26.02.2011 Һүрәте – һүрәт, яуап кәрәк!
Ватанды һаҡлаусылар байрамы менән, йәмәғәт! Илде һаҡлаусыларҙы данлай ҙа, әрменән ҡасыусыларҙы тәнҡитләй ҙә беләһегеҙ, әй. Яуаптарығыҙ оҡшаны. «Йәшлек» әҙерләгән китап менән әсе яуап яҙған һәм социаль мәсьәлә лә күтәргән Ғәфүр САФИН (Бөрйән районы) бүләкләнә.
Оҙаҡламай яҙ. Бесәйҙәр ҡотора. Шул темаға һеҙҙең иғтибарға – мәҙәк һүрәт.