12.03.2011 Шаяндар һәм тапҡырҙар көс һынаша
10 мартта «Шаяниум – 2011» шаяндар һәм тапҡырҙар конкурсы, йылдағыса, үҙенең һайлап алыу турҙарын башланы. Унда мәктәп уҡыусылары ҡатнаша. Быйыл үҙҙәрен һынап ҡарарға 22 команда теләк белдергән. Конкурстың темаһы – «Берҙәмлектә көс!». Еңеүселәр ошо һүҙҙәрҙең мәғәнәһен тамашасыларына ҡыҙыҡлы ла, көлкөлө лә итеп аңлатып бирә алыуына ҡарап баһаланасаҡ. Уҡыу йорттары сәхнәгә 12 – 15 кешенән торған командаһын сығара.
10 мартта һайлап алыу туры Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге гимназия-интернатта, 11 мартта 84-се татар гимназияһында үтте. Бөгөн – 140-сы башҡорт гимназияһы шаян һәм тапҡыр уҡыусыларҙы ҡабул итә, ә 14 мартта ошондай уҡ ярыштар 158-се башҡорт гимназияһында буласаҡ. Иң оҫта, иң шаян, иң тапҡыр командаларҙы күрергә теләүселәр 18 мартта ҡала мәҙәниәт һарайына финал уйындарына рәхим итһен.
Конкурста «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле», «Иң яҡшы ир-егет роле», «Иң яҡшы көләмәс», «Тамашасы һөйөүе» номинациялары ла билдәләнәсәк.
Р. РИНАТОВА.