18.12.2010 Төҙәлмәҫлек яра
“Билдән ала был, билдән ебәрмәй, ҡыҙҙар улай булмай, ҡаҫыҡтан йәбешә торғайны. Малайҙыр был. Бик ҡаты тотондо, ахырыһы, оҙаҡламаҫ”. Тулғаҡ ауыртыуына нисек тә түҙергә тырышып, йөҙөнә ауыртыу-һыҙланыуҙы сығармайынса ғына, Сәғиҙә:
– Гөлзифа ҡыҙым, бар әле, Шәһәрбаныу инәйеңдәргә барып кил. Әсәйем саҡырҙы, тиҙ генә килеп етһен, тип әйтте, тиң.
Сәғиҙә әйткән секундта уҡ күҙҙән юғалған тыңлаусан ҡыҙына ҡарап, үҫте инде, бөтә эштең рәтен дә белә, ҡурҡмайынса ҡыйыу ҙа тотона, тип уйлап, саҡ ҡына алғараҡ эйелә биреп, сираттағы ауыртыуҙы үткәргәс:
– Улым, Фәнил, утынлыҡтан ҡоро-һары алып ин, йылғанан бер нисә көйәнтә һыу алып килеп, ҡаҙанға һал. Усаҡҡа яғып ебәр.
“Әлдә бөгөн ял көнө, балалар өйҙә, улар булмаһа, ни эшләрһең бер үҙең”. Шулай уйлап, үҫмер улынан бер аҙ уңайһыҙланһа ла:
– Янып киттеме, тағы бер көйәнтә һыу килтер ҙә, духтыр апайыңа бар әле. Әсәйем саҡырҙы, тиң.
Әсәһенең хәлен аңлап торалыр, ул да шундуҡ сығып йүгерҙе.
Ике ай элек кенә ауылға йәш фельдшер килеп эш башлағайны.
– Баланың ятышы әллә нисек кеүек, апай, әйҙә әле, мин һине Елдәр балнисына ебәрәм, – тигәйне лә бит ул бер аҙна элек.
– ҡуй, туғаным, тәүге баламы ни. Донъяны, малды, балаларҙы кем ҡарай? – тип барманы шул Сәғиҙә. Ә тышта февраль, иртәнән бирле күҙ асҡыһыҙ буран ҡотора. Ауылдан сығырмын да тимә.
Дүрт ҡыҙ, дүрт сәтнәбикә, буран булһа ла, тышта уйнап инеп, танауҙарынан аҡҡан йылтыр һыуҙы бер туҡтауһыҙ тартып, пальтоларын сисеп элде лә, әсәләре эргәһенә йыйылды. Әсәләрен бындай хәлдә күргәндәре, ыңғырашҡанын ишеткәндәре булмағас, аптырап ҡарап ҡаттылар. Гөлйөҙөмө ҙурыраҡ бит:
– Әсәй, берәй ерең ауыртамы, ныҡ ауыртамы? – тип һораны.
– Бар, ҡыҙым, барығыҙ, теге бүлмәгә инегеҙ, шунда уйнағыҙ. Юҡ, юҡ, ауыртмай, хәҙер үтә ул, ауыртмай, – тип, сираттағы ауыртыуҙы балаларына һиҙҙермәҫкә тырышты.
Ауыртыу кәмегәндәй булғас, Сәғиҙә Сәһәрйәрҙе иҫенә төшөрҙө:
– ҡайҙа йөрөй икән ул, төшкө ашҡа ла ҡайтмай. Минең ваҡыт еткәнде белә бит. Әлеге лә баяғы шул фермала донъяһын онотҡандыр инде.
Ул арала ах та ух килеп Шәһәрбаныу инәй килеп инде, төймәләре ысҡындырылған жилетын сисеп, сөйгә элде. ҡаҙанда һыу йылынғайны инде. Хәҙер өйгә яңы хужа килде:
– Улым, бар, кәртә-ҡура янында бул, малдарыңдың тиреҫен ал, – тигән һүҙҙе ишетеү менән Фәнил тиҙ арала сығып юғалды. Гөлзифа, дүрт һеңлеһен әүрәтеп, эске бүлмәгә инеп китте. ҡашығаяҡ яғын шаршау менән айырған бүлмәлә Сәғиҙә менән инәй үҙҙәре генә ҡалды.
– ҡана, килен, ят әле, ҡарайым.
Сәғиҙә, ыңғырашмаҫҡа тырышып, яйлап ҡына һикегә ятты.
– Өс бармаҡ асылған икән аналығың, килен, көсәнмәйерәк тор әле.
Шәп итеп йүгергән, ахырыһы, тыны бөтөп, фельдшер Сәлимә килеп инде. Сәғиҙәнең ҡан баҫымын үлсәне, пульсын тикшерҙе. Әлдә ҡан баҫымы ныҡ күтәрелмәгән. Шәһәрбаныу инәй Сәлимәнең ҡолағына эйелеп:
– Бала осаһы менән килгән бит. Ни эшләйбеҙ? Борайыҡмы, әллә шулай тыуҙырһынмы? Былай тыуҙыра алмаҫ кеүек, хәле юҡ бит.
Утыҙ йылға яҡын кендек инәһе булып йөрөп, бындайҙы икенсегә күрә ине ул. Шәһәрбаныу инәй хәҙер Сәлимәне лә эшкә екте:
– Сәлимә ҡыҙым, бар Фәнилгә әйт, күрше Фариза еңгәңде, өйҙә булһа, ҡыҙын да саҡырһын.
Инәй үҙе ике күҙе менән тағы ла нимәлер эҙләй.
– Нимә кәрәк, кем кәрәк, инәй? – тип өндәште Сәлимә.
– Япма кәрәк, йә булмаһа, балаҫ та ярай.
Сәғиҙә хәлһеҙ генә тауыш менән:
– Гөлзифа ҡыҙым, алып бир әле, балаҫ һандыҡ өҫтөндә.
Гөлзифа йүгертеп балаҫ килтерҙе, ул арала буй еткергән ҡыҙы менән Фариза еңгә килеп инде. Сәлимә балаҫты һикегә йәйҙе, Сәғиҙә шыуып шунда ятты.
– Ә хәҙер дүртәүләп дүрт осонан ныҡ итеп ҡулығыҙға урабыраҡ тотоғоҙ. Ысҡындырмаҫҡа тырышығыҙ. Тәгәрәтәйек Сәғиҙәне, яйлап ҡына, тулғандырайыҡ, эсенә әйләнмәһен. Кинәт ебәрмә, эсен һаҡлайыҡ, ҡапланып китә күрмәһен.
Шәһәрбаныу инәй шулай күрһәтмәләрҙе биреп кенә тора:
– Балам, ике ҡулың менән тот, ысҡындыра күрмә.
Хәтһеҙ генә шулай әйләндереп-тулғандырғас:
– Йә, ҡуйып торайыҡ, тағы күҙ һалайым әле, күстеме икән әҙерәк?
– Әһә, күскән, боролған. Әйҙәгеҙ, тағы ла әҙерәк тәгәрәтәйек, килен, Сәғиҙә килен, иҫеңде юғалтырға тырышма. Тыныс бул, тыныслан, хәҙер, хәҙер бөтә.
Дүртәүләп, бер кешеләй, көйлө итеп әйләндерҙеләр ҙә бәүеттеләр Сәғиҙәне. Шәһәрбаныу инәй:
– Йә, ярай, ҡарайым әле тағы, ни эшләне икән? – тип, үҙ эшенә кереште.
– Булды, булды, килен, хәлең нисек, баланың башы көпшәгә килгән.
Сәлимә шул саҡ:
– Сәғиҙә апай аңын юғалтты бит, нишатыр еҫкәтәйем әле, – тип өҙгөләнде.
– Еҫкәт, балам. Уның хәҙер көсәнерлек хәле юҡ. Сәлимә ҡыҙым, таҫтамалдың икенсе осон ҡулыңа урап тот. Яйлап ҡына баҫабыҙ, этәбеҙ.
– Сәғиҙә килен, уян, тәрән итеп тын ал. Тын ал да көсәнергә тырыш.
– Йә, йә, булды, булды, дуб-дубрый бер малай!
Ул баланың күтәсенә сәпәне, сабый ҡысҡырып ебәрҙе. Мең ғазап менән яҡты донъяға ауаз һалды бала.
– Бәхетле, тәүфиҡлы, оҙон ғүмерле булһын инде балаҡай. Атаһына оҡшап, баһадир булған бит был, дүрт кило барҙыр.
Баланың күтәсендә бармаҡ баҫымындай ҡара миң бар, уныһына бер аптыраны инәй. Төрлөсә уҡынып, баланы йыуындырып, түшәккә һалды.
Шунан һуң ғына ул, был өйҙә ир кеше лә бар бит, тип, Сәһәрйәрҙе иҫкә төшөрҙө.
– Һинең хәлеңде белә бит, ҡайҙа китте һуң ул? – тип һорашты.
– ҡайҙан ғына беләйем инде. Фермала электр менән тиҙәк түктергес көйләйбеҙ, ти ине өсөнсө көн үк, шуны һаман көйләп ҡуя белмәйҙәр, ахырыһы.
– Хәҙергеләрҙең беренсе урында эш шул, ғаилә нисек йәшәй, балалар ни эшләй, иҫтәренә инеп тә сыҡмай уларҙың. Өҫтәүенә, эсеп тә йөрөһә.
Ауыр ҡотолғас, арып та китте Сәғиҙә, йоҡлап та бара.
Сәлимә аптырап һорап ҡуйҙы:
– Бала ниңә улай ятты икән, инәй?
– Кем белә инде, балаҡайым, көс төшкәндер. Ауыр күтәргәндер.
Гөлзифа ҡыҙы эштең рәтен белә, хатта хужабикә булырлыҡ. Самауыры ҡайнаған, сәй урынын әҙерләгән. Сәғиҙә үҙе кәнфит-печеньены ҡырғыҙҙан алып ҡайтып, өҫкәрәк алып ҡуйғайны. Шулай итмәһәң, күмәк бала менән торамы ни ул. Урынын әйткәс, Гөлзифа тәм-томдарҙы алып, килгән кешеләрҙе хөрмәтләп сәй эсерҙе. Әсәһе сәйҙе бер генә йотто ла, иҙрәп йоҡлап китте. Дәүләкәндә һатыусы булып эшләгән һеңлеһе күп итеп һинд сәйе ебәргәйне, шуларҙы ла һаҡлап килде. Әсәһе әҙерләгән бүләктәрҙе лә, күстәнәстәр ҙә тоттороп, оҙатып ҡуйҙы килгән кешеләрҙе Гөлзифа.
* * *
–Абау, әллә иҫерек инде?! – Сәғиҙә тәненә әллә һыуыҡ, әллә еүеш нәмә килеп терәлгәс, ҡапыл уянып китте. Салбар-күлдәген дә сисмәй, диванға килеп ауған Сәһәрйәрҙән араҡы еҫе борҡоно. Араҡы ғына түгел, әллә ниндәй еҫ тә ҡушылғайны бында. Таң атып киләлер, йоҡо әйләнгән бит, тип уйлап, Сәғиҙә тышҡа сығып китте.
– Таң яғы беленмәй, әллә көн болот инде, – тип уйлап, эшен бөтөрөп ингәндә, Сәһәрйәр диванға арҡыры төшөп ятып, хырылдап йоҡлап та киткән.
“Миңә ятырға урын да юҡ, ҡайҙа ятайым икән”, – тип, бер минут самаһы кейеме-фәләне менән йоҡлап ятҡан иренә ҡарап торҙо ла, ҡыҙҙары янына һикегә ятты. Танауҙы ярып һейҙек еҫе инде. Шул игеҙәк ҡыҙҙар бигерәк әллә ниндәй булды. Өс йәшкә тиклем күл иттереп һейҙе лә яттылар. Табиптарға ла әйтеп ҡараны, үләндәр ҙә эсергән булды, файҙаһы теймәне. Өс йәштәре тулғас, туҡтанылар былай. “Яңыртырға кәрәк быларҙың матрастарын. Йөндән яһармын инде, көҙгө йөн дә тора. ҡырғыҙҙа теттереп алып ҡайтырмын да, Алла бирһә”, – тип уйланы Сәғиҙә.
Шулай төрлөһөн уйланып ята торғас, ҡатындың йоҡоһо ҡасты. Элекке көн магазинда ҡәмәр ҡарсыҡ ауыҙ тултырып, Сәһәрйәр Миңлекамал менән уйнаш итә ти бит, һауынсылар әйтә, тип һөйләп тора, ти. Яман хәбәр ат менеп саба, ти, шул көндө үк килтереп тә еткерҙеләр был хәбәрҙе Сәғиҙәгә. Күрәләрҙер инде, бергә эшләйҙәр бит. Етмәһә, йәйләүҙә электр менән һыйыр һауғыс көйләйҙәр. Көнө-төнө шунда яталар. Ул ирһеҙ бисәгә ни, арба ватылһа – утын, үгеҙ үлһә – ит, тигәндәй, өйө лә ҡырҡ терәүҙә тора. Ир кәрәк булдымы икән ни лапираға?!
Сәһәрйәргә лә хәҙер бер нәмә лә кәрәкмәй бит, ҡасан теләһә, шунда сығып китә, ҡасан теләй, шунда ҡайта. ҡайтмай ҙа ҡалған саҡтары булды. Инһә – бар, сыҡһа – юҡ. Миңлекамал үҙ ирен әүрәтеп, ғүмер буйы бал ҡойоп эсерҙе, тапҡан бер аҡсаһына магазиндан араҡы ташыны. Иргенәһе иҫерек килеш тракторын ҡабыҙам тип, бауын тартҡан ыңғайы, тәгәрмәс аҫтына инеп киткән бит. Нимәһендер дөрөҫ ҡуймай туҡтаған, тинеләр, миңрәүгә әйләнгәйне инде ул. Кит, дөрөҫ түгелдер был хәбәр, булмаҫ. Бала тапмаған ҡыҫыр бисәгә ымһындымы икән? ҡом тишеккә! Ә ниңә, ирҙәр ҡарамаҫлыҡ бисә түгел әле ул! Йылан, юха йылан инде, борғаланып, һырғаланып ҡосағына ташланғандыр йәш, тығыҙ тәне менән. Һыйлап та алғандыр, күп һорап тора торған кеше түгел ул.
Бер нисә минутҡа ойоп киткән, ахырыһы, әллә һыйыр мөңрәгән тауышҡа, әллә кемдер уның исемен ҡысҡырҙы, ҡапыл уянып, һикереп торҙо Сәғиҙә. Һауып өлгөрөрмөнмө икән, тип, халат бауын тиҙ генә бәйләне лә сығып йүгерҙе. Эй, ошо ауыл кешеләренең һәйбәтлеген әйтәһе түгел, анау килендең йәш балаһы бар бит, бәлки, төнө буйы йөрөп, яңы йоҡлап киткәндер, анау еңгә кисен, ауырыйым, тип тора ине, уятайыҡ әле, тип, йә ҡапҡаға төртөп китәләр, йә исемде ҡысҡырып уяталар. Малдарын һуңлатып ҡына ҡыуып килгәндә, түбән ос Сафура, әллә ҡасан эше бөткән кешеләй, бер ҡулын ҡара батҡаҡ алъяпҡысына төрөп, ауыҙын ослайтып, ғәйбәтен һата ине. Тыңлаусыһы ла табыла. Сәғиҙә яҡынлағас, һөйләүенән шып туҡтаны. ҡабаланыуынан һаулыҡ һорашырға ла онотоп, һыйыр менән үгеҙен шәпләп ҡыуып килгән Сәғиҙәгә: ”Һауғынамыһығыҙ, һыйырығыҙ йоҡлағанмы ни?” – тип төрттөрөп ҡалды. Сәғиҙә һаулыҡ ҡушты ла, малдарын тағы ла шәберәк ҡыуып китте. Туҡтаһа-туҡтамаһа ла, һүҙҙең үҙе һәм ире тураһында икәнен шундуҡ төшөндө.
Сәғиҙә, көтөү ҡыуып ҡайтҡас, йоҡлап ятҡан иренә текләп торҙо. Бер ни булмағандай, салҡан ятҡан да, трактор кеүек хырылдай. Балаларҙы ҡурҡытыр әле. Ботона төрттө, кейем аша булһа ла һиҙә икән. “Хырлайһың, боролоп ят”. Был һүҙҙәрҙе Сәғиҙә асыу менән теш араһынан ҡыҫып сығарҙы. Сәһәрйәр тышҡа сығып әйләнде лә, сисенеп йоҡларға ятты. Сәғиҙәне тауыҡ сүпләһә лә бөткөһөҙ эштәр көтә. Һөтөн йылытып, сепаратын әйләндерергә керешкәс, ҡатындың уйҙары, тапалған һуҡмаҡтан келтерләп барған тәгәрмәс кеүек, быға тиклем ишеткәндәренә әйләнеп ҡайтты. ҡырпаҡ ҡар яуғас, килендәше Сәлихә килеп:
– Килендәш, башҡаларҙан ишетһәң, ҡыйын булыр, үҙем әйтәйем, тип килдем. Сәһәрйәр Миңлекамал янына йөрөй бит. Имәнлектән ҡоро-һары утын килтерҙе Сәһәрйәр ул көндө Минлекамалға. Төн аяҙ, тулған ай булғандыр. ҡараңғы төштө, күҙәтә йөрөйөм. Өйө эргәһенән әле ары, әле бире үтәм. Аяҡта галуш ҡына, өшөй башланым, урамда ноябрь бит. Тегеләр ут һүндерҙе бит. Ат егеүле тора, берҙән, атты йәлләйем, көн оҙонона эшләп арыған, тип, икенсенән, “жирафҡа етенсе тәүлеккә барып еткән” тигән кеүек, башыма аҙаҡтан ғына барып етте. “Бәй, мин әйтәм, Сәһәрйәр ҙә шунда бит”. Шаҡырға итәм, үҙем тағы ҡурҡам. Ул ир генәң киске эшкә лә, ашҡа ла ҡайтмаймы ни һуң?
– ҡайтҡанда – ҡайта, ҡайтмағанда – юҡ, һораша башлаһаң, эш күп, мин уйнап йөрөйөммө ни, – тип аҡыра ла ҡуя. Шуға хәҙер һорашҡаным да юҡ.
– Шулайыраҡ икән шул, әйткәнде-һорашҡанды яратмай бит. Үҙем дә Сәһәрйәргә шаярта биреп кенә: ”ҡайнаға, әллә бала тапмаған бисә кәрәк булдымы? Миңлекамалда ут һүндереп ни эшләнең?” – тигәс, юҡты һөйләп йөрөмә, тип бер генә екерҙе.
Шулай тип һөйләп сығып киткәйне бит килендәше. Ошо сыуалсыҡ уйҙар сепарат барабаны менән бергә ҡатындың мейеһен сүкеп әйләнде лә әйләнде. Ышанмағайны Сәғиҙә уның һүҙҙәренә. Көнләшәлер килендәше, тип уйланы. Үткән йыл ике һыйырға әйләндергәйнеләр, шуны ла Сәлихә килендәше силсәүиткә барып әйткән. Партияның халыҡ тураһында артыҡ “хәстәрлек” күргән сағы ине бит. Елдәрҙән силсәүит бәндәһе килеп янап китте: “Һеҙ нимә, кулак ҡалдыҡтары, тиҙ арала бер һыйырығыҙҙы юҡ итегеҙ!” Гөбөрләтеп һауған һыйырҙы йәлләмәй нисек итеп һуяһың да, итен ҡайҙа ҡуяһың! Һатыр инең, баҙары юҡ. Хатта ҡырғыҙҙа ла. Һаҫытып түгәһеңме ни? ҡышҡа тиклем йөрөнө инде һуйғансы.
Ауылда беренсе булып, ун метрға ун дәүмәлендә шыңғырлап торған ҡарағай бура ҡайтарып ҡуйҙы бит Сәһәрйәр. Анһат ҡына аҡса йыйып, рәхәт кенә килтереп ултырттылар, тип уйлайҙармы икән ни! Нисәмә йыл рәттән, төндәр буйы кис ултырып, үҙе тетеп-иләп, балаҫтар һуғып һатты Сәғиҙә. Март баштарында мамыҡ кәзәләрен тарап, уныһын эшкәртергә тотона: аялай, иләй. Яҙғы мәшәҡәттәр башланғансы, йәлп иттереп ике дебет шәлде бәйләп тә бөтә, апрелдең епшек ҡарына ҡабартырға сығарып та элә.
