«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Эльвира ЙӘНТҮРИНА: «Бары тик эше генә кешене бейек йә түбән итә»



10.05.2011 Эльвира ЙӘНТҮРИНА: «Бары тик эше генә кешене бейек йә түбән итә»

Эльвира ЙӘНТҮРИНА: «Бары тик эше генә кешене бейек йә түбән итә»Баймаҡ районы ҡыҙы Эльвира Йәнтүрина булам. Бынан 22 йыл элек ҡыҫала йондоҙлоғо аҫтында донъяға килгәнмен. Мәктәптә уҡыған саҡта бөтә фәндәрҙе лә яратһам да, тарих дәресе күңелемә яҡыныраҡ булды. Шуға күрә Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтының тарих-филология факультетында уҡыйым.
Бала саҡтан уҡырға яратам. Бигерәк тә Р. Бикбаев, Т. Ғәниева, Г. Ғайсарова-Ғиззәтуллина, Х. Тапаҡовтың әҫәрҙәрен яҡын күрәм. Халҡыбыҙҙың эпос, легенда, риүәйәт, әкиәттәрен ғорурланып, илһамланып уҡыйым.
Бәйләм бәйләргә, тәмлекәстәр бешереп, атай-әсәйемде, ҡустымды ҡыуандырырға яратам. Ғөмүмән, эргәмдә йылмайыу тулы бәхетле йөҙҙәр булғанда йәшәүе лә еңел.
Донъяға һоҡланып, уның матурлығын күреп, кинәнеп йәшәүем өсөн атай-әсәйемә, Хоҙай Тәғәләгә оло рәхмәтлемен.
Хыялдарым, маҡсаттарым бик күп. Шуларҙың береһе – халҡыма файҙалы кеше булыу. Шуға күрә һәр ваҡыт халҡымдың әйтеме иҫемдә – тәбиғәттән берәү ҙә түбән йә бейек булмай, бары тик эше генә кешене түбән йә бейек итә.
http://vkontakte.ru/id194471170#club24213300 сайтында «Йәшлек» гүзәле» өсөн
тауыш биреү бара.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға