«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Луиза ЗАКИРЙӘНОВА: «Камиллыҡтың юҡтыр сиктәре»



01.02.2011 Луиза ЗАКИРЙӘНОВА: «Камиллыҡтың юҡтыр сиктәре»

Луиза ЗАКИРЙӘНОВА: «Камиллыҡтың юҡтыр сиктәре»Мин – Әйле ырыуынанмын. Халҡымдың ғорурлығына, илемдең матурлығына, телемдең байлығына һоҡланып йәшәгән ҡыҙмын. Тыуып үҫкән яғым – йәмле Мәсетле районы. Әле Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетының инглиз бүлегендә III курста белем алам. Уҡытыусы булып, киләсәк быуынды әҙәпле, үҙ халҡыбыҙҙы, илебеҙҙе данларлыҡ шәхестәр итеп тәрбиәләү – бала саҡ хыялым.
Башҡорт әҙәбиәтен бик яратам. Бигерәк тә Вафа Әхмәҙиевтың, Рәйес Түләктең ижадын яҡын күрәм. Улар яҙған һәр әҫәрҙе күңел аша үткәреп, төплө анализ яһарға тырышам. Шулай уҡ башҡорт халҡының легендаларын, риүәйәттәрен, әкиәттәрен яратып уҡыйым. Рәшит Шәкүр, Әхмәт Сөләймәнов, Зәки Әлибаев һымаҡ уҡытыусыларҙа әҙәбиәт, фольклор серҙәрен өйрәнеүем менән ғорурланам.
Бала саҡтан башҡорт бейеүҙәренә ғашиҡмын. Шул һөйөүем иҫ китмәле бейеүсе Гүзәл Исламғолова етәкләгән «Гүзәл» ансамбленә алып килде. Шулай уҡ халҡымдың йырҙарын, ҡурай моңон яратып тыңлайым. Мандолинала, ҡумыҙҙа уйнайым. Мандолинала әсәйем уйнарға өйрәтһә, ҡумыҙҙа уйнау серҙәрен райондашым, данлыҡлы ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтан үҙләштерәм.
Камиллыҡтың юҡтыр сиктәре, тип, һәр тыуыр таңға шатланып, рухи иркенлеккә ынтылып, илемә кәрәкле кеше булып йәшәргә тырышам.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға