«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Гөлсәсәк АҠЫЛОВА: «Бары тик «алға» ғына»



15.03.2011 Гөлсәсәк АҠЫЛОВА: «Бары тик «алға» ғына»

Гөлсәсәк АҠЫЛОВА: «Бары тик «алға» ғына»Мин Башҡортостандың иң матур төбәктәренең береһе – Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылында ерҙе ап-аҡ ҡар ҡаплағанда, ата-әсәйемде ҡыуандырып, 1992 йылдың 1 декабрендә Уҡсы йондоҙлоғо аҫтында донъяға килгәнмен.
Бала саҡтан йыр-моңға, бейеүгә маһир булдым. Н. Мусиндың, З. Биишеваның, Д. Бүләковтың әҫәрҙәрен яратып уҡыйым. Күңелемдә булған хис-тойғоларымды шиғыр юлдарына һалам. Әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт университетында 1-се курс­та белем алам. ҡул ҡаушырып ултырырға яратмайым. Бейеү түңәрәгенә йөрөйөм, китаптар уҡыйым. Был донъяның һәр минутының ҡәҙерен белеп йәшәргә тырышам. Саф күңелле, алсаҡ, мөләйем кешеләрҙе яратам. Киләсәккә маҡсаттарым күп. Теләгем – төплө белем алып, республикама файҙалы кеше булыу.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға