30.05.2016 Тотоп һөйөрлөк кенә!
Фотоконкурсҡа ғәҙел йомғаҡ яһалды – бишәү урынына ете кеше еңеүсе булып танылды
“Минең дуҫҡайым” фотоконкурсын әле генә иғлан иткәйнек һымаҡ, баҡтиһәң, биш ай үтеп тә киткән, имеш. Конкурсты асып ебәргән Алтынай Килмөхәмәтованың – аяғы, бесәйе Йөнтәҫбикәнең тәпәйе еңел булды, гәзит уҡыусыларыбыҙ башланғысыбыҙҙы дәррәү күтәреп алды. Бер-бер артлы килгән фотоһүрәттәргә әҫәрләнеп, хатта бәйгенең шарттарын да онотоп ебәргәнбеҙ. Әҫәрләнмәҫлек тә түгел шул: балаларыбыҙ күҙ алғыһыҙ матур! Килеп тороп һөйкөмлөләр, батырҙар, изге йәнле лә бит әле үҙҙәре! Уларҙың дуҫтары ла шундай йомшаҡ ҡына, йомро ғына, йөнтәҫ кенә. Ҡыҙ һәм малайҙарҙы ла, уларҙың эт-бесәйҙәрен дә, һарыҡ-кәзә бәрәстәрен дә, ҡаҙ бәпкәләрен дә, тауыҡ себештәрен дә, быҙауҡайҙарын да, башҡа ҡош-ҡорт, малҡайҙарын да тотоп ҡына һөйөрлөк инде!
Мәҫәлән, Күгәрсен районының Мораҡ ауылында йәшәүсе Рәсилә Байғүбәкова электән был бәйгегә әҙерләнгән тиерһең: бер нисә йыл элек төшкән фотоһында ул бәпкәләрҙе ашата. Рәсиләне бәләкәс сағынан, уңған ҡыҙ, тиҙәр, әйтмәксе лә, ялҡау булһа, ҡош-ҡортҡа әйләнеп тә ҡарамаҫ ине.
Бөрйән районының Брәтәк ауылынан Римма Зәйнуллинаны ла “ярҙамсы ҡыҙ” тип ҡылыҡһырланылар. Егәрле бала йәй көнө үҙе себештәрҙе ҡарай: уларҙы ашата, һыу ҡоя, иртән тороп тышҡа сығара, кисен йыйып, бикләп ҡуя.
Айнур менән эте Көтмөр,
Үҙҙәре шәп һәм дә бөтмөр! – тип яҙғайнылар Салауат ҡалаһында йәшәүсе Айнур Букаев тураһында. Дүрт йәшлек егеттең шәплеге ысынлап та йөҙөнә сыҡҡан!
Ейәнсура районының Юнай ауылынан килгән фотоһүрәттән, бер ҡарыштай ғына Самира Трубкулованың төймәләй генә бәрәстең тамағын туйҙырырға эшкингәнен күреп, булыр бала – бишектән, тип тел шартлаттыҡ. Эй, егәрле лә инде ул-ҡыҙҙарыбыҙ үҙебеҙгә оҡшап!
Бөрйән районының Ҡолғана ауылынан Әлиә Айытбаева төшөргән фотоларҙа Алмас менән Ғәзинурҙың икеһенә бер дуҫҡай – бесәйҙәре бик иркен йәшәгәнгә оҡшаған. Хәйбулла районының Аҡъяр ауылынан Ҡупшыҡайға ла дуҫы Дияр Ғәлин менән йәшәүе күңелле шикелле. Һәр хәлдә, икеһенең дә йөҙө ҡәнәғәт! Әбйәлил районының Рәхмәт ауылынан өс айлыҡ Илназды олатаһы Сабирйән Алтынбаев күтәреп фотоға төшкәндә, бесәйҙәре Муська ла тарихҡа инеп ҡалған. Ҡасып-боҫоп түгел, ә олатайҙың ҡулына хужаларса тәпәйен һалып.
Ҡасандыр көҙгө һыуыҡта Мәләүез ҡалаһы урамынан табылған бесәй ҙә әлеге ваҡытта үҙен хужаларса тота. Һәр хәлдә, дуҫы Элина Хәйруллинаның башына тәпәйҙәрен терәп торорға ла күп һорамай.
Әбйәлил районының Яңы Балапан ауылынан Данил Солтанов үҙенең дуҫы Бим менән уйнарға көн дә ваҡыт таба. Икәүләп фотоға төшөргә лә әүәҫтәр. Айһылыу Байсуринаны бесәйе Ҡойроҡбай ныҡ ярата: уның ҡыҙҙан бер тотам ҡалмай йөрөгәнен Айһылыуҙың әсәһе Айгөл фотоға төшөрөп алған. Ейәнсура районының Таҙлар ауылынан Марат Яҡшембәтов эте Линда менән айырылғыһыҙ дуҫтар. Марат шулай уҡ аттарға ла битараф түгел – рөхсәт итһәң, көндәр буйы толпарҙар хаҡында һөйләр ҙә ҡуйыр ине.
Өфө ҡалаһынан Алмас Абдрахманов тоғро дуҫҡайы Рекс менән фотоға төшкәйне. Бындай елле дуҫ менән Алмасҡа бер ни ҡурҡыныс түгел! Әбйәлил районының Асҡар ауылынан Нурия менән Шайморат Саламатовтарҙың да фотолары бик оҡшаны беҙгә. Күмертау ҡалаһынан алты йәшлек Наҙгөл Харрасованың дуҫы Сарманчик менән фотолары килде. Икеһендә лә дуҫтар йоҡлаған мәл ине. Йоҡоноң кәрәген биреүҙәрендә эшебеҙ юҡ, бер-береһенә оҡшатып ятыуҙарын әйт әле һин уның! Бесәй Наҙгөлдөң һәр хәрәкәтен йоҡлағанда ла ҡабатлай, ахыры. Иҫ китмәле синхронлыҡ... ой, дуҫлыҡ!
Күгәрсен районының Ай-һай Мөрсәләй ауылынан Зәлиә Ҡотлогилдина көсөктәре һәм бесәйе Мурзик менән, Мораҡ ауылынан Айтуған Ибраһимов тоғро дуҫы Нюша менән иҫтәлеккә бик матур фото төшкән. Уларҙы беҙгә ебәргән Фәйрүзә Ибраһимова-Ҡотлогилдина фото аҫтына шиғырҙар ҙа яҙған, афарин!
Йылайыр районының Йомағужа ауылында тыныс ҡына йәшәүсе Алаҡайға атланған Урал Әжибаевтың фотоһы; бесәйен ҡосаҡлап йорт ҡуяндары янынан нимәгәлер хайран ҡалып китеп барған Сара (фото авторы – Сәрбиямал Ихсанова); балалар көршәген баҫып алған Барсик (Ғафури районының Юрмаш ауылынан һигеҙ йәшлек Азалия Салауатованың бесәйе); ике айлыҡ Иҙел Әҙһәмовтың йоҡлағанына иҫе китеп ҡараған Мыраубикә (Әбйәлил районының Таштимер ауылы); ете көнлөк Рузель Әминев менән танышырға маташҡан Һарыбай (Учалы районы, Илсе ауылы); уйынсыҡ ҡосаҡлап йоҡлаған Шалун (уйынсыҡты уға шуҡ Алина Ҡаһарманова тотторған, Сибай ҡaлаhы); бесәйҙең ашағанын ғәжәп иткән Алмас (Бөрйән районының Ҡолғана ауылынан Әлиә Айытбаева төшөргән) йылмайырға мәжбүр итте.
Хәйбулла районының Үрнәк ауылынан Дания Ҡужина мал йәнле бала: һыйыр, ат, ҡош-ҡорт, эт, ҡуян – барыһына ла иғтибары, һөйөүе етә. Тик фотоларының үлсәме бәләкәй булыу сәбәпле, уларҙы гәзит битенә сығара алманыҡ. Шулай ҙа фотограф Иҙел Хәкимовҡа конкурста ҡатнашыуы өсөн ҙур рәхмәт.
Өфө районының Дорогин ауылында йәшәүсе Диана Яҡупова ла кескәй дуҫтарын бик ярата. Үҫкәс, ветеринар булам, ти ул. Күгәрсен районының Мораҡ ауылынан Гөлйемеш Байгилдина бер туған һеңлеһенең ҡыҙы Әҙилә Сәитбатталованы фотоға төшөргән. “Әҙилә шул тиклем хайуандарҙы ярата, бер ҙә ҡурҡып тормай, гел шулар эргәһендә, – тип яҙҙы ул. – Быға тиклем бесәйҙе ҡосаҡлап йөрөтә ине, хәҙер сират бәрәстәргә етте. Уға дүрт йәш. Ҙурайғас, атайым кеүек мал табибы булам, ти”. Бөрйән районының Һарғая ауылынан Эльвира Әлмөхәмәтова яҙыуынса, улы Данилдың дуҫтары бик күп. Фотоларҙан күренеүенсә, биш йәшлек малай йә ҡаҙ ашата, йә һыбай йөрөй, йә дуҫлашырға теләмәгән кәзә бәрәсен баҫтыра... Ни генә тимә, әсәһенең ярҙамсыһы үҫә.
Әбйәлил районының Буранғол ауылында йәшәүсе Рәсүл Сәлмәнов та, Баймаҡ районының Түбәнге Таһир ауылынан Арыҫлан Һаҙыев та, Күгәрсен районының Мораҡ ауылынан Баязит Сөләймәнов та кескәй дуҫтарын ярата.
Әмил Мортаев (Сибай ҡалаhы), Рәнис Ғәлин (Ғафури районы, Ҡауарҙы ауылы), Гөлиә Ваһапова (Ейәнсура районы, Байыш ауылы), Илнур һәм Ильяс Солтанғужиндар (Йылайыр районы, Ашҡаҙар ауылы), Айнур Сәфәрғәлин (Сибай ҡалаһы), Карина Саниева (Стәрлетамаҡ ҡалаһы) һәм башҡаларҙың фотоһүрәттәрен бик матур шиғри юлдар биҙәгәйне. Күгәрсен районының Үрге Һаҙ ауылынан Ғәҙел Алсынбаевтың фотолары аҫтындағы яҙыуҙар ҙа күңелгә ятты (авторы – Физалия Алсынбаева).
Эттәре, бесәйҙәре, бәпкәләре, ҡуяндары, кәзәләре, быҙауҡайҙары менән генә түгел, хатта тәлмәрйендәр, декоратив ҡомаҡ, маймыл, гөбөргәйел, йылан менән дә төшкән фотоһүрәттәр булды. Иң шәп эштәр “Йәшлек” гәзите биттәрендә донъя күрҙе. Әйткәндәй, байтаҡ фотоһүрәт, бик ныҡ оҡшаған хәлдә лә, сифаты насар булыу сәбәпле, ташҡа баҫылманы.
Бәйгенең шартына ярашлы, еңеүселәр ай һайын билдәләнеп, “Бәйләнештә” иң күп тауыш йыйған фотоһүрәттең авторы телефонына 150 һум аҡса күсерелергә тейеш ине. Ләкин, беҙ уйлағанса, иң шәп фотолар түгел, таныш-белештәре күп булғандарҙың эштәре күпселектә алға сыҡты. Шуға ла еңеүселәрҙе билдәләүҙе үҙ ҡарамағыбыҙға ҡалдырып, биш еңеүсе урынына ете кешене 150 һумға ҡарағанда байтаҡҡа ҡиммәтерәк иҫтәлекле приздар менән бүләкләргә ниәтләнек. Еңеүселәрҙе һөҙөп алғансы, ете ҡат тиргә төшөлдө, сөнки бар фотоһүрәттәр ҙә ныҡ-ныҡ оҡшаны! Гүзәллек өләшкәне өсөн конкурста ҡатнашҡан һәр кемгә ҙур рәхмәт!
Шулай итеп, “Минең дуҫҡайым” конкурсы еңеүселәре: яратҡан, айырылғыһыҙ тоғро дуҫҡайы Рекс менән Алмас Абдрахманов (авторы – Индира Вәлитова); Бөрйән районының Брәтәк ауылынан Римма Зәйнуллина (Эльмира Юлдашева); Ильвир Ишкилдин (Гөлфиә Киленбаева); Йылайыр районы Йомағужа ауылынан Ғәзизә Ҡолһарина (Айһылыу Ҡолһарина); Ейәнсура районының Байыш ауылынан Гөлиә Ваһапова (Юлиә Ваһапова); Баймаҡ районының Йылым ауылынан Гөлиә Фәхретдинова (Ғәли Фәхретдинов); Мәләүез ҡалаһынан Элина Хәйруллина (Лена Хәйруллина).
Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
1) Алмас Абдрахманов айырылғыһыҙ тоғро дуҫҡайы Рекс менән.
Авторы – Индира Вәлитова.
2) Бөрйән районының Брәтәк ауылынан Римма Зәйнуллина.
Авторы – Эльмира Юлдашева.
3) Ейәнсура районының Байыш ауылынан Гөлиә Ваһапова көсөктәре менән.
Авторы – Юлиә Ваһапова.
4) Ильвир исемле егет иң яҡын дуҫтары менән.
Гөлфиә Киленбаева.
5) Йылайыр районының Йомағужа ауылынан Ғәзизә Ҡолһарина бесәйе менән.
Авторы – Айһылыу Ҡолһарина.
6) Мәләүез ҡалаһынан Элина Хәйруллина бесәйе менән.
Авторы – Лена Хәйруллина.
7) Баймаҡ районының Йылым ауылынан – Гөлиә Фәхретдинова.
Авторы – Ғәли Фәхретдинов.