«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Йөрәктән йөрәккә юлдар һала фотоһүрәттәре



31.08.2010 Йөрәктән йөрәккә юлдар һала фотоһүрәттәре

Фотоһүрәттең серле донъяһына инеп китһәң, һоҡланып ҡына ҡалмайһың, ә рухи яҡтан байығаныңды, ниндәй­ҙер һүрәткә ҡа­рап уйға талғаныңды, тормош­ҡа бүтәнсәрәк ҡараш ташлай башлағаныңды тояһың. Әлбиттә, ҡаршығыҙҙағы фотоһүрәт ысын оҫта – үҙ һөнәрен бөтә күңеле ме­нән яратҡан һәм һәр эшендә тирә-яҡты ғына түгел, үҙ донъяһын сағылдыр­ған кеше ҡулынан сыҡҡан булһа. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителгән фоторәссам, Республика халыҡ ижады үҙәгенең кино-фото-сәнғәт бүлеге етәксеһе, Рәсәй Фоторәссамдар Союзының башҡорт бүлеге рәйесе Рәмил Килмәмәтовтың һүрәттәре лә беҙгә ана шундай эшеңә, тыуған ереңә ысын, һүрелмәҫ һөйөү тураһында һөйләй. Һәр фото, әйтерһең дә, уның йөрәгенән сыҡҡан да беҙҙең йөрәктәргә килеп ингән. Сит илдәрҙе беҙҙең мәҙәниәтебеҙ, тыуған еребеҙҙең гүзәллеге менән таныштырыусы рәссамдың «Башҡортостан», «Минең Башҡортостаным», «Башҡортостан – минең мөхәббәтем», «Йөрәктән – йөрәккә», «Башҡортостан – Рәсәйҙең йөҙөк ҡашы» тип исемләнгән күргәҙмәләре донъяның бик күп мөйөштәрендә тамашасыларҙың күңелен яулаған.
– Германияла ойошторған күргәҙмәгеҙ «Йөрәктән – йөрәккә» тип атала. Йөрәгегеҙҙән үткән фотоһүрәттәр бүтәндәрҙекенә барып етә алдымы икән?
– Был күргәҙмә 2002 йылда Германия күгендә һәләк булған балаларға бағышланғайны. Ул балалар менән яҡшы таныш инем, бер нисә тапҡыр ЮНЕСКО ойошторған экспедицияларҙа бергә ҡатнаштыҡ. Ата-әсәләрен дә яҡшы белә инем, уларҙың күбеһе дуҫтарым – балалары ла күҙ алдымда үҫте. Шуға ла фажиғәне үҙемдеке кеүек ҡабул иттем. Фажиғәнән һуң ошо балалар менән төшөрөлгән эштәремде ҡараным, һәм хәтер күргәҙмәһе ойоштороу уйы тыуҙы. Әммә ҙур ҡайғы кисергән ата-әсәгә бындай тәҡдим менән мөрәжәғәт итеү уларҙың яраларын тағы ла нығыраҡ әрнетеп ебәрер ине. Ата-әсәләр комитеты менән бер нисә тапҡыр самолет төшкән ергә барып килдек. Мин ситтән генә фотоға төшөрөп йөрөнөм. Һуңғараҡ уйлаштыҡ-уйлаштыҡ та, бер барғанда күргәҙмә ойошторорға булдыҡ. Фажиғә урынынан алыҫ түгел бер мәктәп бар ине, шуның территорияһында ҙур итеп күргәҙмә астыҡ. Ул ике өлөштән торҙо: беренсе өлөшө – балалар, икенсеһе шул балаларҙың тыуған ере Башҡортостан тураһында. Мин ғүмер биргән күргәҙмә бөгөнгө көндә лә Европа буйлап йөрөй, уны «Көнбайыш – Көнсығыш» башҡорт-немец дуҫлығы йәмғиәте ойоштора. Бүтән ундай ҡот осҡос хәлдәр ҡабатланмаһын, балаларға ҡарата һалҡын ҡараш тыумаһын өсөн эшләнгән ул.
Йөрәктән йөрәккә юлдар һала фотоһүрәттәре
– Сит илдәрҙә ҡуйылған күргәҙмәләрегеҙ тураһында тәьҫораттары менән уртаҡлашҡандары булдымы? Уларҙы айырыуса нимә ҡыҙыҡһындыра?
– Күптән түгел генә Мысырҙа булғайным, Башҡортостан тураһында күргәҙмә астым. Рәсәйҙән күсеп килеп йәшәүселәр өсөн рус мәктәбе лә бар унда. Күргәҙмәгә көндөң тәүге яртыһында балалар килде. Уларҙың күбеһе унар йыл буйы Мысырҙа йәшәй, ҡайһылары ошонда тыуған. Улар, аптырап та, һоҡланып та: «Ошо беҙҙең тыуған илебеҙме?» – тип, фотоһүрәттәрҙе ҡарай. Сүллек ҡомдарына өйрәнгән балаларға иген баҫыуҙарын, йәшел урмандарҙы, йылғаларыбыҙҙы, томандарыбыҙҙы, үҙебеҙҙең халыҡты, милли кейемдәребеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе күреүе ҡыҙыҡ булғандыр. Ә оло йәштәгеләр, ата-әсәләр хатта тыуған еребеҙҙе һағынып илай. Уларға ҡарауы минең үҙемә лә ауыр булды. Тыуған ил менән осрашыу һәр саҡ тулҡынландыра бит. Хатта фотоһүрәттә генә булһа ла. Айырыуса балалар ошоларҙың бөтәһен дә үҙенә һеңдерә бара. Ғөмүмән, улар менән осрашыу миңә һәр ваҡыт рәхәт, улар ҡыҙыҡһыныусан, бөтә нәмәне белергә тырыша. ҡайһы саҡта ҡаушап та ҡалаһың. Сөнки улар күп уҡыған, талантлылар, нимәгәлер ынтылыусан, бары тик тәжрибәләре генә етмәй.
Дөйөм алғанда, балалар, оло йәштәге кешеләр һәм тәбиғәт күренештәре – минең ижадымдың төп йүнәлештәре. Балаларҙа – беҙҙең тормошобоҙ, киләсәгебеҙ, ололар – алтын фондыбыҙ, ә тәбиғәт – йәшәгән еребеҙ, бәүелгән бишегебеҙ, һәм беҙ уларҙың барыһын да һаҡларға тейешлебеҙ.
– Һеҙҙең ижадығыҙ ниндәйҙер айырым кешеләргә төбәлгән, тип тә әйтеп булмайҙыр шуға...
Йөрәктән йөрәккә юлдар һала фотоһүрәттәре
– Мин кем өсөндөр төшөрмәйем, ә күңелемдәгеһен асып һалам. Донъяға ҡарашымды кемгәлер көсләп тағырға теләмәйем, ә аңлатҡым килә. Фотоһүрәттәрем аша үҙемә юлдаштар эҙләйем, улар ҙа минең кеүек ошо ерҙе, кешеләрҙе ярат­һын, бер-береһенә ярҙам итергә тырышһын. Үҙемдең, ауыл малайы булараҡ, тәрбиә лә икенсе. Беҙ бәләкәй саҡта ололар үтеп киткәндә, ҡышҡы сатнама һыуыҡ булһа ла, баш кейемебеҙҙе һалып иҫәнләшә торғайныҡ. Хәҙер хәл бөтөнләй башҡаса, сит мәҙәниәт йоғонтоһона биреләбеҙ. Агрессив фильмдар ҡарайбыҙ, бер-беребеҙгә, икенсе милләт кешеләренә нәфрәт тыуғанын да тоймайбыҙ, элек йәндәш, туған булып йәшәгән Грузия, Молдавия менән һуғышҡа тиклем барып еттек, Украина менән хәл ҡатмарлашты. Ә был нимәнең һөҙөмтәһе һуң? Мәҙәниәткә иғтибар кәмей, ә уны, киреһенсә, арттырырға кәрәк. Бөтә ерҙә лә ҡурҡыныс хәлдәр тураһында һөйләйҙәр, ә бит тамашасыны өлгө алырҙай кешеләр менән таныштырырға кәрәк. Быйылғы ҡоролоҡ ваҡытында 20-шәр центнер уңыш алған хужалыҡтарҙың ҡаһарманлығын күрһәтеү урынына тормоштағы «ҡара тап»тарҙы ғына күрһәтеп, нимәгә алып барабыҙ беҙ үҙебеҙҙең йәш быуынды? Кеше нимәгәлер ышанырға тейеш. Меңдәрсә саҡрымдарҙан емелдәгән бәләкәй генә уты менән үҙенә саҡырып ултырған маяҡ кеүек, беҙҙә лә яҡтылыҡҡа табан ынтылыш булырға тейеш.
– Рәмил ағай, һеҙ тормошто яҡтыраҡ, сағыуыраҡ итер өсөн эшләйһегеҙ. Ә ошондай мәлдәрҙе нисек күреп, тойоп, кадрға эләктереп өлгөрәһегеҙ?
– Был тәбиғәттән, атай-әсәйемдән дә киләлер. Минең күргәҙмәләргә күҙ һалһағыҙ, улар күбеһе Башҡортостан һүҙенән башлана. Ә Башҡортостан ул – атай, әсәй, тыуған ер, тап улар миңә илһам бирә. Күптән түгел генә Ирәмәлдә булдым. Ирәмәл – ул халҡыбыҙҙың изге төйәге. Тик күптәр быны дөрөҫ аңламай, унда ҙур итеп усаҡ яғып, гитара уйнап ултыралар, күңел асалар ҙа, Ирәмәлдән көс алдыҡ, тип уйлайҙар. Тик уларҙың, киреһенсә, күңеле һайыға. Унан көс алыр, матурлығын тойор өсөн иғтибарлап күҙәтергә, тауышына, таш йылғалар сылтырауына ҡолаҡ һалыр­ға кәрәк. Ирәмәл бит әленән-әле үҙгәреп тора: йә ул бо­лоттар­ҙан башына башҡорт бүркен кейә, йә папаха, йә ҡыҙҙарҙыҡы кеүек таҡыя. Мин төндәр буйына уны күҙәтеп ултыр­ғаным бар – йондоҙҙар ҙа Ирәмәл түбәһе эргәһендә генә емелдәшеп, өйрөлөп йөрөгән кеүек. Ошоларҙы күрер, тойор өсөн рәссам кеше саҡ ҡына хыялый булырға тейештер. Әммә фотоға төшөрөп алғандан һуң, беҙ шунда уҡ уны аңлап та бөтмәйбеҙ, һүрәттәр йылдар буйы аңлау көтөп ятырға мөмкин.
– Рәссам – фоторәссам. Был ике төшөнсәлә айырма бармы? Фото төшөрөүсенең эше еңелерәк, тип уйлаусылар ҙа юҡ түгел...
Йөрәктән йөрәккә юлдар һала фотоһүрәттәре
– Журналист, мәҫәлән, ручка менән яҙа. Ә Александр Сергеевич Пушкиндың яҙыу ҡоралы ҡаурый ҡәләм булған. Рәссамдың ижад итеү ҡоралы – бумала, ә фоторәссамдыҡы – фотоаппарат, объектив. Әммә эш ҡоралда түгел. Кешенең һәләте – күңелендә, башында, йөрәгендә. Бары тик уны сағылдырыу юлдары ғына төрлөсә. Йөрәктә булмағанды техник саралар менән генә тыуҙырып булмай.
– Халҡыбыҙҙы матурлыҡҡа әйҙәп, сит ил кешеләрен мәҙәниәтебеҙ менән таныштырып йәшәү артабанғы пландарығыҙҙа ла барҙыр?
– Киләсәктә сит илдәрҙә тағы ла күргәҙмә планлаштырыла. Мине ҡайҙа саҡырһалар ҙа, эштәрем булырға тейеш, тигән шарт ҡуям. Үҙебеҙҙең мәҙәниәтебеҙҙе пропагандалауҙан беҙ ҙә ситтә тороп ҡалһаҡ, кем ҡайғыртыр? Әммә сит илдәрҙә күргәҙмәләр ойоштороу ғына түгел, ә үҙебеҙҙең райондарҙағы халыҡты тыуған Башҡортостаныбыҙ менән таныштырыу ҙа бик мөһим. Беҙҙең башҡорт фотосәнғәте үҫешеп, донъя кимәлендә лә үҙ урынын яулап бара. Артабан да шул баҫҡыстан түбән тәгәрәмәҫкә иҫәп тотабыҙ.

Руфина ДӘҮЛӘТОВА әңгәмәләште.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға