26.05.2016 Телебеҙҙән оялмайыҡ!
Һәр кемдең үҙ тыуған ере һәм туған теле бар. Минең өсөн ул – урмандарға, йылға-күлдәргә бай Башҡортостан һәм башҡорт теле. Ошо телдә мин үҙемдең тәүге һүҙҙәремде әйттем. Улары ла ниндәй! Донъялағы иң яғымлы, йылы, матур һүҙҙәр – “әсәй” һәм “атай”. Минең өсөн телем бик ҡәҙерле һәм башҡортлоғом менән ғорурланам.
Башҡорт теленең тарихы ла бик бай. Беҙ уны ентекләп өйрәнеп, киләсәк быуынға тапшырырға тейешбеҙ. Үҙеңдең ата-бабаларыңды, үҙ нәҫелеңде белмәү оят! Шуға күрә үҙ шәжәрәңде өйрәнеү, ете быуын ата-бабаңды белеү мөһим. Илдең үткәне менән тарих дәрестәрендә аныҡ факттар аша танышһаҡ, әҙәбиәт иһә башлыса халыҡтың яҙмышын, тормошон, көнкүрешен асып һала. Мәҫәлән, “Урал батыр” эпосынан беҙ тәүтормош кешеләренең нисек йәшәгәнен, ни эшләгәнен белә алабыҙ. Был эпос халыҡ ижадына ҡарай. Ул быуындан-быуынға, телдән-телгә күсеп килгән. 1910 йылда ғына Мөхәмәтша Буранғолов Ғәбит һәм Хәмит сәсәндәрҙән һөйләтеп, уны яҙып ала һәм шул ваҡыттан был эпос ташҡа баҫылған формала ғүмер итә башлай. “Урал батыр” хәҙерге ваҡытта ла бик актуаль: яҡшылыҡ менән яуызлыҡ көрәше әле һаман дауам итә. Шулай ҙа һәр заманда яҡшылыҡ барыбер өҫтөнлөк ала.
Йырҙарыбыҙ ниндәй бит әле! Улар – халыҡ күңеленең көҙгөһө һәм кешеләрҙең эске донъяһы сағылышы.
Ҡайҙа ғына ҡарама, нимәгә генә күҙ һалма – бөтә ерҙә тарих. Юҡҡа ғына:
“Уралҡайым, һинең һәр ташыңа
Ҡанлы, данлы тарих яҙылған”,
– тип әйтмәгәндәр бит. Ә ниңә ҡанлы, данлы, тип һорар, моғайын, күбеһе. Был, минеңсә, һуғыш менән бәйле. Ҡанлы һуғыштарҙа ҡатнашып, үҙ иле азатлығы өсөн ғүмерен биргән яугирҙарҙы оноторға тейеш түгелбеҙ! Беҙ булмаһаҡ, кем улар хаҡындағы тарихты киләсәк быуынға еткерер һуң?!
Бөгөн күптәр башҡорт телендә һөйләшеүҙән тартына. Аралашмағас, телебеҙ юғалыу сигенә етеп килә. Милләттәштәр, әйҙәгеҙ, үҙ телебеҙҙән оялмайыҡ, башҡорт телендә аралашайыҡ!
Гүзәлиә ҒҮМӘРОВА,
10-сы класс уҡыусыһы.
Учалы районы,
Комсомольск ҡасабаһы.