04.09.2010 Күсмә кубок-Иглин умартасыһында!
Йола буйынса ярыш алдағыһында еңеү яулаған бәйгесенең тыуған төйәгендә уҙғарыла. Былтыр яҡташыбыҙ, Смаҡай егете Илгиз Шәнгәрәев, иң маһир умартасы исеменә лайыҡ булып, Ишембайҙа быйылғы конкурсты уҙғарыу хоҡуғын яулап ҡайтҡайны. Ниһайәт, ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған, быуындан-быуынға күсеп килгән башҡорт халҡының иң ҡыҙыҡлы, иң мауыҡтырғыс, иң файҙалы һөнәр эйәләре Юрматы ерендә лә осрашты.
Умартасы – ысын мәғәнәһендә изге һөнәр. Изге йән эйәләре – бал ҡорттары етештергән бал һәм башҡа умартасылыҡ продукттары мең төрлө сиргә лә дауа. Тимәк, умартасы ла, табиптар кеүек үк, кеше һаулығы һағында тора, йәғни изге хеҙмәт башҡара. Бына шул бик күп сабырлыҡ, тырышлыҡ, оҫталыҡ талап иткән һөнәр эйәләренең «иң-иң»дәре – халыҡ яратып әйтеп йөрөткән «бал бабайҙары» йыйылды бәйгегә. Унда Башҡортостандың 44 районынан 56 умартасы һәм 39 райондан 45 йәш умартасы көс һынашты.
Йөҙләп умартасы көс һынашты
Конкурсты асыу тантанаһын да бик матур ойошторғайны ишембайҙар. Парадҡа баҫҡан умартасыларҙы һәм күп һанлы ҡунаҡтарҙы башта «бал ҡорттары» – Балалар һәм үҫмерҙәр ижад һарайында шөғөлләнеүсе кескәйҙәр бейеп сәләмләне.
Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Марат Ғайсин, конкурстың Ишембай ерендә үтеүенә бик шат булыуын белдереп, йыйылыусыларҙы төбәктең социаль - иҡтисади хәле менән ҡыҫҡаса таныштырҙы, бәйгеселәргә уңыштар теләне.
Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министры урынбаҫары Раил Афзалов, мәғариф министры урынбаҫары Артур Сурин, баһалама комиссияһы рәйесе, «Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге» дәүләт учреждениеһының генераль директоры Әмир Ишемғолов, үҙҙәренең сәләмләүҙәрендә умартасылыҡтың ауыл хужалығында иң килемле тармаҡ, умартасыларҙың үҙ һөнәрҙәренә һәр саҡ тоғро ҡалған, халыҡ алдында абруй ҡаҙанған хөрмәтле кешеләр икәнен әйтеп, бәйгенең төп маҡсаттарының береһе – ҡортсолоҡто артабан да үҫтереүгә өлөш индереү, умартасылыҡтағы яңы, файҙалы алымдарҙы өйрәнеү һәм таратыу икәнен дә һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ә флаг күтәреү хоҡуғы, әлбиттә, былтырғы конкурс еңеүсеһе Илгиз Шәнгәрәевҡа бирелде.
Йәш умартасылар теория буйынса көс һынашҡанда өлкәндәр кәңәшмә уҙғарҙы. Унда умартасылыҡты артабан да үҫтереүгә, донъяла дан ҡаҙанған башҡорт балының мәртәбәһен тағы ла күтәреүгә, башҡорт тоҡомло ҡорттарҙы үрсетеүгә ҡағылышлы мәсьәләләр ҡаралды. Бик күптәр үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар алды. Умартасыларҙы бигерәк тә бал ҡорттарына ҡағылышлы сирҙәргә ҡаршы көрәш ысулдары, ҡортсолоҡ тармағына дәүләт ярҙамы ҡыҙыҡһындырҙы, күптәр йүкәлектәрҙең күпләп ҡырҡылыуына, бал биреүсе үҫемлектәрҙең һәм ауыл хужалығы культураларының кәмеүенә борсолоуын белдерҙе.
Кәңәшмә аҙағында өлкән умартасылар бал ҡорттарын үрсетеүгә һәм уларҙың продуктлылығын күтәреүгә, шулай уҡ умартасы хеҙмәтен еңеләйтеүгә ҡағылышлы тәҡдимдәрен, төрлө ҡулайламаларын баһалама комиссияһы ағзалары һәм йыйылыусылар хөкөмөнә сығарҙы. Уларҙың һәммәһе лә бик ҡыҙыҡлы һәм файҙалы тип табылып, артабан үҙҙәре хаҡындағы белешмә-брошюраға индереп, халыҡҡа таратыу кәрәклеге хаҡында белдерелде.
Ул арала йәш умартасылар теория буйынса имтихан тапшыра һалып, бәйгенең практик өлөшөндә үҙ оҫталыҡтарын күрһәтергә тотоноп та китте.
Иң йәш бәйгесегә – 7 йәш!
– Бал ҡорттары менән эшләү бик ҡыҙыҡлы. Мин – уларҙы, улар мине ярата, – ти умартанан саҡ ҡына ҡалҡыу булған иң йәш бәйгесе, Стәрлебаш районынан килгән 7 йәшлек Динислам Ғәлиев умартаға теҙергә рамдар һайлаған арала.
Йәш бәйгеселәр араһында ҡыҙҙар ҙа күп кенә. Рәйхана Талипова Сибайҙан килгән. Конкурста беренсе тапҡыр ҡатнаша, шуға ла бик тулҡынланам, ти ҡыҙ. Гүзәлиә Кәримова иһә Кушнаренко районының ҡаратәкә ауылынан. Ул да беренсе тапҡыр көс һынаша, ҡыҙҙың ике апаһы һәм ҡустыһы ла умарталыҡта эшләргә ярата икән.
Уҙған йылғы «Йәш умартасы» республика конкурсында икенсе урынды яулаған Ишембай ҡыҙы Гөлназ Шәнгәрәева, үҙенә бирелгән эште үтәй һалып, янына баһалама комиссияһы ағзалары килеүен көтә ине.
– Быйылғы бәйгегә ныҡлап әҙерләндем һәм иҫәбем – еңеүсе булыу. Конкурста ҡустым да ҡатнаша, ул да алдынғылар рәтендә булыр, тип уйлайым, – ти ҡыҙ.
Гөлназ менән Илфаттың төп көйәрмәне әсәләре – «Башҡорт балы» магазины хужабикәһе Гөлшат Әүхәҙи ҡыҙы, әлбиттә. Ул балаларының еңеүенә ышанысын белдерҙе. Һәм, ысынлап та, әсәләренең өмөтөн аҡлап, Гөлназ быйылғы «Йәш умартасы» республика бәйгеһендә беренсе урынды яуланы, ә Илфат алтынсы урынға сыҡты.
Икенсе урынға, еңеүсенән бер мәрәйгә генә ҡалышып, Шаран районы вәкиле Денис Назаров сыҡты. Иглин районынан Айрат Ишембаев өсөнсө һөҙөмтә күрһәтте.
Өлкәндәр араһында ла ярыш бик көсөргәнешле барҙы. Һәр бәйгесе, бар белгәнен эшкә егеп, еңеүсе таҫмаһын тағырға ынтылды. Араларындағы иң йәш умартасы Руслан Әхәтов (Яңауыл районы) тулҡынланыуын йәшермәй:
– Әлбиттә, еңеүсе булырға иҫәп юҡ түгел, әммә ошондай мәртәбәле конкурста ҡатнашыуым, оло тәжрибә туплаған өлкән ағайҙар, апайҙар менән бер сафта тороп көс һынаша алыуым ҡәҙерлерәк, – ти 18 йәшлек умартасы.
Дамир Хәлитов Федоровка районының Батыр ауылынан килгән. Ул бала саҡтан уҡ умартасылыҡ менән шөғөлләнгән, үҙе уҡытҡан мәктәптә умартасылар түңәрәге асып, был һөнәргә уҡыусыларын да йәлеп итә икән. Быйылғы ҡоролоҡ күпләп бал алырға ҡамасаулаһа ла, умарталарын күсереп йөрөтөп, 2 тонна самаһы татлы ризыҡ алырға өлгәшкән. Әйткәндәй, Дамир Закир улы «Салауат йыйыны – 2010»-ға алды быяланан ғына торған умарта алып килгәйне һәм күптәр бал ҡорттарының умарта эсендәге эшмәкәрлеген ҡыҙыҡһынып күҙәтте.
500 баш умарта – сик түгел!
Иглин районынан килгән бәйгесе Рәшит Аҙнабаевтың хужалығында 500 баш умарта аҫрала, ул күптән бал етештереп кенә ҡалмай, күсле пакеттар ҙа етештереп, һатыу менән шөғөлләнә. Оҫта умартасы конкурс барышында инә ҡорттарҙы үрсетеү тәжрибәһе менән дә уртаҡлашты. Һәм ул бәйгелә иң маһиры булып сыҡты ла инде. Беренсе урынға лайыҡ булып, күсмә кубокты яуланы. Еңеүсегә призды – электр бал һурҙырғысын Раил Шәриф улы Афзалов тапшырҙы.
Икенсе урынға Миәкә районы вәкиле Рәис Мөхәмәтшин лайыҡ булһа, өсөнсө урынды Олег Дмитриев (Шаран районы) яуланы.
Умартасылар династияһы ярышында иһә тәүге урынға Ейәнсуранан килгән аталы-уллы Алтынсуриндар сыҡты. Икенсе, өсөнсө урындарҙы Иглин районынан Ишембаевтар һәм Тәтешле районынан Байғужиндар яуланы.
Бәйгене ойоштороуҙа ҡатнашҡан министрлыҡтар, Ишембай районы муниципаль район хакимиәте, «Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге» дәүләт учреждениеһы күп һанлы ҡиммәтле приздар булдырғайны. Улар тантаналы шарттарҙа еңеүселәргә һәм ҡатнашыусыларға тапшырылды.
ҡунаҡтарҙы изге Торатау ҙа сәләмләне
Ишембайҙар бәйгеселәр өсөн ҡыҙыҡлы мәҙәни саралар ҙа әҙерләгәйне. Мәҫәлән, йәш умартасыларға Ишембайҙың иҫтәлекле урындарына, изге тауыбыҙ, мәшһүр Торатауға сәфәр ойошторолдо. Конкурс башында һәм аҙағында күрһәтелгән концерт номерҙары ла һоҡланғыс булды. Ишембай «йондоҙ»ҙары Кинйә Әхмәҙиев, Регина Төхвәтуллина, «Байыҡ» республика бейеүселәр конкурсында гран-при яулаған «Тәйрүк» балалар бейеү ансамбле, Маҡар ауылы һәүәҫкәрҙәре һәм башҡаларҙың сығышы һәр кемдең күңеленә хуш килде.
Бәйгеселәр ҙә, килгән ҡунаҡтар ҙа конкурстың юғары кимәлдә ойошторолоуын билдәләп, ишембайҙарға оло рәхмәтен белдерҙе.
Мәғариф министры урынбаҫары Артур Сурин беҙҙең менән әңгәмәлә бәйгенең бигерәк тә йәш умартасылар өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булыуын әйтеп үтте.
– «Йәш умартасы» республика конкурсында ҡатнашыусылар йылдан-йыл күбәйә. Был үҙе үк балаларҙың умартасы һөнәренә ылыға барыуын күрһәтә. Беҙ, юҡ мөмкинлекте бар итеп, республика мәктәптәрендә умартасылыҡ дәрестәре индерергә ынтылабыҙ. Был үҙе үк тәрбиә дәрестәре бит. Умартасы булырға ынтылыу – яҡшылыҡҡа ынтылыу менән бер ул, – тине Артур Шәйхетдин улы.
Эйе, умартасыларҙы киң күңелле, асыҡ йөҙлө, ипле һәм эшсән итеп күреп өйрәнгәнбеҙ һәм был ысын мәғәнәһендә шулай ҙа. Таҙа булмағандарҙы бал ҡорттары ҡабул итмәй.
Бәйгелә ҡатнашыусылар менән аралашҡанда беҙ уларҙан ниндәйҙер йылылыҡ, мәрхәмәтлелек, һөйкөмлөлөк бөркөлөүен тойҙоҡ. Бар яҡлап та матур кеше шул умартасы! Һәм бына ошо «бал бабайҙары»ның киләһе конкурсы быйылғы еңеүсенең тыуған төбәгендә – Иглин районында үтәсәк.
Мөҙәрис БАГАЕВ.
Гөлназ ИШЕМБАЕВА фотолары.