10.05.2011 Әлегә тик беренселек юлдаш
Искәндәр Ғафаров дүрт халыҡ-ара конкурстан еңеү менән ҡайтҡан
Йәшлек – ул энергия, һүнмәҫ дәрт, инициатива, бөтә нәмәне лә үҙ ихтыярыңа буйһондора алыу тойғоһо, күҙҙәрҙәге шаян осҡондар. Йәшлек – тормоштоң теҙгененән тотоп елер мәл. Бөтә нәмә лә үҙ ҡулыңда – йәшә, ижад ит, яңы үрҙәргә ынтыл. Бер минутыңды ла заяға үткәрмә, йәшлегеңдең йәмен, тәмен белеп ҡал, бөтә нәмәгә лә өлгөрөргә тырыш. Һеҙҙең менән таныштырасаҡ геройым – ана шулай тормошто, ваҡытты үҙенә буйһондора белгән йәш егет ул Искәндәр Ғафаров. Уның һүҙҙәренән, үҙен тотошонан уҡ энергия бөркөлөп тора, йәшлек дәрте аңҡый. Тап шундай кешеләр уңышҡа өлгәшә лә инде, тормошта үҙ урынын таба, үҙ исемен яҙа, тип уйлайһың ошо мәлдә.
Искәндәр Ғафаров – З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының 3-сө курсында фортепиано бүлегендә уҡып йөрөй. Егеткә әле 21 генә йәш. Шулай булыуына ҡарамаҫтан, уның уңыштарына ҡарап, ата-әсәһе, уҡытыусылары ғына түгел, Башҡортостан, Рәсәй халҡы ла һоҡланырлыҡ. Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, республика конкурстары лауреаты ул. Лауреат, тип кенә әйтеү ҙә аҙ булалыр. Дүрт халыҡ-ара конкурстан тәүге урын яулап ҡайтҡан йәш пианист .
Йәшлек дәрте, тип һүҙ башлаһам да, уңыштың башы, әлбиттә, бала саҡҡа барып тоташа. Уйын көйҙәрен көйләп йөрөгән улдарының музыкаль һәләтен тойоп ҡалған ата-әсә уны дүрт йәшенән үк музыка мәктәбенә алып бара. Артабан да йүнәлеш биреп, төп терәк һәм кәңәшсе булып тороусы кешеләре Искәндәрҙең атаһы – билдәле йырсы Алмас Ғафаров һәм шулай уҡ сәнғәт донъяһына мөкиббән ғашиҡ әсәһе Йәмилә апай. Уларға рәхмәттәре сикһеҙ егеттең. Рәхмәт тигәндән, һәр саҡ уҡытыусыһы Рөстәм Шәйхетдиновты телгә алмай ҡалмай пианист. Уның тураһында айырым бер йылылыҡ һәм рәхмәт тойғоһо менән һөйләй. «Әгәр Рөстәм Рәжәп улы булмаһа, конкурстар ҙа, яуланған уңыштарымдың береһе лә булмаҫ ине», – ти. Остазына кеше булараҡ та һоҡланып ҡарай. «Ул шул тиклем өлгөр, бер ҡасан да тик ултырмай, ваҡытын дөрөҫ итеп файҙалана белә, һәр саҡ камиллыҡҡа ынтыла, ирешкәне менән хушһынып, туҡтап ҡалмай, алға бара, хеҙмәт ярата, әүҙем ойоштороусы», – ти уҡытыусыһы тураһында. Искәндәрҙең үҙен дә күҙәтеп ултырам, остазының был һыҙаттары уға ла күсмәй ҡалмаған бит.
Музыкаль дөйөм белем биреү мәктәбендә уҡыған кешегә икеләтә ауырға тура килә. Сөнки бөтә мәктәптәрҙә уҡытылған предметтар ҙа тулы кимәлдә бирелә, өҫтәүенә, музыка буйынса дәрестәр ҙә аҙ түгел. Әммә тәбиғәттән бирелгән тырышлыҡмы, әллә ата-әсә тәрбиәһеме – Искәндәр бөтә фәндәрҙән дә тик «бишле»гә генә өлгәшә. Уның тырышлығы, хеҙмәткә һәләте профессор, сәнғәт фәндәре кандидаты, Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Рөстәм Шәйхетдиновтың та иғтибарынан ситтә ҡалмай.
Искәндәр 12 йәшендә Италияла үткән халыҡ-ара конкурста тәүгә үҙенең көсөн һынап ҡарай. Һынап ҡарай ғына ла түгел, тәүге урынды алып ҡайта. Бынан һуң Киев, унан – Болгария. Һәм гел тәүге урындар. Ә Искәндәр өсөн иң иҫтә ҡалғаны – былтыр февралдә Парижда үткән Скрябин исемендәге Х халыҡ-ара пианистар конкурсы. Иҫтә ҡалырлыҡ та шул. Парижда булып ҡайтыу үҙе генә лә ни тора. Ә инде иң йәш конкурсант булып, беренселекте бер кемгә лә бирмәй, еңеү ҙә яулаһаң... Искәндәр конкурста 40 минутлыҡ программа тәҡдим итә. Гендель, Прокофьев, Скрябин әҫәрҙәре менән бер рәттән, башҡорт композиторы Айрат ҡобағошовтоң «Фортепиано өсөн соната»һын да яңғырата егет Франция сәхнәһендә. Уйыны менән бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Баһалама ағзаларының күңеленә башҡорт музыкаһы ла хуш килә. Рәсәйҙең халыҡ артисы Михаил Воскресенский менән танышыуын да конкурстың бер иҫтәлекле мәле, тормошонда мөһим ваҡиға тип иҫәпләй Искәндәр.
Конкурстар, уҡыу, репетициялар менән генә ғүмере үтә икән был егеттең, тип уйламағыҙ. Әүҙем ялға, музыка менән шөғөлләнергә (аранжировкалар ҙа эшләй), интернет донъяһын байҡарға, дуҫтары менән осрашырға ла ваҡыт таба ул. «Нисек барыһына ла өлгөрәһең?» – тип һорамай булдыра алманым. «Элек ваҡыт бик тығыҙ була торғайны, ә хәҙер, юғары курс булғанғамы, ваҡыт хатта күп тә һымаҡ», – тип йылмая ул һорауыма. Ғәҙәттә, конкурстарҙа ҡатнашып йөрөгән уҡыусыларға, студенттарға ниндәйҙер ташламалар яһала торған. Конкурстарҙың уҡыуыңа ла йоғонтоһо барҙыр, тиеүемә лә яуабын тиҙ тапты егет. «Бар. Әммә ниндәйҙер икенсе төрлө йоғонто. Конкурста еңгән һайын, имтихандарҙа талаптарҙы ҡатыраҡ ҡуялар, сөнки планка юғарыраҡ. Бары тик бер генә осраҡта – конкурста уйнаған программаң имтихандыҡына тап килһә генә, «автомат» алыуың бар», – ти.
Искәндәр йыр донъяһында ла сит кеше түгел. Бәләкәй сағында бер мәл вокалға ла йөрөп ала. Шуға киләсәктә был өлкәлә лә үҙен һынап ҡарамаҡсы.
Иң ҙур хыялы – танылған музыкант булыу. Исемен Башҡортостанда ғына түгел, сит илдә лә танытыу. Һәм, әлбиттә, бөтә кешенеке кеүек үк ябай хыял – матур ғаилә ҡороу. Алсаҡ, эшһөйәр, тырыш егеткә, алдыңа ҡуйған маҡсаттарыңа ирешергә яҙһын, тип теләргә генә ҡала.
Руфина ДӘҮЛӘТОВА.