«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Ҡыш, Яҙ, Йәй, Көҙ һылыуҙары, ҡайҙа һеҙ?



18.01.2011 Ҡыш, Яҙ, Йәй, Көҙ һылыуҙары, ҡайҙа һеҙ?

Башҡортостан һылыуҡайҙары! «Йәш­лек» гүзәле – 2011» конкурсы сибәр, аҡыллы ҡыҙҙарҙы быйыл да көтөп ҡала.
Ҡыш, Яҙ, Йәй, Көҙ һылыуҙары, ҡайҙа һеҙ? Шарттар, йылдағыса, ябай: конверт­ҡа матур, йөҙөгөҙ, буй-һынығыҙ асыҡ сағылған фотоғыҙҙы, гәзитебеҙгә 2011 йылдың тәүге ярты йыллығына яҙылыуығыҙҙы раҫлаған квитанцияғыҙҙы һәм үҙегеҙ тураһында ҡыҫҡаса, әммә йөкмәткеле итеп яҙылған хатығыҙҙы һалып ебәрегеҙ. Һеҙҙән әүҙемлек талап ителә – матур тормош девизығыҙ, нимә яратыуығыҙ, нимә менән шөғөлләнеүегеҙ тураһында яҙыу өсөн бөтә фантазияғыҙҙы эшкә екһәгеҙ ҙә була. Бәлки, кемдер үҙе тураһында шиғыр юлдары менән дә әйтеп бирер. Беҙ кешенең тышҡы матурлығын ғына баһаламайбыҙ. Күңелегеҙҙең матурлығын да асып биреү шарт. Бәлки, тыйнаҡ ҡына йылмайыу артында ысын көслө шәхес йәшеренгәндер, бәлки, бүтәндәрҙең башына ла инеп сыҡмаҫлыҡ ниндәйҙер таланттарығыҙ барҙыр. Уларҙы беҙгә лә, бөтә республикабыҙға ла күрһәтә лә белегеҙ.
Быйыл конкурсыбыҙ тағы ла йәнлерәк барасаҡ. Сөнки «Йәшлек» гүзәле» бәйгеһен интернет селтәре аша ла күҙәтеп буласаҡ. Һәр миҙгел һайын интернетта тауыш биреү һөҙөмтәһендә Йәйһылыу, Көҙһылыу, ҡарһылыу, Яҙһылыу һайланасаҡ. Йыл аҙағында иң-иң сибәр дүрт ҡыҙ араһынан Йыл һылыуы һайланасаҡ. Һылыуҡайҙар «Йәшлек» гәзитенең бүләктәрен алып ҡыуанасаҡ. Ә еңеүсенең һүрәте, йылдағыса, 2012 йыл календарында урын аласаҡ.
Алға, ҡыҙҙар! Әлегә ҡарһылыу исеменә конкурс башланды. Өлгөрөп ҡалығыҙ!
Мөхәрририәт.

Гөлнара Сабитова – Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенты. Сибай ҡалаһынан. Буй-һыны ғына түгел, ә күңеле лә матур уның. Һылыу ҙа, етди ҙә ҡыҙ: “18 йыл инде йәшәйем был яҡты донъяла. Беләкәйҙән ата-әсәйем һәр минуттың баһаһын белеп йәшәргә өйрәтте. Тағы ла үҙаллылығым өсөн уларға рәхмәтлемен.
Ғөмүмән, аҡыллы, ябай, ихлас, ярҙамсыл кешеләр уратҡаны өсөн бик бәхетле кешемен.
Сәнғәт академияһында белем алыу мөмкинлеге тыуғанға бик шатмын. Белһәгеҙ икән, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артистарынан оҫталыҡҡа өйрәнеү ниндәй ғорурлыҡ!
Тормош йыш ҡына төрлө күңелһеҙ, ауыр хәлдәргә тарытып тора. Әммә мин беләм: уларҙың барыһы ла дөрөҫ юлды табыу өсөн бик кәрәк”, – ти.

Миңзәлә АСҡАРОВА,
БДУ студенты
.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға