07.09.2010 Бар булмышы менән сәнғәт кешеһе
Сибай ҡалаһында тыуып, әле баш ҡалала йәшәүсе Гөлшат Ғәйетбаева – бар булмышы менән сәнғәт кешеһе. Өфө сәнғәт училищеһының музыка теорияһы бүлегенең һуңғы курсында уҡый. Киләсәктә ошо өлкәлә тәнҡитсе буласаҡ ҡыҙ, аныҡ маҡсаттар ҡуйып, хыялына тура юлдар яра – сольфеджио, гармония, импровизация, композиция, музыкаль әҙәбиәт кеүек фәндәр буйынса уҡыу йортонда алған белеме менән генә сикләнеп ҡалмай, үҙ аллы ла бик күп шөғөлләнә, махсус китаптар уҡый. Айырыуса төрлө быуын композиторҙарының ижади тормошо менән ҡыҙыҡһына ул.
Үҙе лә көйҙәр яҙыусы һылыу фортепианола, скрипкала уйнай, төрлө концерт-кисәләрҙе алып бара. Бәләкәстән бейергә ярата. Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге музыкаль белем биреү гимназияһында уҡыған мәлендә танылған бейеүсе Рәшиҙә апай Туйсина етәкләгән «Ынйы» ансамбленең солисткаһы ла була. Бөгөн иһә Гөлшат «Ирәндек» бейеү ансамблендә, «Һылыуҡай» студияһында шөғөлләнеп, камиллыҡ серҙәренә төшөнә.
Башҡорт ҡыҙҙары алама ғәҙәттәргә бирелмәҫкә, тышҡы ҡиәфәте менән ир-егеттәрҙән айырылып торорға, күңеле матур, инсафлы булырға, һәр ваҡыт күркәмлеккә ынтылырға тейеш, тип иҫәпләй халҡыбыҙ мәҙәниәтенә мөкиббән ғашиҡ, йөҙөнән ихласлыҡ, нур бөркөлөүсе Сибай ҡыҙы.
Миләүшә ҡАСИМОВА.