«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » «Абын, йығыл, тиҙерәк йүгер, Түлке «Йәшлек»тән ҡалма!»



08.01.2011 «Абын, йығыл, тиҙерәк йүгер, Түлке «Йәшлек»тән ҡалма!»

«Йәшлек»кә маҡтау һүҙе

Ана килә автомобиль –
Тейәгәндәр ал алма.
Абын, йығыл, тиҙерәк йүгер,
Түлке «Йәшлек»тән ҡалма!

Ана килә автомобиль, –
Тейәгәндәр ваҡ тараҡ:
Иң шәп гәзит «Йәшлек» ул, тип
Ник әйтмәнең баштараҡ?

Ана килә автомобиль, –
Тейәгәндәр йомортҡа.
«Йәшлек»кә аҡса юҡ, тимә,
Биреп торам бурысҡа!

Уйһыу ерҙәр, уйһыу ерҙәр,
Әри буйында күлдәр.
«Йәшлек» менән бергә үтһен
Беҙҙең алдағы көндәр!

Күтәр «Йәшлек»те юғары,
Күрмәгәндәр күрһендәр,
«Йәшлек» тигән баҫманы
Бөтә Рәсәйҙә белһендәр!

Йәш ҡыҙҙарға шул килешә –
Яулыҡтарҙың алдары!
«АиФ»ты ла уҙып китһен
«Йәшлек» гәзите дандары!

Ишек алдым түңәрәк,
Уйнай матур күбәләк.
«Йәшлек» гәзитен йотлоғоп
уҡый
ҡарттар, йәштәр бергәләп!

Яратам һандуғастың
Тәҙ(е)рәгә ҡунғанын.
Беҙгә оҡшай сибәрҙәрҙең
«Йәшлек»те йыл да алғаны!


Йыйып алдым күп белем
«Йәшлек»тең биттәренән!
Һеҙгә фанат-уҡыусы
әҙерләйбеҙ
Ауыл егеттәренән.

Оса ҡаҙҙар, оса ҡаҙҙар,
Әригә төшә кисен.
Рәхмәт һеҙгә, журналистар,
Күңелле «Йәшлек» өсөн!

Фиҙәрис КАШАПОВ.

Тәтешле районы,
Аҡсәйет ауылы.

Олатайым музей асҡан,
Күп мәғлүмәт туплаған.
20 йәшлек «Йәшлек»кә лә
Түрендә урып тапҡан.

Беҙҙе олатай өйрәтте
Яратырға «Йәшлек»те.
Олатай, беҙ уҡып сыҡҡас,
Тәңкләп ҡуя «Йәшлек»те.

Олатайыма киләләр
Уҡырға тип «Йәшлек»те.
Алып тороп килтермәһәң,
Китә эҙләп «Йәшлек»те.

Олатай беҙҙе өгөтләй
«Йәшлек» менән йәшәргә.
Үҙе мут ҡына йылмая:
«Уҡы! «Йәшлек» – йәшәртә!»

«Йәшлек», «Йәшлек» йәш икән,
Уға 20 икән.
Баҫмалар араһында
Супер гәзит ул икән.

Мин «Йәшлек»те яратам,
Тра-та-там! Тра-та-там!
Ул да беҙҙе ярата.
Тра-та-там! Тра-та-там!
Бүләген дә тарата!
Фаягөл ҡУНАҡБАЕВА.
Күмертау ҡалаһы.

«Йәшлек» гәзитен күп йылдар алдырам. Уҡытыусы булараҡ, гәзиттең эскелек, наркомания һәм төрлө ауырыуҙарға ҡаршы көрәш саралары тураһындағы материалдарын тәрбиәүи сәғәттәрҙә даими рәүештә файҙаланып килдем. Шулай итеп, «Йәшлек» минең кәңәшсем дә, ярҙамсым да, таянысым да булды.
һинән һис
айырылмам...
Әгәр «Йәшлек»кә яҙылып,
Уға гел тоғро ҡалһаң,
Кәңәштәренә уның
Әҙерәк ҡолаҡ һалһаң:

Эсеүеңде лә ташларһың,
Тәмәке лә тартмаҫһың,
Хәмерҙе лә һемермәҫһең,
Спид та йоҡтормаҫһың.

Аш-һыуға ла оҫтарырһың,
Аң-белемең дә артыр,
Донъя яңылыҡтарын
Белеп торорһоң һәр саҡ.
Конкурстарында еңеп,
Бүләк алырһың бер саҡ.
Земфира КАМАЛОВА.
Ишембай районы,
Уразбай ауылы.

Хөрмәтле «Йәшлек»тәр!
«Йәшлек»кә реклама» конкурсы иғлан ителгәс, мин дә яратҡан гәзитемде рекламалау теләге менән яндым. Әле бер мәртәбә шаяртыу ҡатыш реклама ебәргәйнем дә инде. Йыр яҙыу­сылар күренә башлағас, музыкаль белемем булмаһа ла, мин дә үҙемде ошо жанрҙа һынап ҡарар­ға булдым. Элек-электән төрлө нәшриәттәрҙең, «йыр китабы сығарҙыҡ» тип, һөйөнсөләп, нотаһыҙ шиғыр китабы тәҡдим итеүҙәренә йәнем көйә торғайны. Шиғыр йырға әйлән­һен өсөн уның көйө булыр­ға тейеш түгелме һуң?
Шуға күрә, йыр яҙырға булғас, үҙ аллы ноталар урынлашыу тәртибен, ярым тонға төшөрөү йә күтәреү билдәләрен өйрәнеп, үҙем яҙған шиғырҙы көйгә һалдым. Быға минең мәжлестәрҙә бейетерлек кенә дәрәжәлә булһа ла баянда уйнауым ярҙам итте.
«Йәшлек» – тормош яҙы

«Йәшлек»тең битен асамын,
Һеҙҙән сәләм аламын.
Донъя яңылыҡтары менән
Алға ҡарап барамын.
Иҫәп алыу. Шау-шыу түгел
Милләттәштәр хаҡында.
Нисек йәшәй? ҡайҙа эшләй?
Белеп була барын да.
Белеп була: «Эш баҙары...»
Хаҡтар нисек? Ярарлыҡ!
Шәп тә шәп – шул гәзитме?
«Был ҡыҙыҡлы», «Үәт, ҡыҙыҡ!»
Хат-фәлән юҡ, тиеү түгел.
Шәп яҙалар хәбәрҙәр.
Һеҙҙе гелән уҡып тороп,
Бай йәшәй дәүләкәндәр.

Рәүиә НАСИРОВА.
Дәүләкән районы,
Хөсәйен ауылы.

Редакциянан. Афарин, Рәүиә Миңлебай ҡыҙы! һеҙҙең кеүек «Йәшлек»те үҙ итеүселәр почтальон булып эшләгәндә, гәзиттең тиражы бермә-бер артыр, тип өмөтләнәбеҙ. Уңыштар һеҙгә!

Оҙаҡ йылдар яратып уҡыған гәзитем «Йәшлек»тең 20 йәшлек юбилейы айҡанлы йөрәкһеп, «Й» хәрефе аша реклама ебәрәм.

«Йәшлек» – йәшәү йәме

20 йәшлек «Йәшлек» – йөмһүриәтебеҙҙең йылъяҙмаһын йәнләндереүсе йәүһәр йөҙөк, йәмғиәтебеҙҙе йәшәртеүсе йәшмә, йәшәйешебеҙҙе йәмләүсе йәйғор, йорт-илебеҙҙәге йәншишмә, йыһанда йым-йым йылтыраған йондоҙ.
«Йәшлек» йөҙәрләгән йәштәрҙе йәнле йыйындарға йыйып йәшендәй йәшнәтә, йыйырсыҡлыны йәшәртә, йүнһеҙҙәрҙе йүгәнләй, йолҡоштарҙы йүнәтә, йүгерә-йүгерә йүгәнһеҙҙе йәнтәслим йоҙроҡлай, йәберһетелгәндең йөрәген йылыта, йыуата.
«Йәшлек»тең йөкмәткеһе йылдан-йыл йәмләнепме-йәнләнә: йортобоҙға – йәм, йәрһеҙгә – йәр, йырһыҙға – йыр, йүнселгә – йүнәлеш, йорт-еребеҙгә йәнлелек, йәнә йылылыҡ.
Йәмғиәт, йәмғебеҙгә йөкләмә: «Йәшлек»кә йәшел йәймә йәйәйек!
Йәмил, Йәмилә, Йәүҙәт, Йәзилә – йәмғебеҙ йәһәт, йән-фарман йүгерегеҙ, «Йәшлек»кә яҙылығыҙ! Йәнәшәләгеләрегеҙ ҙә «Йәшлек»һеҙ йонсомаһын.
«Йәшлек» – йүгерек йырғанаҡ,
«Йәшлек» – йортобоҙ йәме.
«Йәшлек» йәшнәтә, йәшәртә,
«Йәшлек»һеҙ йәшәмәгеҙ!

Миңзилә ФӘХРЕТДИНОВА.
Ишембай районы,
Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы.

«Йәшлек»кә реклама» конкурсы иғлан ителгәс, үҙемсә реклама ебәрергә булдым. Башҡорт һүҙҙәре менән эксперимент яһар­ға яратыусы ғалимдарыбыҙға эйәреп яҙылды ул.
ҡасандыр «бүрек», «халыҡ» һүҙҙәрен «бүрк», «халҡ»ҡа, унан киренән «бүрек», «халыҡ»ҡа әйләндереүсе, «югән»дән «йүгән» яһаусы ғалимдарыбыҙ ҙа күҙ уңында тотола. «Югән» – «йүгән» булғас, нишләп «ялҡын» – «йалҡын», «юл» – «йул», ә «егерме» «йегерме» була алмай?.. Була!!! Хас башҡортса була был!
Шулай яҙыуымды «Йәшлек»тән йоҡҡан йүгәнһеҙ шаярыу, ә йөкмәткеһен ысынбарлыҡ итеп ҡабул итегеҙ.

Йөҙ йыл йәшәһен «Йәшлек»!!!

Йәмғиәттең йаман, йерәнгес йаҡтарын йаратып йаҡтыртыу­сы, йортоғоҙҙағы йәшел йа­уынсы йәшниккә йәбешеп йатыуығыҙ йетер, йөҙөгөҙҙө йәнгә йәннәт «Йәшлек»кә йү­нәлтегеҙ, «Йәшлек»кә йаҙылығыҙ, йәмәғәт!
«Йәшлек» – йәштәрҙең йөрәген йалҡынландырып йандырыусы, йелкендереүсе, йөҙйәшәрҙәрҙең йөрәктәрен йегермегә – «Йәшлек» йәшенә йеткереүсе, йәшәйешебеҙҙе йәнләндереүсе, йәмләндереүсе, йаҡшыларҙы йәнә йаҡшыраҡ йаһаусы, йауыздарҙың йаманлыҡтарын йуйыусы, йаһилдар­ҙың йөрәген йомшартыусы, йөрәктәре йаралыларҙы йыуа­тыусы, йөрәк йарсыҡтарын йамаусы, йәбештереүсе, йоҙроҡ йаратыусыларҙың йоҙроҡтарын йомдороусы, йаҡшылыҡҡа йүнәлтеүсе, йүгәнһеҙ­ҙәр­ҙе йүгәнләүсе, йүнһеҙҙәрҙе йүнләндереүсе, йулдан йаҙғандарҙы йулға йүнәлтеүсе, йөҙ­ҙәргә йыйырсыҡтарҙы йыйыу­сы, йөҙҙәре йәмрәйгәндәрҙе йылмайтыусы, йәмғиәтебеҙгә йәм, йаҡтылыҡ йәйелдереүсе йаҙмалар йыйынтығы.
«Йәшлек»кә йаҙылғандарҙың йыназаһы, йасины йыраҡ йө­рөй. Йөрәгендә йәшен йәшнәтә «Йәшлек» йаратыусылар.
«Йәшлек» йаратыусыларҙың йәндәй йаратҡан йәрҙәре лә «Йәшлек» йаҙмалары йарҙамында йәшәргәндән-йәшәрә.
Йылы йурған йабынып, йомшаҡ йаҫтыҡҡа – «Йәшлек» йарҙамында йәшәргән йәрең йанына йатып, «Йәшлек» йаҙмаларында йөҙөү – йәнеңә йәннәт!
«Йәшлек»тә йетдилек йаратыусыларға йетди, йумор йаратыусыларға йумористик йаҙмалар йетерлек, йаҙа-йоҙа йаҙылған, йалған, йалҡытҡыс йаҙмалар йуҡ.
Йөрәгегеҙгә йушҡын йоҡмаһын, йалҡауланып, йыбанышып, йонсоп йоҡлап йатмағыҙ, «йәшел йылан» йоғонтоһонан йыраҡ йөрөгөҙ, «Йәшлек»кә йаҙылығыҙ, «Йәшлек»те йаратығыҙ, йәмәғәт!
«Йәшлек»те йаратҡанғалыр,
Йалҡынлы йана йөрәк.
«Йәшлек» йене йоҡҡандарға
Йәшәүе йеңелерәк.
«Йәшлек» – йәмғиәтебеҙҙең йәдкәре, йәншишмәһе!
Йәшәһен йегерме йәшлек «Йәшлек»!
Йомаш йаҡтарында йәшәүсе, йөрәге йаңы йегермегә йаҡынлаусы, «Йәшлек»те йаратыусы – Йәғәфәр ЙӘНӘЛИН.


Гөлиә Исхаҡова Белорет районының Йөйәк ауылынан. Әлеге көндә баш ҡалала ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатында белем ала. Хыялы – рәссам булыу.
Гөлиә редакцияға баҫмабыҙҙың 20 йыллығына арнап үҙе эшләгән вазаны һәм ул ғына ла түгел, тотош стена гәзите сығарып алып килгән. Гәзиттә тоғро уҡыусыбыҙ яҙған тапҡыр шиғырҙары тупланған.

«Йәшлек» – халыҡ гәзите, алдыр, уҡы һин уны!

Белорет районының Берештамаҡ ауылынан Рәйхана Әминева гәзитебеҙгә һөйөүен белдергән ошо һүҙҙәрҙе аҡ таҫтамалға сиккән. Матбуғат байрамдарында тирмә ҡора ҡалһаҡ, уңған гәзит уҡыусыбыҙҙың ҡул эше күргәҙмәбеҙҙең иң түрен биләр, тип ышандырып, иғтибары өсөн рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Мөхәрририәт.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға