«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » «Сибәрһең дә,уңғанһың да, эй, башҡорт ҡыҙы!»



22.03.2011 «Сибәрһең дә,уңғанһың да, эй, башҡорт ҡыҙы!»

Әбйәлил район мәҙәниәт һарайында «Һылыуҡай – 2011» конкурсы уҙҙы
«Сибәрһең дә,уңғанһың да, эй, башҡорт ҡыҙы!»Оҙайлы көн, йоҡоһоҙ төн буйына һуҙылған хореография, вокал, актер оҫталығы, визаж буйынса белгестәр менән махсус дәрестәр, төрлө костюм һайлау мәшәҡәттәре, сығыш алдынан уйланыуҙар, борсолоуҙар – матурлыҡ бәйгеһенең финалына уңышлы сыҡҡан райондың һылыу­ҙарҙан-һылыу ҡыҙҙары өсөн барыһы ла артта ҡалды...
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан район сәхнәһендә «Әбйәлил һылыуҡайы» исемен йөрөтөү хоҡуғы өсөн ун алты сибәркәй көс һынашты. Бәйгенең төрлө һынауҙарында конкурсанттарыбыҙ үҙҙәренең өйҙәрендә уңған хужабикә, мәжлестә тәртипле ҡунаҡ, ял сәғәттәрендә йырсы ла, бейеүсе лә, сәләмәт тормош яҡлы спортсы ла булыуын күрһәтте.
Конкурсты һүҙ нәфислеген тикшергән «визитка» ярышы асты. Һылыуҡайҙар үҙҙәре менән таныштырып, алдарына ҡуйған маҡсаттары, яҡты уй-хыялдары хаҡында һөйләне. Мәҫәлән, Гөлниса Ғафарова (Юлдаш), Эльмира Вахитова (ҡырҙас), Зарина ҡәйепҡолова (Сиҙәм), Азалия Әхмәтова (Һамар) киләсәктә аҡ халатлы табип булырға хыяллан­һа, Айгөл Хафизова (Күсем) һәм Илсиә Вәлиева (Асҡар) – уҡытыусы, Зөл­фиә Хәйбуллина (Михай­ловка), Гөлфинә Яҡупова (Асҡар) – архитектор, Дилә Юлмөхәмәтова (Дәүләт) журналист һөнәрҙәрен үҙ итергә ниәтләй. Ә Буранғол һылыуы Нәзифә Хашимова башҡорт халҡының данын уның сағыу бейеүҙәре аша таратасағы хаҡында бәйән итте.
Гүзәл заттарҙың һығылмалылығын, нәфислеген, хәрәкәтсәнлеген шейпинг конкурсы баһаланы. Бәй­геселәрҙең оҫта биҙәнеү, зауыҡ менән кейенеү һәләтен дефиле һынауы асыҡланы.
Конкурстың финалына сыҡҡан матур ҙа, егәрле лә, һәр яҡтан талантлы ҡыҙҙар­ҙың сығыштарын шәхси эшҡыуар, жюри рәйесе А. Әминев, муниципаль район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе Р. Рәхмәтуллин, «Юрға» ат-спорт мәктәбе директоры И. Мусин, «Эльдорадо» магазиндары селтәренең Асҡар филиалы директоры У. Атауллин, «Урал аръяғы» МТС-ы филиалы директоры И. Хәсәнов баһаланы (улар сараның бағыусылары ла булды).
«2011 йылдың Әбйәлил һылыуҡайы» исеменә һәм гран-приға Азалия Әхмәтова (Һамар) лайыҡ булды. Беренсе, икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Дилә Юлмөхәмәтова (Дәүләт), Юлиә Рәхмәтуллина (Красная Башкирия), Нәзифә Хашимова (Буранғол) бүлеште. Жюри ағзалары һылыу­ҡайҙарҙы төрлө номинациялар буйынса ла билдәләне.

Лилиә ҡОЛМӨХӘМӘТОВА.
Иштимер ЙОСОПОВ фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға