«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » «Илаһилыҡ йоҡҡан был ғаләмде Һыйҙыраһы килә күңелгә»



29.01.2011 «Илаһилыҡ йоҡҡан был ғаләмде Һыйҙыраһы килә күңелгә»

Китек кәсә

Сәй юшҡыны һеңгән китек кәсә –
Яҙмышымдың асыҡ көҙгөһө.
Йәшәнем мин һинһеҙ бөгөнгәсә
Һәм йәшәрмен күпме өҙлөгөп?

Парһыҙ кәсәләге ҡайнар сәйем
Һыуынды эселмәй кистәрен.
Күпме һалҡын йылдар үткәрһәм дә,
Һыуынманы ҡайнар хистәрем.

Мул булһа ла өҫтәл, яңғыҙыма
Тәмһеҙ ине эскән сәйҙәрем.
Китек кәсә минең бар яҙмышым,
Тормошомдоң тәме – сей әрем.

Төнгө Урал

Көмөш йондоҙҙарҙың ҡосағында
Серем итә яҙғы тереклек.
Йыһан киңлектәрен яулап алған
Зиһендәргә һыймаҫ иреклек.

Илаһилыҡ йоҡҡан был ғаләмде
Һыйҙыраһы килә күңелгә.
Ах, хыялым! Ул да, көмбәҙ төҫлө,
Ай яҡтыһы менән күмелгән.

Шундай илаһи мәл. Аңлатҡыһыҙ.
Ташлыҡ хатта сәскә атырлыҡ.
Күккә ашып нурға әүерелә
Күңелдәргә һыймаҫ татыулыҡ.
Киң йыһанда шундай татыулыҡ.

Болот -мендәренә башын терәп,
Томан-юрғанына уранып,
Ярым ай – бишектә серем итә,
Яҙ һулышын һулап, Уралым.

Шағир

Эске донъяһы – йомаҡ,
Тормошҡа ҡарай һынап.
Әйткән һүҙе аяҙ ҙа,
Йәшнәгән йәшен һымаҡ.

Берсә ул асыҡ күктә
Аҙашҡан болот һымаҡ.
Берсә болот ҡатламын
Үтеп сыҡҡан ут һымаҡ.

Хаҡ һүҙе боҙ йәнлене
Иретә торған усаҡ;
Битһеҙҙең йөрәгенә
Килеп ҡаҙалыр бысаҡ.

* * *

Ишек шаҡыйым мин киләсәккә,
Йылдар ағымында шымарып.
Бер ҡараштан аңлап кеше зарын,
Бер баҫыуҙа уттар сығарып.

«Ас ишегем, – тимен, –
киләсәгем!»,
Хыялыма килеп төртөлөп.
Ул ишектән ҡояш нуры сыҡһын,
Яҙ еҫтәре торһон бөркөлөп.

Киләсәккә ишектәрем асыҡ,
Шаулы-даулы кеүек алдағым.
Офоҡтарым аяҙ, тип, һеҙҙе лә,
Үҙемде лә килмәй алдағым.

Япраҡ кеүек өҙгөләнер саҡта
Өмөтөмә килеп терәләм.
Үткәнемдән ҡарлы ямғыр ҡатыш
Зәһәрләнеп елдәр өрәләр.

Юҡ, индермәм уны киләсәккә,
Көс-кәр туплап барам уң баҫып.
Сөнки беләм, һиҙәм, алдағым да
ҡар-ямғырһыҙ, елһеҙ булмаҫын.

Киләсәктән тауыш килә кеүек:
«Үргә ынтыл, үргә, ыласын!»
Унда ла бит шатлыҡ-ҡайғыларым
ҡаршы алыр, йәйеп ҡоласын.

Бер тарафтан яҙҙар гөлгә күмер,
Бер тарафтан
Әжәл һыны болғар ҡылысын.
Беләм, яҙмыш бүләк итәсәген
Көндәремдең йомарт, ырыҫын,
Бер килтерер ҡыштай ҡырыҫын,
Мин йәшәрмен, ынтылырмын
үргә,
Өҙөлгәнсе һуңғы һулышым.

Илемдә көҙ

Шыршы-ҡарағайҙар – олатайҙар
Уйсан ғына көнгә баҡҡандар.
ҡупшы буйлы балан-киленкәйҙәр
ҡып-ҡыҙылдан алҡа таҡҡандар.

ҡояш нуры һеңгән баҫыуҙарға,
Унда ҡарап, күҙем сағыла.
Эй, шашынып япраҡ туҙҙыра ел
(Була көҙҙөң шаян сағы ла).

Шаталаҡ та инде ел-еҙнәкәй,
Үәт ҡытыҡлай тал-балдыҙҙарын.
Саған япраҡтары ялт-йолт яна,
Хәтерләтеп таң йондоҙҙарын.

Юлға сығыр ҡоштар йыр һуҙғанда,
Елдәр моң тамыҙа ҡурайҙан.
ҡоштар минән, гүйә: «Яҙын беҙҙе
ҡаршыларһыңмы?» – тип
һорайҙар.

Эй, ҡоштарым, һеҙҙең менән
бергә
Ярты йөрәгем ситтә ҡышлай.
Ана, тирәктәрем «шыр»-«шыр»
килеп,
Һеҙҙең тамашаны алҡышлай.

Ватанымды һағыштарға һалып,
Эй, ҡоштар ситкә оса ғына.
Һағынышып ҡайтып төшөр улар
Зәңгәр яҙлы ил ҡосағына.

Бала саҡҡа сәйәхәт

Көҙгө һуҡмаҡ буйлап әкрен генә
Атлап барам, йәнгә моң тула.
ҡосағына ингәс тәбиғәттең,
Бар ғазаптарым онотола.
Әкиәттәгеләй бында урман,
Әкиәттәгеләй тал, имән.
Аждаһа һынылай ҡырын тауы*,
Мәскәй төбәге – Түбәлимән**.

Ә япраҡтар алтын балыҡ һымаҡ,
ҡанһыҙ ҡарсыҡ һымаҡ ҡарт ерек.
Килеп сығыр һымаҡ анау юлдан
«ҡыҙыл башлыҡ» етеҙ йүгереп.

Бала саҡта уҡып ғашиҡ булған
Золушка ла бында, үәт, сәйер!
Йомро икмәк, һай, тәгәрәй
юлдан,
Йыр һамаҡлай кеүек Том Сойер.

Урал батыр, Буратино, Карлсон...
Хәтерҙә мәңге йәшәйәсәк.
О! Ниндәй бәхет икән бәхетле
Бала саҡҡа ҡылыу сәйәхәт.

Урмандарҙа аҙашып йөрөнөм,
Хайран ҡалып көҙгө мөхиткә.
Аҙашып илендә бала саҡтың,
ҡулыма алдым да аҡ тал-сыбыҡ,
Эй, йүләр, арығансы саптым.

ҡырын тауы*, Түбәлимән** – Архангел районының Аҙау ауылындағы тауҙар.

Ринат СӨЛӘЙМӘНОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға