаны Хәмиҙә, – мин уны яратмайым. Һәм ярата ла алмайым. Мин ярата торған кеше ул түгел. Әгәр мин башҡа берәүҙе яратһам, һине ярата алмаҫ инем дә.
– Рәхмәт һиңә, Хәмиҙә, – Зөбәйер ҡыҙҙы йомшаҡ ҡына итеп ҡосаҡлап, күкрәгенә ҡыҫты. – Һин тик шулай ғына ярата алаһыңдыр.
– Ә һин минең яратҡанды әҙерәк булһа ла һиҙмәй инеңме?
– Һиҙгән дә һымаҡ инем, ышанып та етмәй инем.
– Их, һин!
– Ә һин бит ныҡ кешеһең, Хәмиҙә. Бик белдереп тә бармайһың бит.
– Киреһенсә, һин һиҙеп ҡуймаһын тип ҡурҡып йөрөнөм.
– Их һин!
Икеһе лә көлөп ебәрҙе. Зөбәйер һөйләшеүҙе дауам итте:
– Миңә ҡарата яҡшы мөғәмәләлә булыуың, ғөмүмән, һинең кешелеклегеңдән киләлер, тип тә уйлап китә инем. Ә дөрөҫөн генә әйткәндә, Ғилман һине барыбер бағындырып алыр ул, тип уйлай инем. Матур, ҡыйыу егет бит инде ул.
Хәмиҙә әҙерәк уйлап ултырҙы ла:
– Әлбиттә, матур ҙа, батыр ҙа егет инде ул Ғилман. Ә мин уның матурлығын бер ҙә күрмәйем шул. Дөрөҫөрәге, тышҡы матурлығы ҡысҡырып торһа ла, эске матурлығы уға тиң түгел дәбаһа... Минең өсөн донъяла иң матур кеше – әйтәйемме, кем – ул... ҺИН, – тине лә усын йомшаҡ ҡына итеп егеттең күкрәгенә һалды.
– Рәхмәт һиңә, Хәмиҙә. Тәрән ярата белгәнең өсөн рәхмәт. Миндә ғәжәп тойғо уятҡаның өсөн рәхмәт. – Зөбәйер уны ҡосаҡлап арҡаһынан һөйҙө. – Бушҡа күптәрҙең күҙе төшөп йөрөмәй шул һиңә был ауылда, тик яҡынлай ғына алмай­ҙар – ҡурҡалар ҙа, оялалар ҙа. Ошо ҡыҙҙың һөйөүен яулауым менән мин ныҡ ғорурланам! – Егет ҡыҙын тағы нығыраҡ ҡыҫып ҡосаҡланы.
– Зөбәйер, ә аңлашыу һин ҡайтҡансы килеп сыҡмаһа, һин ни эшләр инең?
– Беҙ барыбер осрашыр инек ул, Хәмиҙә. Мин ошолай тип уйлайым: әгәр ике кеше араһында ысын яратыу бар икән, ул барыбер уларҙы бер-берен эҙләтеп таптырырға тейеш.
– Үкенескә күрә, ҡыҙ кешегә беренсе булып һүҙ әйтеү хоҡуғы бирелмәгән шул.
– Юҡ, Хәмиҙә, мин улай тип уйламайым. ҡыҙ кеше беренсе булып әйтһә, уның ниндәй ғәйебе булһын? Яратыу тәбиғи хәл бит. Тик шуныһы мөһимдер: аңлашыу кем яғынан башланһа ла, тойғолар саф, юғары, бөйөк булып ҡалырға тейеш.
– Мин дә шулай уйлайым да бит...
– Бына күрәһеңме, беҙҙең ҡараштар бер төрлө, Хәмиҙә.
Зөбәйерҙең әллә ниндәй яҡшы, яғымлы һүҙҙәр әйткеһе килде, ләкин ундай һүҙҙәр табылманы, әйтелмәне. Ихлас тойғолар артыҡ һүҙгә мохтаж түгел шул.
V

Кис етте. Көтөү ҡайтты. Хәмиҙә йүгереп йөрөп малдарҙы ҡараны. Һыйырҙы һауып, туғай­ға сығарҙы.
Зөбәйер менән, эш бөткәс, сығып йөрөп килергә һүҙ ҡуйышҡайнылар.
Хәмиҙә аласыҡта булышҡан арала һис көтмәгәндә өйгә Ғилман килеп инде.
– Ни хәл, рәссам! – тип күрешеп һаулашты ул Зөбәйер менән.
Хәл-әхүәлдәрҙе һөйләп бөткәс:
– Ә Хәмиҙә ҡайҙа? – тип һораны.
– Әллә, ошонда йөрөй ине, – тип яуап бирҙе Зөбәйер вайымһыҙ ғына.
– Киноға барабыҙмы, әй? Аҙаҡтан уйынға ла ҡалырбыҙ.
– Юҡ, Ғилман, мин бармайым.
– Ярай, бармаһаң, Хәмиҙәне алып китермен, – тине Ғилман шикһеҙ ышаныс менән.
Зөбәйер өндәшмәне, төҫөн дә үҙгәртмәне.
ҡулына таҫтамал тотоп, Хәмиҙә килеп инде.
– Һаумы, Хәмиҙә һылыу! – тип уға ҡаршы атланы Ғилман, ҡул биреп күреште. – Мин һине киноға алып китәм!
– Нисек «алып китәһең»?
– Шулай. Бөгөн яңы кино бар.
– Мин бармайым.
– Ә мин һине алып китәм.
– Бәй, ә мин китмәйем.
– Мин һине ошолай ҡулдарыңдан тотам да алам да китәм, – тип Хәмиҙәне тоторға булды.
– Алып китмәй тор!.. Теймә миңә, – тине Хәмиҙә ҡаты ғына итеп.
– Ярай, бик һауаланма әле.
«Һауаланма» тигән һүҙ Хәмиҙәнең намыҫына тейҙе.
– Ниндәй «һауа»? Ниңә һин иң алда: «Мин һине киноға саҡырһам, барырһыңмы?» – тип һорамайһың? Ниңә һин, үҙем теләгән бар нәмәне эшләй алам, тип һанайһың? Берҙән, кеше менән иҫәпләшә белергә кәрәк, икенсенән, һөйләшә белеү ҙә оҫталыҡ ул, Ғилман.
Бер аҙ ҡыйыулығы ҡайтҡан егет:
– Ярай, ҡаты һөйләшмә әле. Ә шулай ҙа барабыҙмы, ә? – тине, хәйләкәр йылмайып. Зөбәйер тыныс ҡына ултырып уларҙың бәхәсен күҙәтте.
– Юҡ, беҙ бармайбыҙ, – тип ҡырт киҫте лә Хәмиҙә өйҙән сығып китте. Йәне көйөүҙән ул өйгә нимәгә ингәнен дә онотто. Иҫенә лә килеп өлгөрмәне, артынан Ғилман килеп сыҡты. Ул, Хәмиҙәнең беләгенән тотоп, ниҙер әйтергә уҡталғайны, өйҙән Зөбәйер атылып килеп сыҡты ла уларҙың уртаһына баҫты. Ғилман, Хәмиҙәнең беләген ысҡындырып, аптырап, Зөбәйергә ҡараны.
– Һин Хәмиҙәгә бәйләнмә, – тине Зөбәйер ярһыу менән. Хәмиҙә уның беләгенә тотондо.
– Ә-ә-ә, эштәр шулаймы ни? – тине Ғилман ирония менән. – Ярар! Әйҙә, Зөбәйер, икәү һөйләшә торған һүҙ бар.
Егеттәр өйгә инеп китте. Хәмиҙә күтәрмәлә тороп ҡалды.
– Ну йүлек булып сыҡтың бит һин, әй, – тине Ғилман, тыны ҡыҫылып. – Шым ғына йөрөп, мин килеп еткәнсе, ҡыҙҙы тартып алдың.
– ҡайһыныһын?
– Хәмиҙәне! – Ғилман ҡыҙыулыҡ менән ниндәй һорауға яуап биргәнен дә аңламай ҡалды.
– Ә ул һинең ҡыҙың инеме? – Зөбәйер диван­ға барып ултырҙы, Ғилман үрле-ҡырлы йөрөнө.
– Булмаһа, булыр ине.
– Ә Хәмиҙә һине яратамы һуң?
– Беҙҙе ярата алмаған ҡыҙҙар әле тыумаған, – тине Ғилман, кәпәренеп.
– Тыуған шул, Ғилман, – тине Зөбәйер тыныс тауыш менән һәм ғорурлыҡ менән өҫтәп ҡуйҙы:
– Хәмиҙә мине ярата.
Ғилмандың күҙҙәре шарҙай булды.
– Мин юҡта яратышып та өлгөргәнһегеҙ икән.
– Беҙ бер-беребеҙҙе һин барҙа ла ярата инек, Ғилман... Ә һин үҙең Хәмиҙәне яратаһыңмы һуң?
– «Яратаһыңмы» ла «яратаһыңмы»! Унда һинең ни эшең бар?
– Ярай, эшем дә булмаһын, ти. Хәмиҙәгә өмөт тотҡас, ниңә башҡалар менән сыуалаһың?
– Сыуалам? Кем менән сыуалам?
– Ауылыңдағы Сәғиҙә, уҡыған ереңдәге Диләрә һәм башҡалар, күрше ауылдан Сәкинә. Бында ла бер көтөү ҡыҙҙың башын әйләндерәһең.
– Аһ-а, мин егет кеше. Мине ҡыҙҙар үҙҙәре ярата.
– Ғилман, һин бит ярата белмәйһең. Әгәр Хәмиҙәне ысынлап яратһаң, «яратам» тигән һүҙҙе тура әйтергә ҡурҡмаҫ инең.
– Яратырға һинән өйрәнәйемме?
Зөбәйер был әрепләшеү һүҙен яуапһыҙ ҡалдырҙы.
– Әгәр ярата белһәң, күп ҡыҙҙарҙың башын әйләндереп йөрөмәҫ инең, тип әйтеүем. Ә анау кис теге артисткаларҙың артынан китеүеңде нисек баһаларға?
– Унда һинең ни эшең бар?
– Ярай, булмаһын да, ти, ләкин ул хәл һинең түбән төшөүеңде күрһәтте.
– Һин шуны Хәмиҙәгә әйт тағы!
– ҡурҡма, әлбиттә, әйтмәм. Ләкин унан һинең гонаһтарың юйылмай бит.
– Ярар, туҡтат тәнҡитеңде.
– Һинең күп йөрөүең яман ғәҙәткә әйләнеп бара бит, Ғилман, ә был һинең өсөн ҡурҡыныс буласаҡ.
– Уныһын әле күҙ күрер. Һәр хәлдә, ир кеше – ирекле кеше. Ярар, минең Хәмиҙәгә әйтер һүҙем бар.
– Рәхим ит, һөйләш.
Зөбәйер, пинжәген яурынына һалып, сығыр­ға тип уҡталғайны ғына, Хәмиҙә килеп инде. Ул, Зөбәйерҙең сығырға торғанын күреп, аптырап ҡалды.
– Мин хәҙер киләм, һөйләшә тороғоҙ, – тине лә ул сығып китте. Хәмиҙә, был хәлде аңламайыраҡ, өҫтәл эргәһенә барып баҫты. Ғилман, ултырған урынынан ырғып тороп, Хәмиҙәгә табан атланы.
– Хәмиҙә! – ул ҡыҙҙы ҡосаҡларға ынтылды.
– Яҡын киләһе булма! – Хәмиҙә уны этеп ебәрҙе.
– Һай-һай, уҫалайғанһың икән. – Ғилман диванға барып ултырҙы, шымып ҡалды. Ултыра биргәс, атһыҙ-юлһыҙ ошондай һорау бирҙе:
– Һин Зөбәйерҙе яратаһыңмы?
– Эйе, мин уны яратам, – тине Хәмиҙә, «уны» һүҙенә логик баҫым яһап. Ғилман өндәшмәне.
– Мин уны ултыраҡ аҡыллы, баҫалҡы, инсафлы булғаны өсөн яратам. Күбәләктәй, ҡыҙҙар­ҙан ҡыҙҙарға осоп йөрөмәгәне өсөн яратам, – тине Хәмиҙә, һәр һүҙенә баҫым яһап.
– Унан матурыраҡ егеттәр осрамаҫ тинеңме?
– Ә ниңә һин уны матурға һанамайһың? Минең өсөн иң матур егет – Зөбәйер. Кеше матурлығы – күңел матурлығында. Ә үҙенең тышҡы матурлығын тойоп, маһайып йөрөгәндәр – улар еңел аҡыллы.
– Һы!.. «Һин дә шулай» тип әйтмәк булаһыңмы?
– «Әйтмәк» түгел – асыҡтан-асыҡ әйтәм.
Ғилман, күҙҙәрен ҙур асып, Хәмиҙәгә текләне. Хәмиҙә әйтер һүҙҙәрен бер ыңғайҙан әйтеп ташланы:
– Һин, Ғилман, тышҡы матурлығың менән маһайып, эске донъяңды матурлау тураһында уйламайһың да. Тышҡы матурлыҡ – ул Хоҙай бүләге. Күҙгә салынып барған һәр бер ҡыҙ менән ваҡыт үткәреп йөрөү егет кешене ваҡлай, түбән төшөрә. Һин инде йөрөмтәлгә әйләнгән­һең. Өйләнгәс, ни эшләрһең? Ауырыу китһә лә, ғәҙәт китмәй, тиҙәр. Һин ярата ла белмәйһеңдер, тип уйлайым мин. Тәрән хисле кеше ваҡланып йөрөмәҫ. Ваҡланыу булған ерҙә оло мөхәббәт тыумаҫ.
– Яҡшы өйрәткәндәр һине. Уҡытыусы булғас, дөрөҫ һүҙ һөйләргә тейешһең инде һин.
– Әлбиттә. Ләкин мин, уҡытыусы булмаһам да, шундай ҡарашта булыр инем... Бына бит, һин кеше фекеренә тәнҡит күҙлегенән ҡарай­һың. Шулай итеп үҙеңде аҡларға тырышаһың.
Зөбәйер килеп инде. Бәхәс өҙөлдө, ләкин Хәмиҙә әйтер һүҙен әйтеп бөткәйне инде.
– Киноға билет алып килдем, – тине Зөбәйер.
– Миңә ҡалдыр ҙа, китә тороғоҙ, – тине Ғилман тоноҡ тауыш менән.
Зөбәйер менән Хәмиҙә сығып китте. Улар киноға түгел, ә һыу юлы буйлап Шишмә башына йүнәлде.
Юл буйында береһе лә Ғилман тураһында һүҙ ҡуҙғатманы. Зөбәйер Хәмиҙәнең үткер егет алдында үҙен тейешенсә тотоуына ышана ине, ә Хәмиҙә ҡәҙерле кешеһе менән булған саҡты улар өсөн әһәмиәтһеҙ нәмә тураһында һүҙ һөйләп боҙорға теләмәне.
Ғилман киноға сыҡманы. Диванда ултыра бирҙе. Өҫтәлдә билет та ята бирҙе. Зөбәйерҙең әйткәнен күңеленә яҡын алмаҫҡа тырышһа ла, Хәмиҙәнең һүҙҙәре уға тәьҫир итмәй ҡалманы. «Һин ярата ла белмәйһеңдер», «йөрөмтәлгә әйләнгәнһең» тигән һүҙҙәр барыбер намыҫына тейҙе. «Еңел аҡыллы» тигән баһа уның йөрәген һыҙырып үтте, самаһыҙ дәртен ҡайтарҙы.
Егет, урынынан тороп, тәҙрә эргәһенә килде. Шишмә юлында ике аҡ һын күренә. Бына улар берәүгә әйләнгәндәй булды. Ғилман тәҙрәгә арҡаһы менән әйләнде. Ә башында һаман «күбәләк», «йөрөмтәл», «ваҡланыу» тигән һүҙҙәр өйрөлдө.

IV

Өсөнсө көнгә Нәғимә апай менән Зәйнулла ағай туйҙан ҡайтып төштө. Ғилман уҡыған еренә киткәйне. Хужабикә, донъяһын күҙ-ҡараш менән айҡап:
– Донъяны һәйбәт көткәнһегеҙ, рәхмәт төшкөрҙәре. Хәҙер күстәнәстәр менән сәй эсерәм, – тип шатланды.
... Хәмиҙәнең отпуск мәле етте. Директорға инеп, ул серен сисергә мәжбүр булды:
– Латифа Ғәлиевна, мин Өфөгә университет­ҡа һынау бирергә китергә тип йөрөйөм, характеристика һорарға килдем.
– Бына һиңә! – тип ҡулдарын йәйеп ебәрҙе мәктәп директоры . – Ә ниңә, бик һәйбәт. Дөрөҫ уйлағанһың, Хәмиҙә һеңлем. Характеристиканы уны яҙам инде, һинең кеүек эшләгәндәргә лә яҙмағас... Уҡырға китеүең яҡшы. Ярты юлда туҡталып ҡалырға ярамай. Әлбиттә, мәктәптең бер ере бушап ҡалыр инде һинһеҙ, әммә уҡырға ынтылған кешеләрҙе бик хуплайым. Ярай, Хәмиҙә, иртәгә иртәнсәк инеп алырһың.
Хәмиҙә директорҙың был һүҙҙәренән ҡанатланып сығып китте.
Иртәгәһенә Зөбәйер менән икәүләп килделәр.
– Әллә һиңә лә характеристика кәрәкме, Зөбәйер ҡустым? – тип шаяртты Латифа Ғәлиевна.
– Бирһәгеҙ, эсте тишмәҫ ине, мин дә китәм бит уҡырға.
– Ә-ә-ә, бына нисек икә-ә-н, – тип, директор ханым Хәмиҙәгә йылмайып ҡарап алды.
Күҙҙәре бәхет нурҙарынан балҡыған ҡыҙ оялсан йылмайыу менән генә яуап бирҙе.
– Ярай, бик тә һәйбәт. Әйҙә, ултырып тороғоҙ. – Латифа Ғәлиевна, папкаһынан мисәтле бер ҡағыҙ сығарып һалды ла (ул, әлбиттә, характеристика ине) етди һөйләшеүгә күсте, – Хәмиҙә һеңлем, бына һиңә шәп итеп характеристика яҙҙым. Артабан уңыш теләйем. Һеҙҙең яуаплы юлға сығыу алдығыҙҙан бер-ике кәңәш бирәйем әле. Иң беренсе теләк шул: һынауҙарҙы яҡшы биреп, икегеҙ ҙә уҡырға инегеҙ. Икенсенән, яҡшы уҡығыҙ, тырыш булығыҙ, ваҡытығыҙҙы әрәмгә үткәрмәгеҙ, туғарылып йөрөмәгеҙ. Күп уҡығыҙ, эшләгән саҡта уҡыу өсөн ваҡыт бик аҙ эләгә ул. Уҡып сығып, яҡшы кадрҙар булып ҡайтығыҙ. Ә өсөнсөнән, – тине мөләйем йылмайып, – тойғоларығыҙҙы саф итеп һаҡлағыҙ, бер-берегеҙгә тоғро булығыҙ. Яратҡан кеше ураған һайын осрамай ул. Арағыҙға ел дә үтмәһен. Зөбәйер ҡустым, күп нәмә һинән торасаҡ. ҡатын-ҡыҙҙың һөйөүен ҡәҙерләй белергә кәрәк.
Йәштәргә тағы ла ҡарап тора биреп, былай тип йомғаҡланы һүҙен:
– Ай-һай-һай! Бик тә һәйбәт булған бит әле! Яратыша белеү – бәхеттең башы ул. Мин һеҙгә аҡ бәхет һәм аҡ юл теләйем!
Латифа Ғәлиевна, ике йәштең ҡулын ҡыҫып, ихлас итеп хәйерле юл теләп, хушлашып тороп ҡалды.
Түбәләре күккә тейгән йәштәр тиҙҙән Өфөгә осто.

(Аҙағы. Башы 37-се һанда).
Сәбилә СӨЛӘЙМӘНОВА.
1976, 2011 йыл.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға