15.01.2011 «Олимпиада була, тигәс, Сочи ҡалаларында, Күнегеүҙәрҙе башланыҡ Ҡом далаларында»
Быйылғы йәй эҫе булды.
Керәһе килә ҡышҡа.
Саңғыларҙы кейеп алып,
Сыҡтыҡ әле ярышҡа.
Артыбыҙҙан борҡоп ҡала
Аҡ ҡар түгел, саң-туҙан.
Ә баштарҙа бер генә уй:
«Барығыҙҙы ла уҙам».
Эҫе ҡояшта ҡыҙынып
Күпме ятырға була?
ҡара күҙлек кейгән Мәхмүт,
Ана, барыһын уҙа.
ҡайнар ҡояш өткән саҡта
Иҫкә төшә саңғылар.
Әҙәм балаһы шулай ул,
ҡышын йәйҙе һағына.
Лена ХӘЙРУЛЛИНА.
Мәләүез ҡалаһы.
* * *
Олимпиадаға тиклем
Ваҡыт күп тип тормайыҡ,
Сочиҙың тәбиғәтенә
Яраҡлаша торайыҡ.
Иң беренсе эш итеп беҙ
Саңғыларҙы алайыҡ.
Диңгеҙҙән бик алыҫ
китмәй,
Саңғы юлы һалайыҡ.
Хәснә МУСИНА.
Әбйәлил районы,
Хәмит ауылы.
* * *
Машинала урам буйлап
Уҙыштылар – шәп ҡалай!
Ролигын да һынанылар –
ҡыҙыҡ булды бер талай.
Йә, бынауы эҫе ҡомда
Иҙрәп кенә ятмай –
Саңғы шыуа, ҡыуанышып,
Үҙенсә ҡыҙыҡ, малай!
Балта, һәнәк тотмай
ҡулдар,
Эшләп арымай улар.
Эшләмәгәс, ни ҡыланһын –
ҡомда саңғы шыуалар,
ҡышын һыуға сумалар.
Аҡса туҙҙыра улар,
Туйып һикерә улдар!
Гөлшат РӘХМӘТУЛЛЛИНА.
Күгәрсен районы.
* * *
Килде инде заманалар,
Тәбиғәт аҙып бара.
Көҙөн муйыл сәскә атһа,
Талы яп(ы)раҡ яра.
Йәйге яуынһыҙ эҫелә
Үләндәр көйөп янды.
Һор турғайҙар, яуын теләп,
ҡом-тупраҡта болғанды.
Көҙбикә хужа булһа ла,
Ерҙә, гүйә, сихри йәй.
Саңғыларҙа елеүселәр
Ярышҡа сыҡҡан түҙмәй.
Ир-ат, ҡыҙ-ҡырҡындарҙа
Һиҙелә ҡыш һағышы.
Йәйен саңғыла елгәстәр,
ҡомда ятырҙар ҡышын.
Ғәлимйән НӘЖМЕТДИНОВ.
Әбйәлил районы,
Тупаҡ ауылы.
* * *
Сүллектә ял итә торғас,
Иллюзия башланды.
Иртә менән был өс әҙәм
Саңғыларға ташланды.
Эй, еләләр йәнә тауҙан,
Бер-береһен уҙышып.
Арттарынан ҡомдар ҡала,
ҡарҙай, елгә туҙышып.
Ләйсән ҒӘНИЕВА.
Салауат районы,
Лағыр ауылы.
* * *
Ямғыр ҙа юҡ, ҡар ҙа яумай,
Тирә-яҡта – таш та ҡом.
Кәйеф-сафа ҡороусыға
ҡар яумауы «нипочем».
Беҙҙең йомшаҡ ҡарҙарыбыҙ
Йылы яҡҡа юл алған.
Әллә инде «шайтан» кеүек
ҡыҙ-ҡырҡындан оялған.
Ярай әле егет кеше
Футболка кейеп алған.
Кәйеф-сафа ҡороп йөрөп,
ҡатын яланғас ҡалған.
Фатима ҺИБӘТОВА.
Әбйәлил районы,
Рысҡужа ауылы.
* * *
Йәйге эҫенән ялҡып,
ҡышты иҫкә төшөрҙөк.
ҡом өҫтөнән булһа ла,
Саңғыларҙа елдерҙек.
Олимпиада була, тигәс,
Сочи ҡалаларында,
Күнегеүҙәрҙе башланыҡ
ҡом далаларында.
Шәрифә ЗАКИРОВА.
Салауат районы,
Урмансы ауылы.