Май тыуыу менән кесерткән йыйырға тотонор ине. Бойҙай һалһаң, етмеш кило тарта бит шул тоҡтар. Бер кило кипкән кесерткән ҡырҡ тин ине. Бер центнер йыйҙы былтыр Сәғиҙә шуны балалары менән. Дөрөҫөрәге, үҙе йыйҙы инде, Фәниле ташып торҙо. Бала-саға тотонамы һуң инде, ҡулды саға, тип. ҡырҡ тәңкә аҡсаның тинен дә тотонмай, кассаға илтеп һалды Сәғиҙә. Шулай итмәһәң, йыйып буламы ни аҡсаны? Аҡсаның күҙе юҡ шул, бер тотонһаң, юҡ була ла ҡуя.
Көҙөн тағы ла бер центнер гөлйемеш йыйып киптерҙе. Әлдә уныһының килоһы бер һум. Былтыр балан да бигерәк уңғайны. Ат менән дә, йәйәү ҙә йөрөп күп итеп балан йыйҙы. ҡағыҙ ҡалынлығында, тип-тигеҙ итеп ҡойоп, ҡаҡ киптерҙе. ҡырғыҙҙа класташы бар, ул балниста эшләй, район үҙәгендәге кешеләрҙе лә күп белә. ҡаҡтарын ул һатып бирҙе. Еләктән, ҡарағаттан, баландан, алманан, йәиһә төрлөһөнән ҡушып яһалғандары ла бар ине! Йөҙ тәңкәлек булды! ҡаҡ ҡойоу ҙа рәхәт түгел ул. Быға тиклем бәләкәй серек өйҙә торғанда, уларҙы берәү ҙә иҫкә төшөрмәй ине. Ишек алдына ҡарағай бура алып ҡайтып ултыртҡайны, көн бөттө. Сәһәрйәрҙе уйнаш яһанылар. Булмаҫ, дөрөҫ түгелдер. Көнләшеп, эсе көтөрләйҙер килендәшенең, тип уйланы Сәғиҙә.
Сәһәрйәр уянып сыҡҡанда, ҡояш арҡан буйы күтәрелгәйне. Сәғиҙәнең самауыры шыжлап ултыра. Аласыҡ ҡаҙанында оҙаҡ итеп ҡайнатып дөгө бутҡаһы бешерҙе.
– Ултыр сәй эсергә, – тине Сәғиҙә, әйтмәһә, Сәһәрйәр сәй эсмәй сығып китер төҫлө тойолдо. – Тәмле һинд сәйе, һеңлемдән посылка килде. Һинең тыуған көнөңә төбәп һалғандыр ҙа, иртәрәк килде. Һиңә майка, миңә күлдәк, тәмле кәнфиттәр, сәй ебәргән. Ул хәстәрләмәһә, беҙҙе кем иҫенә төшөрһөн инде?
Кисә эскәнгә башы ауырта инеме, әллә үҙенең кәйефе юҡ, Сәһәрйәр тәүҙә бер сүмес һыу күтәреп эсте, шунан ғына сәй янына ултырҙы. Унда ла ҡоро сәйҙе тауышланып супылдатып эсте лә:
– Фәнил һарыҡ аҙбарын таҙарта торһон, үҙем ҡайтҡас, тейәп түгербеҙ.
Көндәгесә, атын егеп, ҡайҙа барғанын да, ҡасан ҡайтасағы тураһында ла ләм-мим бер һүҙ әйтмәйенсә, сығып китте Сәһәрйәр.
Сәғиҙә бөгөн еләккә барырға булды. Бесән мәшәҡәте менән үҙе бара алмағайны. Балалар алып ҡайтҡанды ғына эшкәртеп ҡуйғайны. Еләк хәҙер ныҡ беште инде ул, ҡаҡ ҡойор. Иптәшкә Гөлйөҙөмдө генә эйәртте. Гөлзифаһы үҫте инде, быйыл һигеҙенсегә бара бит, Алла бирһә. Өйгә лә күҙ-ҡолаҡ булыр, туғандарын да ҡарай белә. Фәһимде лә бер илатмай, әүрәтә. Баҙран төпкөлөнә барырға булды.
Байҙар белгән инде ҡайҙа йәйләү ҡорорға! Эй, ошо аҡландың матурлығы! Сылтырап ҡына шишмәһе ағып ята. Еләк уңған икән быйыл. Баҫыр урын юҡ, аяғыңды күсерһәң, тапала. Үҙе эре, үҙе бешеп өлгөргән! “Һә“ тигәнсе күнәкте тултырып та ҡуйҙы. Сәғиҙәнең тилбер ҡулдарына күҙ ҙә эйәрмәй. Юҡҡа ғына “ялан ҡортҡаһы“ тип йөрөтмәйҙәр бит уны! Имәнлекте арҡыры-буй йөрөп сығып, ҡайҙа ниндәй ағас, ниндәй ҡыуаҡ үҫкәнен дә белә.
Көн дә ҡыҙҙыра башланы. Баҙран шишмәһенә төшөп, ҡул-битемде йыуайым әле, арыған да бөтөп китер, тип уйланы Сәғиҙә. ҡапыл ат бышҡырған тауыш ишетелде. “Был ваҡытта Имәнлектә кем йөрөй икән? Колхоз аттарын төндә көтәләр ҙә, көндөҙ һарайға бикләйҙәр. Ауылда беҙҙән башҡа бер кемдә лә ат юҡ“. Сәғиҙәнең мейеһе аша был уйҙар бер секундта үтеп китте. Йөрәгенең дарҫлап типкәне үҙенә лә ишетелгәндәй булды. Үҙ хәлен балаға күрһәткеһе килмәйенсә:
– Гөлйөҙөм, балам, бар, һин ҡайта тор, бидоныңды үҙем тотормон. Бынау тәлгәштәрҙе генә ал да атла, һеңлеләреңә бирерһең. Апайың самауыр ҡуя торһон.
“Туҡта, туҡта, нисек тә тынысланырға кәрәк. Бәлки, үтеп китеп барыусы юлаусыларҙыр. ҡолтайҙар йә бесәнгә, йә еләккә тип киләләр бит Имәнлеккә, бәлки, шуларҙыр”. Шулай уйлағас, әҙерәк баҫыла төштө Сәғиҙәнең йөрәге. Аяҡ кейемен сисеп, һалҡын һыуҙы кисеп йөрөгәс, бигерәк рәхәт булып китте. Донъяһы онотолдо! Күгәүен талағанға сыҙай алмай, теҙгенен бушатырға теләгән ат яңынан ҡаты итеп бышҡырып ебәрҙе. Сәғиҙә бер ҡулына күнәген, икенсеһенә бидонды тотоп, яйлап ҡына тау итәгенән ҡайтыу юлына ыңғайланы. Егеүле ат хәҙер урман араһына сығып, Баҙран шишмәһенә йүнәлде. ҡатын артына әйләнеп ҡарамай сыҙаманы: “Шул, шул ине, беҙҙең ат, ерән бейә, маңлайында нәҙек кенә һыҙығы ла бар, сыбай ҡашҡа тип йөрөтәбеҙ, ҡолоно ла эйәргән. Арбала кеше күренмәй, ятып бараларҙыр”. ҡапыл сағыу көлөү тауышы ишетелде, шул, шул, Миңлекамал ғына шулай көлә! Шик ҡалманы. Көпә-көндөҙ уйнаш итеп яталар икән. “Ер бит, оятһыҙҙар! Әстәғәфирулла, кеше әйткәс, ышанмағайным бит!” – Сәғиҙә аҙымдарын ҡыҙыулатты, күреп, таный күрмәһендәр, эҙләп-күҙәтеп йөрөйһөң, тиер. Ғәрлегенән, кәмһетелеүҙән ҡатындың көнгә янған ҡоңғорт, әммә шып-шыма бите буйлап күҙ йәштәре туҡтауһыҙ аҡты ла аҡты. “Кемгә алмаштырған бит, аҙғын! Миңә ҡарағанда сибәрерәк булһа, исмаһам, һис һүҙем булмаҫ ине”. ҡыҙ сағында кәртинкә кеүек ине Сәғиҙә! Һыҙылып киткән ҡалын ҡара ҡаштар, өҫкә бөкләнеп торған ҡуйы керпектәр, еүеш муйыл емеше кеүек ҡап-ҡара күҙҙәре үҙе ни тора! Ә сәс толомдары, икенән үрһә лә, һәр береһе беләк йыуанлыҡ була ине. Ете бала тапһа ла, ул әле лә төҫ ташламаған. “Шул биҙәү ҡатындың нимәһенә ҡыҙыҡты икән? Әҙерәк аштырғанда, аяҡ араларынан арба үтеп сығырлыҡ инде шуның. Кәкре аяҡтарына иҫе киттеме икән? Улай тиһәң, нәфсеһен тыя алмаған аҙғын ир уның аяҡтарын шәйләгән тиһеңме ни. Йөрөмтәл бисә таҫма теле, әсе балы менән әүрәткәндер”.
ҡыҙыулыҡ менән күпме барғандыр, Сәғиҙә биҙрәләрен ергә ҡуйып, туҡтап тын алырға булды. Ә уйҙары, бер туҡтамай, аҡты ла аҡты. “Үҙем генә ғәйепле мин, үҙем генә. Мал да минең өҫтә, ҡош-ҡорт та күп. Һәр береһен еренә еткереп ҡарарға, ашатып-эсереп, ябырға кәрәк. Колхоз эшенә йөрөмәйем, өйҙә генә торам тип, уға эш ҡалдырманым шул. Етенсеһенә йөккә уҙғас та, әллә нишләп кинәт биҙҙем дә ҡуйҙым үҙем дә. Иғтибарым кәмегәндер, етмәгәндер инде. Үҙе лә өйҙән дә, балаларҙан да ситләшеп бара. Яҡҡан мунсаны ла инергә ҡайтмай башланы. Элек ҡайтып инһә, ҡыҙҙар бөтәһе бер юлы аталарының алдына, елкәһенә төрлөһө төрлө яҡтан менеп ултыра ине! Һис асыуланмай, күтәреп йөрөтөр, һикертеп алыр ине. Бына Фәһимгә алты ай тулды, шул баланы ҡулына алып яратҡаны, һикертеп уйнатҡаны юҡ әле! Куфайкаһының бер еңен кейә лә, икенсеһен кейеп тә тормай, сығып китә. Әле сәсеү, әле бесән, әле ферма, тип сыға ла олаға, йүнләп төшкө ашҡа ла ҡайтҡаны юҡ. ҡайҙа тамаҡланып йөрөйҙөр”.
Туҡтап торғас, хәл ингәндәй булды. Сәғиҙә күтәренеп, юлын дауам итте. Кинәт уның үҙ-үҙенә асыуы килде. “Нишләп әле шул әллә кем балаһын йәлләп киләм! Китһен, йөрөһөн! Күҙенә һейәйем, биш саҡрымдан тороп. Йөрөр-йөрөр ҙә ҡайтыр әле, мал да ашаған еренә ҡайта, тиҙәр бит. Ә ҡайтмай ҡуйһа? Миңлекамалдың ни, мал юҡ, бала юҡ, хөрриәт, мишәйт итеүсе кеше юҡ. Рәхәтләнеп аша ла ят. Ферманан һөт өҫтөн генә алып ҡайтып, сәй эсәләрҙер икәүләшеп кенә сөкөрләшеп. Минең ҡулда ете бала уларҙы, кейендерергә, ашатырға кәрәк. Ә ниңә мин генә ҡарарға тейеш һуң ул балаларҙы? Эйәртеп алып килгән балам бармы ни минең! ҡура тулы мал, ямғыр тимәй, буран тимәй, көн дә шул малды ҡарарға кәрәк, һалам-бесәне кәрәк! ҡыш буйына яғырға утыны кәрәк. Колхозда эшләгән өсөн хәҙер хөкүмәт аҡса ла түләй башланы, етмеш һум аҡса юлда тәгәрәп ятмай. Күрше Елдәр ауылында газ баллоны алып килеп урынлаштыралар, тип һөйләгәйнеләр, беҙгә ҡасан килер. Сәй ҡайнатырға ла, тамаҡҡа әҙерләргә лә һәләк йәтеш, тиҙәр. Колхозға бер көндө кер йыуыу машинаһы ҡайтҡан, тиҙәр ине. Ферма мөдире беҙгә бирергә тәҡдим иткәс, Сәһәрйәр шуны Миңлекамалға бирҙерткән бит. Һауынсылар көнө-төнө эштә йөрөй, кер йыуырға бушамай, тип. Бер күлдәген төндә лә сайҡатып элер ине әле, миндәге кеүек туғыҙ кешенең кере, ятыр-торор урыны түгел бит, бер үҙенеке! Мин көн оҙонона кер йыуғанда, ул ни машина менән генә йыуа ла, осаһын күккә терәп көнө буйы йоҡлай инде. Ни эшләһен, башҡа эше булмағас! Елберләтеп орсоҡ әйләндермәҫ, энә тотоп тилберләтеп ойоҡбаш-бейәләй бәйләмәҫ”.
Сәғиҙәнең табандары ергә әллә тейҙе, әллә юҡ, йүгерә-атлай өйөнә ҡайтып еткәнен дә һиҙмәне. Һауыттарын Гөлзифа ҡыҙына тотторҙо ла, үҙе баланы ҡулына алды.
– Асыҡҡан инде ул, асығып ҡына ҡуйған, кил әле, әмәй имеп алайыҡ, – Сәғиҙә шулай һөйләнә-һөйләнә йәтешләп һикегә ултырҙы. Ә уйҙары уны тағы ла ҡайҙалыр алып китте. “ҡайтарырға кәрәк, берәй яйы табылыр әле. Ни эшләргә? Илап-һыҡтап, ни эшләп улайтып йөрөйһөң, оялмайынса, ҡартайып бөткәс, тиеүҙән фәтүә юҡ. Ул тыңлап та тормаясаҡ. Сәс-башыңды йолҡоп, аҡырыуҙан мәғәнә сыҡмаясаҡ, ул танмаясаҡ та, ғәфү үтенмәйәсәк тә. Кемдән кәңәш һорайым икән? ҡайҙа барып бәреләйем?” Сәғиҙәнең уйҙарының осо-ҡырыйы юҡ.
“Икәү булһаң, береңә кәңәш, берәү булһа, бүркеңә кәңәш”, – тип боронғолар дөрөҫ әйткән, үҙен генә ғәйепле һанаған Сәғиҙә хәлен, кисерештәрен бер кемгә лә һөйләргә теләмәне. Үҙем генә хәл итергә тейеш, тип уйланы.
Һыуһап та киткән, төндә лә йүнләп йоҡламағас, ҡыл өҙөрлөк тә хәле ҡалмаған, бөтә тәнендә арығанлыҡ һиҙҙе Сәғиҙә. Балалар менән бергәләп самауыр янына ултырҙылар. Уңған ҡатындың өҫтәле һыйҙан һығылып тора инде ул! Һөҙмәһе лә, әсе ҡорот та, эремсектән бешерелгән бәрәмәсе лә, ҡаймағы ла бар бында. Гөлзифаһына күҙ теймәһен инде, сейләй ҡатыҡҡа йомортҡа туҡып ҡына, ҡабартып-күпертеп ҡоймағын да ҡойоп ҡуйған. Еләк ҡайнатмаһының тәмлелеге, сәй эсеүе үҙе бер ғүмер! Балалар китеп бөткәс тә, оҙаҡ итеп, яйлап ҡына сәйен эсте лә:
– Гөлзифа ҡыҙым, ҡустың йоҡланымы, бар, һеңлеләрең менән Өйәҙелә һыу инеп килегеҙ. Туғандарыңды ҡарап алып ҡайт, – тине.
Балалар күҙҙән юғалыу менән, Сәғиҙә үҙе алып ҡайтҡан еләген таҙартып, ит турағыс аша үткәрергә, ҡайнатма яһарға, әҙерәгенән ҡаҡ ҡойорға булды. Эшкә тотонғайны, әлеге сыуалсыҡ уйҙар зиһенен биләп тә алды. Иҫенә төштө: Өйәҙебаш ауылындағы сыуаш Әким бабайға барырға. Әким бабай сихырлай, шундай аҙғындарҙың нәфсеһен баҫа, тип ишеткәне бар ине. Сәғиҙә ҡәтғи ҡарарға килде: ”Иртәгә үк барам, вис һөйләп бирәм. Ни булһа ла була. Әллә кемдәрҙе шатландырып, кәңәш һорап йөрөгәнсе, тик уға барам. Иремде нисек кире ҡайтарырға кәңәш бирер. Үҙемде нисек тоторға өйрәтер”.
...Сәғиҙә көтөү ҡыуып ҡайтҡанда, ни ғәжәп, Сәһәрйәр уянып сыҡҡан, йыуынып тора. Кистән уға әйтмәгәйне, аласыҡ янына килеп етеү менән Сәғиҙә:
– Миңә бөгөн атың кәрәк ине, үҙеңдең ашығыс эшең булмаһа, – тине.
– Ярар, – тине лә Сәһәрйәр, ат яғына ыңғайланы, әҙерәк барғас, туҡтап:
– Арбаны егәйемме, кырандастымы? – тип һораны.
– Арбаңды ек.
Сәғиҙә үҙе самауыр ҡуя, үҙенең башы тулы уй: кырандас егеп, оло табын, ҙур байрамға барамы ни шатланып, арба ла ярар. Ир сихырларға бара бит. Ул элек тә балаларын тейәп, Тулыбайҙағы апайҙарына, йә ҡолтайҙағы әсәһе менән бер туған әбейҙәренә ат менән китә лә бара торғайны. Шуғалыр инде, Сәһәрйәр: ”ҡайҙа, ниңә бараһың?” – тип тә һораманы.
Өндәшмәйенсә генә икәүләп сәй эстеләр. “Әллә минең менән һөйләшергә лә ғәрләнә инде, бригадир булғас. Кәмһенәме икән, әллә киреһенсәме икән?” – тип уйлап, Сәғиҙә һаман үҙен ғәйепле һанай. Ете бала тапһа ла, ҡып итеп торған кәүҙәһе, һеңлеһе ебәргән матур күлдәкте кейеп алғас, тағы ла сибәрләнеп китте һылыу ҡатындың. Сәсен тарап үреп, башына өйөп ҡуйып, матур аҡ яулығын бәйләгәс, театр артистарың ары торһон! ҡашыҡҡа һалып йоторлоҡ һөйкөмлө ҡатынды тәү күргәндәй, Сәһәрйәр Сәғиҙәне ситтән күҙәтә ине.
Арбаға тәүҙә Сәғиҙә иренең куфайкаһын йәйҙе, өҫтөнә юрғаны менән бергә тотоп, баланы сығарып һалды. Ел теймәҫлек итеп юрғандың ситен өҫкәрәк күтәреп ҡуйҙы. ҡояш эҫетә башлағансы юлға сыҡты. Утыҙ саҡрымға яҡын ара ат өсөн хәтһеҙ бит ул. Атын юрттырып ҡына сығып китте.
* * *
Ат үҙ яйы менән һәлмәк кенә бара башлағас, Сәғиҙә уйҙарына тағы ла ирек ҡуйҙы. “Ирһеҙ нисек йәшәргә һуң? Бар инде ул ауылда ирһеҙ йәшәгәндәр ҙә. Коммунизм төҙөйбөҙ тип йөрөгән йылдар булһа ла, ана, Заһира еңгәнең соланы ҡамыштан, ситән аҙбары ҡырҡ терәүле, емерелергә тора. Интегеп, бер үҙе бесән әҙерләй, утын килтерә. Өлкән улы Фәнилдең класташы бит. Фәнил әйтеп тора ине, әсәй, балталары шул тиклем үтмәҫ уларҙың, әллә үҙебеҙҙекен биреп торайыммы икән, тип. Балтаһын алып барып, утын ҡырҡышып ҡайтты бала. “Аталы бала – арҡалы”, – тиҙәр бит, малайына ла, ҡыҙына ла берҙәй кәрәк шул атай”.
Әким бабай көткән, уның киләсәген белгәндер. Ерән бейәнең мороно ағас ҡапҡаһына килеп төртөлгәндә ул ишек алдында йөрөй ине. Йәһәт кенә ҡапҡаһын асып, аттың теҙгененән эләктереп алды ла, һарай яғына ыңғайланы. Ат туҡтағас ҡына Сәғиҙә арбанан һикереп төштө. Бабай дилбегәне ысҡындырып, атты арбалағы бесәнгә ҡушайым, тиһә, баланы күреп ҡалды:
– Пәтәч, пында пала да пар икән, күрми дә торам, – тине.
Сәғиҙә баланы юрғаны менән бергә күтәреп, өйгә ҡарай атланы. Настя әбей тупһ