«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Күңел байлығы – бейеүҙә



30.04.2011 Күңел байлығы – бейеүҙә

Фәнис Кәримов, үҙең өсөн генә булһа ла бейеү тәнгә лә, йәнгә лә дауа, тигән фекерҙә
Күңел байлығы – бейеүҙәУрамда уға иғтибар ҙа итмәй, янынан үтеп китергә мөмкин. Сөнки Учалыла уның кеүек һөйкөмлө, һомғол егеттәр аҙым һайын осрай. Ләкин Фәнис Кәримов милли кейемдә сәхнәгә сыҡһа, унан күҙ ҙә алып булмай, ә бейей башлаһа, бөтөнләй арбай. Шундай бирелеп, үксәһенән осҡон сәсрәтеп бейей, әйтерһең дә, сәхнәлә кемдеңдер тотош ғүмерен һынландыра. Һәр бер сығышы − бейеүгә һалынған тарих, хәрәкәттәр, ым-ишара аша сағылған тотош яҙмыш...
Фәнис Уральскиҙағы бейеүсе Кәримовтар династияһынан. Сәхнәгә уны алты йәшендә атаһы Фәсих Кәтип улы сығара: «Бар күңелеңде һалып бейеһәң, халыҡ үҙеңде ҡабул итер, илке-һалҡы йөрөр булһаң, сәхнәгә яҡын да килмә». Атаһының ошо һүҙҙәрен Фәнис һәр ваҡыт иҫендә тота, сәхнәне уйлау менән ҡабынып, бейергә елкенеп төшә.
− Үҙемде иҫләгәндән алып бейейем: тәүҙә «Ирәмәл» коллективында, аҙаҡ «Ләйсән» халыҡ ансамблендә, − ти ул. − Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт училищеһына уҡырға ингәс, ҡала филармонияһында эшләп йөрөнөм. Һуңынан, уҡыуҙы тамамлағас, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә эшләү бәхете тейҙе. Хатта армияла ла Ленинград хәрби ансамбле составында хеҙмәт иттем. Ләкин аяғымдағы йәрәхәт мине оло сәхнәнән айырҙы. Тәүҙә ҡанаттар ҡайырылғандай тойолһа ла, һуңынан барыһы ла үҙ урынына ултыр­ҙы. Әлеге ваҡытта «Ирәмәл» өлгөлө балалар ансамбленең етәксеһе булып эшләйем. Балаларға бейеү серҙәрен өйрәтеү, уларҙың булмышын бейеү аша асыу, һәләттәрен камиллаштырыу − ҡыҙыҡ шөғөл. Әйткәндәй, күнекмәләр, репетициялар ваҡытында үҙең өсөн тағы ла нимәлер асаһың, үҙләштерәһең, өйрәнәһең.
Әлбиттә, бейеүсе өсөн аяҡтарҙың сәләмәтлеге ҙур әһәмиәткә эйә. Улар − төп «эш инстру­­мен­ты». Ләкин техникаң шәп булып та, хис-тойғоларың ҡатҡан икән, сығыш яһаусы менән тамашасы араһында энергетик бәйләнеш барлыҡҡа килмәй. Был йәһәттән Фәнис бәхетле бейеүсе − уның һәр сығышын көтөп алалар, яратып ҡабул итәләр, алҡыш­тар­ҙы йәлләмәйҙәр. «Ба­йыҡ» телевизион проектында икенсе урын ғына алһа ла, халыҡ уның башҡарыуындағы «Форт Перовский»ҙы һаман иҫләйҙер, моғайын. Сөнки бейеүе бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Фәнис башҡорт бейеү сәнғәтенә яңы һулыш өргән − төрлө йәштәге һәләтлеләрҙең исемдәрен асҡан, онотолған бейеүҙәрҙе тергеҙгән, яңыларын ижад итергә этәргән «Байыҡ» конкурсында тағы ла үҙ көсөн һынап ҡарамаҡсы. Быйыл ҡатыны Гөлиә менән − «Дуҫлыҡ», Ғәлимжан Хилажев, Тимур Әхмәтов менән бергә «Өс туған» бейеүҙәрен тәҡдим итәсәктәр.
− Һәр кем бейергә тейеш, тип иҫәпләйем, сәхнәгә сығыр өсөн түгел, үҙең өсөн булһа ла, был бик файҙалы, тәнгә лә, йәнгә лә дауа, − ти Фәнис. − Ғөмүмән, һәр кемдең үҙенең бейеүе, күңелендә уйнаған үҙ көйө, үҙенең хореографияһы. Башҡалар һалған бейеүҙе лә һәр кем үҙенсә бейей, күңел байлығы, хис-тойғолар көсө, тән камиллығы һәр беребеҙҙә үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ бит. Шуға ла бейеүҙән айырылмағыҙ, тим, бейегән кеше бай була!

Баныу ҡАҺАРМАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға