«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Йәмғиәт » Үҙебеҙ һайлаған юл



26.05.2016 Үҙебеҙ һайлаған юл

Үҙебеҙ һайлаған юлБулат Солтангәрәев исемендәге премияға конкурс ахырына яҡынлашты. Төрлө күләмле инша-яҙмалар баҫылды, төркөмгә һалынды. Әлбиттә, телебеҙ бөйөк, тарихыбыҙ бай, тәбиғәтебеҙ хозур, әҙәбиәтебеҙ йөкмәткеле, йолаларыбыҙ изге, динебеҙ хаҡ, ғөмүмән, быларҙы бөтәһе лә беләлер. Кире ҡағырлыҡ дәлилдәр ҙә юҡ һәм булыуы мөмкин дә түгел. Ә шулай ҙа проблемалар асыҡ килеш ҡала. Аңлы ғына рәүештә хәл итеү мөмкинлеген беребеҙ ҙә аса алмайбыҙ. Ә Булаттың яҙмаларын уҡыһаң, ул ошо проблемаларҙы бөтөрөргә тырышыу юлдарын эҙләй, борсола, хәл итергә саҡыра. Ә бөгөнгө йәшәйештә ниндәй көнүҙәк мәсьәләләр бар һуң? Әйҙәгеҙ, уларҙы теҙмә рәүешендә ҡарайыҡ.

Мине борсоған төп проблемаларҙың береһе – йәштәр. Уларға эш табыуы йылдан-йыл ауырлаша, йәшәргә урын юҡ. Мәктәпте тамамлағас, ҡайҙа барырға? Ғөмүмән, БДИ тип аталған, исемен ишетеүҙән генә ҡалтырата башлаған оло һынауҙы йырып сыға алырлыҡмы? Әгәр йырып сыға алмаҫлыҡ икән, артабан ниндәй яҙмыш көтә? Үҙем теләгән юҡыу йортона инә алырмынмы, ниндәй эшкә урынлашырмын да, мине ниндәй яҙмыш көтә? Былар – һәр аңлы уҡыусыны ла борсоған, уйландырған төп һорау­ҙар. Ә яуабы бик тә ябай кеүек: күп уҡыһаң, дәрестәрҙе ҡалдырмаһаң, өйгә бирелгән эш­тәр­ҙе ваҡытында эшләһәң, йы­йып әйткәндә, тырышып яҡшы билдәләргә уҡыһаң, БДИ улай уҡ ҡурҡыныс нәмә түгел, тип әйтә олораҡ апай-ағайҙар. Тимәк, һығымта яһағанда, был һорауҙарҙың бөтәһен дә еңеп сығырлыҡ, тик үҙеңдән генә тора ла баһа! Бына мин дә, киләсәктә үҙемдең матур пландарымды тормошҡа ашырыу маҡсатында, яҡташ шағирым Рәми Ғарипов исемен йөрөткән мәртәбәле 1-се гимназияға үҙ көсөм, тырышлығым менән уҡырға индем. Ике йыл инде ошо уҡыу йорто, ата-әсә йортонан ҡала, икенсе өйөмә әүерелде. Беҙгә бында юҡ-бар уйҙарға бирелергә бер минут та ваҡыт юҡ! Иртәнән кискә тиклем, ҡырмыҫҡа илә­үендәге шикелле, һәр беребеҙ файҙалы эш менән мәшғүл. Төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙа, конкурстарҙа ҡатнашабыҙ, призлы урындар яулайбыҙ. Бын­дағы дуҫтарымдың барыһы ла уҡыуға, төрлө бәйгеләргә, йәмәғәт эштәренә шул тиклем етди ҡарай, улар­ҙың һәр береһе тик маҡтауға ғына лайыҡ. Минең әлегә маҡсатым – ошо бай традициялы гимназияны уңышлы уҡып бөтөп, үҙем теләгән юғары уҡыу йорто студенты булыу. Ошо маҡсатыма ирешһәм, бөйөк илдең бөйөк милләте йәшәгән изге еремә, халҡыма бәләкәй генә булһа ла файҙам тейер.
Икенсе ҙур проблема – алкоголизм, наркомания. Был ҡот осҡос афәтте нисек юҡ итергә, тип саң ҡаға күп ата-әсә. Был тоҙаҡҡа эләкһәң, йырып сығыуы, ай-һай, тип кәңәш бирә белгестәр. Бында ла бит төп сәбәп кешенең үҙенән тора. Айыҡ аҡыллы, айыҡ ҡарашлы йәштәр һыра, араҡы, наркотик кеүек ағыуҙы татып ҡарамаҫҡа кәрәклеген беләлер.
Өсөнсөһөнә туған тел, милләт мәсьәләләре инә. Быуаттарҙан-быуаттарға тиклем һаҡланып, яҡланып килгән ғорур ҙа, бай ҙа, нәзәкәтле лә телем артабан да юғалмаҫ! Сөнки ул – беҙҙең телебеҙҙә, аңыбыҙҙа, ҡаныбыҙҙа. Артабан – минең балаларым телендә, аңында, ҡанында, йылдар үтәсәк, быуаттар алмашынасаҡ, ә бөйөк телем минең ейән-ейәнсәрҙәремдең телен­дә буласаҡ. Аңланыңмы мине, йәштәшем, тимәк, тел проблемаһын да тап үҙебеҙ, кешеләр, генә хәл итә аласаҡбыҙ.
Дүртенсегә тирә-яҡ мөхитте һаҡлау инә. Был проблеманы проблема итеүсе лә, хәл итеүсе лә нәҡ бөйөк исемде йөрөтөүсе кеше үҙе!
Цивилизация алға киткән һайын кешелек донъяһында мәшәҡәттәр, киҫкен һорауҙар арта ғына бара. Ә кеше тигән бөйөк зат үҙенең аңын алға ебәреү урынына, киреһенсә, артҡа сигенгән шикелле. Ә артта тәрән упҡын, ана шул мин һанаған проблемалар упҡыны. Тик ниңәлер ҡайһы бер әҙәми зат шул упҡынды һайлай. Алға, алға, матур, етеш тормошҡа, тигән лозунг менән юғарыға барыусылар – милләтебеҙ күрке, таянысы һәм ышанысы! Тимәк, бөтәһе лә үҙеңдән тора, кешем, упҡынға тәгәрәһәң дә, тауға үрләһәң дә, ул юл – нәҡ һин генә һайлаған юл! Тура юл һайлаусы тиҫтерҙәремә, аяҡтарығыҙ талмаһын һәм таймаһын, тигән теләктәрҙә генә ҡалам.

Гөлназ МОФАЗАЛОВА,
Рәми Ғарипов исемендәге
1-се республика башҡорт
гимназия-интернатының
9 “Г” класы уҡыусыһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға