26.05.2016 “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”
“Ерҙә кеше һөйәгенән
убалар үҫкән,
Тел – тере шишмә үлмәгән,
Бөгөнгә еткән!”
(Б. Бикбай. “Туған тел”).
“Замандаш! Телебеҙ, милләтебеҙ киләсәгенә хәүеф һәр ваҡыт янаған, янай һәм янаясаҡ. Донъялар нисек кенә үҙгәрмәһен, телебеҙҙе һаҡлап ҡалырға тырышайыҡ. Беҙҙән һуң ҡалыр быуында туған телебеҙгә ҡарата һөйөү тәрбиәләйек. Быуаттар буйы һаҡланып, быуындан-быуынға күсә килеүсе рухи сылбыр – туған тел, милли рух төшөнсәһе һиндә өҙөлөп ҡалмаһын!” – ти Көйөргәҙе районының Таймаҫ ауылы егете, БР-ҙың атҡаҙанған юрисы Әмир Солтангәрәев “Таймаҫ” тигән китабында. Ул уны Башҡортостаныбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе булып үҫерҙәй, ләкин 11-се класта уҡыған сағында фажиғәле үлемгә дусар булған улы Булатҡа, бөгөнгө һәм киләсәк быуынға арнаған.
Минең алдымда Әмир ағайҙың “Яҙмыш”, “Таймаҫ” тигән китаптары һәм икенсе ауылдашым, Башҡортостандың билдәле рәссам-скульпторы Өлфәт Ҡобағошовтоң “Таймаҫ ауылы” китабы ята. Улар – Таймаҫта тыуып үҫеп, уның мәктәбен тамамлаған танылған шәхестәр. Ысын мәғәнәһендә, телем, халҡым, тип янып йөрөгән илһөйәрҙәр! Беҙгә уларҙан өлгө алырға кәрәк!
Мәктәп! Хәҙер инде ул гимназия һәм Р. Солтангәрәев исемен йөрөтә.
Мин ошо гимназияла етенсе йыл уҡыйым. Үҙем – күрше Ялсыҡай ауылы ҡыҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙебеҙҙәге гөрләп торған ике ҡатлы мәктәп 2009 йылда һүнеп ҡалды, хәҙер ул башланғыс кластар өсөн генә эшләй. Олатайым, Социалистик Хеҙмәт Геройы, Коммунистар партияһының XXV съезы делегаты Шәүәли Вахитов, депутат булараҡ, ауылдаштарының наказы буйынса мәктәп һалдырыуға ирешкәйне. Әле уға 86 йәш. Олатайым беҙгә ҡарап: “Үҙ ауылыбыҙҙа уҡый алмайһығыҙ шул, балаҡайҙарым. Донъялар ҙа үҙгәреп китте бит!”– тип уфтана.
“Эйе шул”, – тип ризалашам. Йыш ҡына үҙемә шундай һорауҙар ҡуям: “Ни өсөн бөтә ерҙә ҡыҫҡартыу ҙа ҡулайлаштырыу һуң? Ни өсөн бәләкәй ауылдарҙа мәктәптәр ябыла? Ниңә икешәр ҡатлы мәктәп һалғандар һуң? Кем ғәйепле бында?”
“Мәктәп юҡ икән – ауыл юҡ, ауыл юҡ икән – башҡорт юҡ, башҡорттоң генофонды – ауылда!” – ти бит Әмир Солтангәрәев. Дөрөҫ һүҙҙәр! Йәнәһе, бәләкәй ауылдағы мәктәпте ҙурыраҡ ауылдарға ҡушып, экономия яһала. Ни тиклем ғәҙелһеҙлек! Мәктәптәрҙе ябып, уҡытыусыларҙы ҡыҫҡартып ҡына көрсөктән сығып булһа икән ул?! Һорауҙар, һорауҙар… Тормош көйлө, илебеҙ тыныс, барыһы ла шәп кеүек, тик ниңәлер күңел урынында түгел. Аптырағас, башҡорт теле уҡытыусыһына мөрәжәғәт иттем: “Һеҙ бына нисә йыл башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытаһығыҙ, башҡорт теленә ҡараш ҡасан үҙгәреп китте һуң? Ниңә әҙәбиәт дәресе һайын, сәғәттәр һаны ҡыҫҡарҙы шул, 3 сәғәт урынына 1 сәғәт кенә ҡалды, тиһегеҙ?”
– Үткән быуаттың 80-се йылдарында башҡорт кластары менән параллель рус кластарында шөғөлләнгән башҡорт милләтле балаларға ла башҡорт теле уҡытыу индерелде. Ә инде башҡорт теле дәүләт теле итеп иғлан ителгәс, рус һәм башҡа милләт балалары ла өйрәнә башланы. “Тормош һабаҡтары” фәнен бик ҡыҙыҡһынып уҡынылар. Ул йылдарҙа туған телебеҙҙең сәскә атҡан мәле тип әйтер инем. 11-се класс уҡыусылары башҡорт филологияһы факультетына күпләп уҡырға инде, беҙҙең мәктәптән генә утыҙлап башҡорт теле уҡытыусыһы сыҡты, әле лә уңышлы эшләп йөрөйҙәр.
Бына һуңғы йылдарҙа, федераль стандарттар нигеҙендә уҡытҡас, башҡорт теленә иғтибар үҙгәрҙе, дәрестәр һаны ҡыҫҡарҙы, “Тормош һабаҡтары” бөтөнләй юҡҡа сыҡты. Хатта быйылғы уҡыу йылында рустар менән башҡорттарҙы бергә уҡыта башланыҡ бит. Башҡорттар – туған әҙәбиәт, рустар – дәүләт теле, башҡортса белмәгән башҡорт милләтле уҡыусылар үҙҙәренең дәреслектәре буйынса шөғөлләнә, ҡыҫҡаһы, өс төрлө фән бер сәғәттә өйрәнелә. Шуға минең йәнем әсей, әҙәбиәтте 15 минут эсендә генә үҙләштереп булмай. Шул уҡ рус милләтле уҡыусылар, класта берәү генә булһа ла, “родной русский язык”ты 45 минут буйы өйрәнеп ултыра. Бына һеҙ киләсәктә ошо проблемаларға иғтибар итегеҙ! – тип тамамланы һүҙен уҡытыусым.
Һорауҙарыма яуап тапҡандай булдым, ә бит барыһы ла урынында һымаҡ: олимпиадаларҙа ҡатнашабыҙ, ғилми-ғәмәли конференцияларҙа сығыш яһайбыҙ, конкурстарҙа ҡатнашып, үҙебеҙҙең көстө һынайбыҙ. Ә телгә мөнәсәбәт яйлап ҡына, күҙгә күренмәй генә ҡаҡшай икән. Былтыр башҡорт теленән ДДИ менән БДИ һайлаған уҡыусылар бар ине, быйыл берәү ҙә юҡ. Бөтәбеҙгә лә рус теле һәм математика ғына кәрәк кеүек…
Яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй, тиһәләр ҙә, үҙемә-үҙем ныҡлы итеп ҡарар ҡабул иттем: Алла бирһә, оло тормош юлына сыҡҡас, үҙ милләтемдән булған яратҡан кешем менән ғаилә ҡороп, атай-әсәйем, олатай-өләсәйҙәрем шикелле, телемде юғалтмай, башымды юғары күтәреп, артабан да үҙ балаларыма: “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй, тип әйткән райондаш яҙыусыбыҙ Б. Бикбай”, – тип өйрәтермен.
Әмир Миһран улына: “Борсолмағыҙ, рухи сылбыр миндә өҙөлөп ҡалмаҫ!” – тиермен. Шулай булһын, амин!
Илүзә ВАХИТОВА,
Р. Солтангәрәев исемендәге гимназияның
11-се класс уҡыусыһы.
Көйөргәҙе районы,
Таймаҫ ауылы.