10.05.2016 Мин – россиянмын!
«…Рус түгелмен мин, ләкин россиян мин,
Россиян мин – ниндәй ғорурлыҡ!
Ун ғүмерең миңә кәрәк түгел,
Бер яҙмышым шуға торорлоҡ!...»
«Россиянмын», Мостай Кәрим.
Минең ҡарт ҡартатайым: «Күкрәк киреп «Мин – кешемен!» тигән кешенең йөрәгендә өс нәмәгә һөйөү һәм хөрмәт булырға тейеш. Уныһы ла – атай, әсәй һәм Ватан», – тип йыш әйтер булған. Әлбиттә, заман шандарын кисергән, һуғыш үткән, оҙон ғүмере эсендә йәмғиәт өсөн бик күп эшләгән кешенең һүҙҙәре менән килешмәйенсә булмай.
Атай-әсәйгә һөйөү һәр бер бала күңелендә бишектә үк барлыҡҡа килһә, Ватаныбыҙға ҡарата ысын хөрмәт һәм тоғролоҡ – тәрбиә орлоғо. Һәм шуның турала һүҙем.
Оло бәхетемә күрә, мин Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда донъяға килдем. Мәктәпкә барғас, «Әлифба» һәм «Букварь» уҡыным, һуңынан күңелем тулып, йәшле күҙҙәрем менән Башҡортостан һәм Рәсәй гимндарын йырланым. Телевизорҙа йәки гәзит-журналда спорт ярыштары йәки башҡа ҡаҙаныштар һөҙөмтәләрен күрһәм, шатланып, «Эйе! Беҙ – башҡорттар!» йәки «Беҙ – рәсәйҙәр бит әле!» тип әйтәм.
«Ни өсөн һин шулай итеп илеңде яратаһың?» – тип һорарһығыҙ. Минең яуабым шулай – тәрбиә. Бала саҡтан апайыма һәм миңә беҙҙең Рәсәйҙе, оло йорт, тип өйрәттеләр. Бер саҡ дәрес әҙерләгәндә көндәлек артындағы картаны ҡарап ултыра инем. Әсәйем шуны күреп: “Күрәһеңме, ҡыҙым, Рәсәй картаһы төшөрөлгәне – ул йомарт, бай, көслө, меңйәшәр Рәсәй-Әсә, ә эсендә төшөрөлгән Башҡортостан картаһы – Рәсәй-Әсәнең уң ҡулы, шуға ла улар бергә дуҫ, ярҙамсыл булып йәшәйҙәр”, – тине.
Рәсәй! Их, ниндәй бөйөк һүҙ, күпме ырыҫ, ҡот, көслө рух эркелә был һүҙҙән! Беҙҙең ил – донъялағы иң ҙур дәүләт. Илебеҙҙең Себер яҡтарының ҡырағай урмандары, Урал яғының ер аҫтында йымылдап ятҡан аҫылташтары һәм ҡиммәтле ер аҫты ҡаҙылмалары бөтмәҫ байлыҡ булып тора.
Беҙҙең Рәсәйҙә күккә ашҡан мәғрур тауҙар, донъялағы иң ҙур күл – Байкал да, вулкан-гейзерҙар ҙа, офоҡтан-офоҡҡа һуҙылған далалар ҙа бар. Урмандарҙа – кейек-януар, ҡош, төрлө-төрлө ағас, төрҙәрен һанап бөткөһөҙ үлән, хуш еҫле сәскәләр... Сылтырап аҡҡан зәңгәр һыулы йылғалары балыҡ менән тулы. Владивостоктан Калининградҡа тиклем 11 сәғәт арауығы алмашына.
Илебеҙҙең иң ҙур хазинаһы, һис шикһеҙ, уның эшһөйәр халҡы. 190-дан ашыу милләт иңде-иңгә терәп дуҫ йәшәй. Беҙгә халыҡтар дуҫлығы, милләттәр татыулығы мөһим, ҡәҙерле. Мәктәптәр, төрлө милли-мәҙәни үҙәктәр эшләй. Һәр бер милләттең байрамдары хөрмәт ителә.
Сер түгел, Бөйөк Ватан һуғышында, беҙҙең ил тик халыҡ көсө, уның йөрәгендә һүнмәҫ өмөтө, иртәнге көнгә ҡарата маҡсаты, рух ныҡлығы менән генә дошманды еңә алған. Һәр көн, һәр сәғәт, һәр минутта кешеләр көсөн, һаулығын, ғүмерен Ватан өсөн биргән. 1945 йылдың Еңеүе – ялан аяҡ йөрөгән партизан малайҙың, станок артында эшләгән һыңар ҡуллы ағайҙарҙың, мәктәптә уҡыр урынға трактор йөрөткән ҡыҙҙың, ирҙәрен, улдарын дошманға ҡаршы һуғышҡа оҙатҡан ҡатындарҙың әсе күҙ йәштәренән, икмәкһеҙ үҫкән балалар илауынан килгән тантана ул.
Һуғыштан һуң да бит дәррәү тотоноп, илде аяҡҡа баҫтырғандар. Киләсәк быуын ҡайғы күрмәһен, балалары бәхетле йәшәһен өсөн көстәрен йәлләмәгәндәр. Шулай итеп, беҙ, XXI быуаттың бәхетле балалары, ҡан йылғалары аҡҡан, беҙҙең яҡты ктиләсәгебеҙ өсөн ғүмер биргән ир-уҙамандарҙың һөйәктәре ятҡан ер өҫтөндә яҡты, тыныс тормошта йәшәйбеҙ.
Мин Рәсәй алтын тажының уртаһында йым-йым иткән эре ынйы – Башҡортостанда тыуғанмын. Уның тураһында бик күп һөйләргә була. Башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, милли үҙенсәлектәре, борондан килгән ҡанун-тәртиптәре бик тәрән.
Башҡорт ҡыҙҙарының тәбиғәттән килгән нескәлеге, баҫалҡылығы, егеттәренең саялығы, батырлығы, ололарҙы ололай, кеселәрҙе кеселәй белеүе хәҙерге йәштәр өсөн дә хас. Халҡыбыҙ әле лә ҡунаҡсыл, бал ҡорто шикелле эшлекле булып ҡалған. Киләсәк быуын башҡорт телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен онотмаһын өсөн күп эш башҡарыла: мәҙәни-музыкаль кисәләр, хәтер кисәләре үткәрелә. Республикабыҙҙың киләсәге барыбыҙҙы ла борсой.
Минең беренсе тапҡыр «Әсәй» тип әйткән, беренсе аҙымымды яһаған ерем – Баймаҡ ҡалаһы. Уны Башҡортостаныбыҙҙың йөҙөк ҡашы тиһәм дә, берәү ҙә ҡаршы булмаҫ.
Бәрәкәтле Бөрйән ырыуы башҡорттары менән бергә башҡа милләт вәкилдәре дуҫ һәм татыу көн итә. Рәсәйгә, республикаға күпме бөйөк шәхес бүләк итте был төбәк. Улар араһында кемдәр генә юҡ: шағирҙар, яҙыусылар, артистар, табиптар, инженерҙар. Шул һәр бер шәхестең һыуһынын Таналык һәм Һаҡмар һыуҙары ҡандырған, шифалы ямғырҙан һуң үҫкән арыш, бойҙай икмәге туйҙырған, һәр эште йырлап-гөрләп эшләгән халҡы менән тәрбиәләнгән. Кешеләрҙә тыуған еренә ҡарата бөтмәҫ һөйөү, бала сағы үткән ер менән тығыҙ бәйләнештә тороу ирек, күңел сафлығы бирә, шундай рухта тәрбиәләнгәндәр бер ҡасан да тыуған ерен онотмай.
Бына нимә тигән Абдулхаҡ Игебаев:
“...Заман ауыр, нужалары
Үҙәктәргә үтмәле,
Әммә зарлы донъяға ла
Нурландырырға ынтылған
Ҡояш йөрәкле халыҡтар –
Беҙ – баймаҡтар бит әле!...”
Тыуған илеңде һөйөү бала саҡтан тәрбиәләнергә тейеш. Тик шунда ғына һәр бер егет Ватаны өсөн ҡаһарманлыҡҡа әҙер буласаҡ.
Ысынын әйткәндә, минең башҡа илдә йәшәгем килмәй. Рәсәйҙең шатлыҡтарын, яңы үрҙәр үрләүен, яңы еңеү-ҡаҙаныштарын бергә уртаҡлашып, илемә кәрәк мәлдәрҙә терәк-таяныс булып, лайыҡлы гражданы булғым килә!
Ынйыгөл ИШБУЛАТОВА,
Ҡ. Дәүләткилдеев исемендәге һынлы сәнғәт гимназия-интернатының 10-сы класс уҡыусыһы.