23.04.2011 Бәйгеләрҙә сапҡан ат кеүек
Яҙыусыларҙың оло йыйынында гәзитебеҙ иғлан иткән Рәшит Солтангәрәев исемендәге республика хикәйәләр конкурсы еңеүселәрен ҡотлау тантанаһы үтте
Башҡортостан яҙыусыларының XV съезы Рәшит Солтангәрәев исемендәге республика хикәйәләр конкурсы еңеүселәре өсөн икеләтә әһәмиәтле һәм иҫтәлекле булды. Бар яҙыусылар алдында, Сәғит Агиш, Рәшит Солтангәрәев, Шакир Янбаев, Ноғман Мусин кеүек шәп хикәйәсе тип нарыҡлап, бүләк тапшырһындар әле – һәр ижадсыға тәтер бәхет түгел был.
Бәйгенең гран-прийын яулаусы билдәле прозаик Рәлис Ураҙғоловҡа Рәшит Солтангәрәевтың яҡташтары, бәйгенең төп ойоштороусыларының береһе – Көйөргәҙе районы хакимиәте (башлығы Әхәт ҡотләхмәтов) алдан инселәнгән ноутбукты бүләк итте.
– Көйөргәҙе районынан яҙыусыларҙың оло йыйынына ҡайнар сәләм! – тине Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Люциә Хәмитова. – Беҙ яҙыусыларыбыҙҙы бәйғәмбәр урынына күрәбеҙ, уларҙың яҙған әҫәрҙәрен уҡып – аҡыл, фәһем, фекерҙәрен тыңлап, тормошта дөрөҫ юл алабыҙ. Рәшит Солтангәрәев, Тамара Ғәниева, Зөһрә ҡотлогилдина, Ғәлим Хисамов һәм башҡа яҡташ яҙыусыларыбыҙҙы халыҡ бигерәк тә яратып ҡабул итә. ҡулығыҙҙан ҡәләм төшмәһен, халҡыбыҙҙы әйҙәүсе көс һеҙҙе ташламаһын, ти һеҙгә көйөргәҙеләр.
Беренсе урын яулаусы Мәүлит Ямалетдинов кеүек күренекле әҙиптәрҙең ҡыҙыҡлы һәм юғары кимәлдәге әҫәрҙәре менән ҡатнашыуы бәйгегә бермә-бер мәртәбә өҫтәне. Һәм еңеүселәр араһында уларҙың да булыуы икеләтә ҡыуаныслы. Һүҙ юҡ, яңы ҡулына ҡәләм алыусылар менән сағыштырғанда, уларҙың ижады бик күпкә юғары һәм улар бер бизмәнгә һалып үлсәнә. Әммә конкурстың кимәле тик юғары кимәлдәге әҫәрҙәр менән генә билдәләнә. Өлгө алһындар, бер ҙә булмаһа, уларға, тәжрибәле әҙиптәргә, эйәрһен әйҙә проза атына яңы ғына эйәр һалыусылар.
– «Йәшлек» гәзите ойошторған һәр конкурста, акцияла ҡатнашырға тырышам. Сөнки, берҙән, ойоштора һәм ҡыҙыҡһындыра беләһегеҙ, хикәйәләр бәйгеһеме, шиғыр конкурсымы, йә подпискаға бәйле булһынмы – юғары кимәлдә үтә. Икенсенән, ижад кешеһе, Мостай әйтмешләй, былай ҙа бәйгеләрҙә сапҡан ат ише, ә иңендә – заман ғәме, ваҡыт хәстәре, – ти Мәүлит ағай.
Әбйәлилдән Иҙрис Ноғомановтың әҫәрҙәре «Йәшлек»тә тиҫтә йылдар буйы баҫыла килә. Уҡыусылар уның әҫәрҙәрен көтөп ала.
– Шатлыҡ өҫтөнә шатлыҡ ул, – тип йылмая Иҙрис. – Һеҙҙең бәйгелә беренсе урын алыуым сираттағы уңышым булһа, «Ағиҙел» журналында «Һаҡмарбашы» исемле тәүге романым баҫылыуы – оло бер ваҡиға.
Беренсе урын алыусы ҡәләм оҫталарына Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы үҙ бүләген тапшырҙы. Ғөмүмән, союз «Йәшлек»тең әҙәбиәткә ҡағылышлы һәр башланғысын күтәреп алып, бар йәһәттән дә ярҙам күрһәтеп тора. Таланттарҙың ҡәҙерен белгән, һәр изге эшкә теләктәшлек белдереп тороусы Әбйәлил районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты исеменән Иштимер Ғүмәр улы Солтанов Иҙрискә, яҡташ яҙыусыбыҙ рәхәтләнеп ижад итһен, һис тә сырхамаһын, тип оло бер батман бал да тоттороп ҡуйҙы.
Яңы исемдәр ҙә эҙләне бәйге. Булды улар ҙа еңеүселәр исемлегендә. Гөлдәр Бүләкбаева, Илсиә ҡасимова, Мансур Һәҙиәтов...
– Әҙәбиәткә булған ынтылышым бала саҡтан уҡ килә, шиғырҙар ҙа, мәҡәләләр ҙә яҙҙым, – тип һөйләй «Йәншишмә» гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары, хикәйәләр конкурсында икенсе урын алыусы Гөлдәр Мөхәррәм ҡыҙы. – Тормош тәжрибәһеме, ҡәләм ҡөҙрәтеме прозаға әйҙәне. «Йәшлек»тәге конкурсҡа тәүге хикәйәмде бирергә баҙнат иттем. Баҫылып сыҡҡас та үҙемә булған ышанысым артты, бер-бер артлы бер нисә хикәйә яҙып ҡуйҙым. Күрәһең, күңелемдә күптән йәшәгәндер ижад ҡомары, кемдеңдер ҡапҡа асыуын көткәндер. Еңеүемдән бигерәк, йәштәр гәзите лә, әлеге бәйге лә ышаныс биреүе менән ҡәҙерле миңә.
Сибай ҡалаһынан килгән Рәмилә Торомтаева ике йыл элек үткән тәүге хикәйәләр конкурсында ла ҡатнашып, лауреат булғайны. Был юлы ул икенсе урын алды. Бәйгенең жюри рәйесе, күренекле прозаик Әмир Әминев, киләсәктә Рәмиләнең әҫәрҙәре прозабыҙҙың бер биҙәге буласаҡ, уға беҙ ҙур өмөттәр бағлайбыҙ, тине. Ҙур баһа был. Рәмилә лә ағайҙарының ышанысын аҡлар, моғайын, үҙе лә, хәҙер әҙәбиәттән мине бер ни ҙә айыра алмаҫ, ахыры, тип йылмая.
Гөлдәр менән Рәмиләгә Башҡортостан «Китап» нәшриәте үҙҙәренең бүләктәрен тапшырҙы. Нәшриәттең директоры Зөфәр Тимербулатов еңеүселәрҙе ҡотлап ҡына ҡалманы, ә һөйөнөслө хәбәрен дә еткерҙе:
– Әҙәбиәтебеҙҙең киләсәген хәстәрләһәк, бындай конкурстарға ла әһәмиәт бирергә тейешбеҙ. Бик һәйбәт хикәйәләр баҫылды «Йәшлек»тә, ә нишләп беҙ еңеүселәрҙең егермеләп уҡымлы хикәйәһен бергә йыйып, китап итеп сығармайбыҙ әле?! Беҙҙең халыҡ хикәйә уҡырға ярата һәм был йыйынтыҡ уларҙың көтөп алған китабына әйләнәсәк.
Уйлаһаң, хайран ҡалырлыҡ шәп идея. Әле китап әҙерләнә. Ике тапҡыр үткән Рәшит Солтангәрәев исемендәге хикәйәләр конкурсында йәмғеһе йөҙҙән ашыу хикәйә ҡатнашып, шуларҙың 76-һы «Йәшлек» гәзите биттәрендә донъя күрҙе. Оло хазина бит. Был байлыҡтың ынйылары уҡыусыларға китап булып барып етһә, тағы ла шатлыҡ, тағы ла әҙәбиәтебеҙ киләсәге хаҡында хәстәрлек тә баһа.
Өсөнсө урынға лайыҡ булыусы Рәсүл Сәғитов, Дилбәр Булатова һәм Заһит Мурсиев «Йәшлек» әҙерләгән иҫтәлекле бүләктәрҙе алып һөйөндө.
– Йөрәккә ижад уты бер тоҡанһа, һүнмәйҙер инде. Ул ут беҙҙең йыуаныс та, ғазап та хәҙер, – Рәсүлдең һүҙҙәре был. Хаҡ һүҙҙәр. Өҫтәп шуны ғына әйтәһе: заман бурандары ла, күбәләктең ҡанат елпеүе лә дөрләтә ала был утты. Ижад ҡорос рухлы ла, нескә күңелле лә була ала шул.
Мөнир ҡУНАФИН.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.