01.03.2011 Айгөл Вәлитова: «Нимә генә булмаһын, барыһы ла яҡшыға!»
Гүзәл тәбиғәтле Мәләүез һылыуы Айгөл Вәлитова булам. Бынан 21 йыл элек ҡуҙы йондоҙлоғо аҫтында донъяға килгәнмен. Мәктәптә бөтөн фәндәрҙе лә берҙәй яратһам да, теүәл фәндәр күңелемә яҡыныраҡ булды. Иҡтисадсы булыу теләге Башҡорт дәүләт аграр университетына алып килде лә инде. Әле 4-се курста уҡып йөрөйөм.
Заман менән бергә атларға, һәр саҡ алдынғылар рәтендә булырға ынтылам. Был донъяла бер генә йәшәйбеҙ, шуға ла һәр ергә өлгөрөргә тырышам. Тормошҡа оптимистарса ҡарайым, шулай ҙа күңелем тулып киткәндә йырлайым, был минең рухи донъямды байыта. Спорт яратам, еңел атлетика менән шөғөлләнәм. Хыялдарым да бик күп. Шуларҙың иң мөһиме – үҙ һөнәремдең алдынғы белгесе булып, республикама, халҡыма намыҫлы хеҙмәт итеү. Халҡымдың ғөрөф-ғәҙәттәрен киләсәк быуынға еткереүҙе лә маҡсат итеп ҡуйҙым.