«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Ҡәләм яҙа-яҙа ослана



08.01.2011 Ҡәләм яҙа-яҙа ослана

Гәзитебеҙ Башҡортостан Яҙыу­сылар союзы, Көйөргәҙе районы хакимиәте һәм Башҡортостан «Китап» нәшриәте менән берлектә ойошторған Рәшит Солтангәрәев исемендәге хикәйәләр конкурсы тамамланды.

Бер аҙ конкурс һәм жюри хаҡында.
Әмир Әминев, Сабир Шәрипов, Гөлсирә Ғиззәтуллина кеүек күренекле прозаиктарыбыҙҙан торған жюри гәзит битендә сыҡҡан әҫәрҙәр менән ентекләп танышты, һәр береһенә тиерлек үҙ фекерен белдерҙе, профессиональ күҙлектән сығып, хикәйәләрҙең уңышлы һәм уңышһыҙ яҡтарын дәлилләп аңлатты. Йомғаҡ яһағанда, фекерҙәрҙең бер-береһенә яҡын булыуы хайран итте. Йәғни еңеүселәрҙе билдәләгәндә өс жюри ағзаһының да бер үк биш-алты әҫәргә өҫтөнлөк биреүе уларҙың профессиональ кимәленең юғары булыуы хаҡында ла, алтындың – алтын, көмөштөң көмөш булыуы тураһында ла һөйләйҙер. Еңеүселәрҙе билдәләгәндә хата китмәне, тип ышаныслы әйтергә лә була.
Арҙаҡлы яҙыусыбыҙ исемендәге хикәйәләр бәйгеһе икенсегә үтә. Ике йыл дауамында барған тәүгеһендә биш тиҫтәнән ашыу (!) әҫәр гәзит битендә донъя күрҙе. Оло ҡаҙаныш тип билдәләнде ул саҡта конкурс.
Быйыл да һынатманыҡ. Дүрт тиҫтәгә яҡын ҡульяҙма алып, шуларҙың ике тиҫтәнән ашыуын гәзит биттәрендә баҫтырҙыҡ. Төрлө хикәйәләр алдыҡ: халыҡ күңеленә ятҡаны, тетрәткәне, көлдөргәне, илатҡаны, фәһем биргәне... Артыҡ йомшаҡ әҫәр бирәһегеҙ түгелме, тип шелтәләнгән саҡтар ҙа булды. Нисек кенә булмаһын, хикәйә жанрын йәнләндереп ебәреүгә, яңы исемдәр асыуға өлгәштек шикелле.
– Рәшит ағай исемендәге хикәйәләр конкурсында жюри ағзаһы булараҡ икеһендә лә ҡатнашырға тура килде. Әйтәһе лә түгел, жанрҙы популярлаштырыуҙа, яңы исемдәр асыуҙа һәм әҙәбиәтебеҙгә ҡыҙыҡһыныу, һөйөү уятыуҙа «Йәшлек» ҙур эш башҡара, – тине республикабыҙҙың төп әҙәби журналы «Ағиҙел»дең баш мөхәррире Әмир Әминев. – Шул күҙгә ташланды, быйылғыһының дөйөм кимәле юғары. Кинәнеп уҡыған хикәйәләр булды. Профессиональ яҙыусылар менән башлап ҡәләм тотоусылар кимәле бик айырыла. Шуға, бәлки, улар араһында айырым үткәрергә лә кәрәк булғандыр.
– Иғтибарҙы йәлеп итмәҫлек бер генә хикәйә лә донъя күрмәгән. Быныһы инде, хикәйәләрҙе һайлап алып, мөхәррирләп, баҫырға әҙерләүсенең талапсанлығы һәм зауығы тураһында һөйләй. Хикәйәләрҙе уҡып сыҡҡандан һуң, башҡорт прозаһының киләсәге тураһында оптимистик ҡараш нығый, тип әйтергә лә мөмкин, – Гөлсирә Ғиззәтуллинаның фекере был. Сабир Шәрипов та конкурстың кимәлен юғары баһаланы:
– Был бәйгелә мин ярһыу саптар­ҙар­ҙы ла, йөк алашаларын да, быуыны нығынып етмәгән ҡолон­дарҙы ла шәйләнем. Тормоштоң үҙе, беҙ белгән, күргән донъя сағылыш тапты хикәйәләрҙә. Иң мөһиме, йәштәргә майҙан бар, әйҙә, илһамланып ижад итеп, үҙҙәрен һынаһындар. ҡәләм яҙа-яҙа ослана.

Шулай итеп, еңеүселәр:

Гран-при – Рәлис УРАҘҒОЛОВ («Күрше хаҡы»).
Беренсе урын – Мәүлит ЯМАЛЕТДИНОВ («Сыңрай-сыңрай осто торналар»), Иҙрис НОҒОМАНОВ («Мин хәбәрһеҙ юғалманым»).
Икенсе урын – Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА-БИРГӘНОВА («Хужа ҡаҙауы»), Рәмилә ТОРОМТАЕВА («Атайымдың ҡыҙы»).
Өсөнсө урын – Заһит МУРСИЕВ («Бығаулы ҡояш»), Дилбәр БУЛАТОВА («Бейеү»), Рәсүл СӘҒИТОВ («Тутыҡ сөй»).
Дәртләндереү бүләгенә – Мансур БАГАУВ («Ну, Әптерәй...»), Нәркәс ФӘНИСОВА («Төҙәлмәҫлек яра»), Мансур ҺИҘИӘТОВ («Һантыҡ») һәм баш мөхәррирҙең махсус бүләгенә Илсиә ҡАСИМОВА («Әсә һағышы») лайыҡ булды.

Мөхәрририәт.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға