08.04.2016 Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
1. Ғафури районының Ҡауарҙы ауылынан Эвелина Әлмөхәмәтова яратҡан дуҫҡайы – иркә Мыраубай менән.
2. Күгәрсен районының Әлмәс ауылынан Ильвир исемле егет Шарик исемле эте менән.
3. "Һарыбай" менән бергә
Машинала еләбеҙ,
Барығыҙға Ғафуриҙан
Күп сәләм ебәрәбеҙ! – ти Ғафури районының Ҡауарҙы ауылынан Рәнис Ғәлин.
4. Сибай ҡалаhынан Әмил Мортаев.
Һары ғына бәпкәләр,
Йомро-йомро йомғаҡтай.
Шул бәпкәләр эргәһендә
Кескәй Әмил ҡояштай.
5. Ейәнсура районының Байыш ауылынан Гөлиә Ваһапова көсөктәре менән.
Көсөктәрем –
дуҫтарым,
Һеҙҙе бигерәк яратам.
Һағынып мин көн һайын,
6. Йылайыр районының Ашҡаҙар ауылынан Ильяс Солтанғужин:
Дуҫым минең – пар ҡанатым,
Йондоҙ ҡашлы атҡайым.
Уның менән дуҫ булырға
Өйрәткәйне атайым.
Яҡты йөҙлө, яҡшы уйлы, тоғро дуҫым!
Яңы конкурс иғлан итергә булдыҡ. Бәйгенең исеме «Минең Дуҫҡайым» тип атала. Шарттары ябай һәм аңлайышлы: балаларығыҙҙың яратҡан кескәй дуҫтары – эттәре, бесәйҙәре, тутыйғоштары йәки башҡа йорт хайуандары менән төшкән фотоһын редакцияға ебәрергә кәрәк. Улар менән бергә уйнауы ла күңелле, ҡосаҡлашып тик ятыуы ла рәхәт, фотоға төшөрөүе лә еңел һәм ҡыҙыҡ – һүрәттәр һәр саҡ матур килеп сыға. Мотлаҡ фотограф та булыу кәрәкмәй, ҡиммәтле фотоаппарат та талап ителмәй. Бәйгелә ҡатнашырға теләк һәм ваҡыт булһа, шул етә.
Фотола кем, ҡайҙан һәм нисә йәшлек икәне яҙылырға тейеш. Шиғри юлдар менән биҙәп ебәрһәгеҙ, тағы ла яҡшыраҡ.
Еңеүселәр ай һайын билдәләнәсәк: «Бәйләнештә» иң күп тауыш йыйған фотоһүрәттең авторы телефонына 150 һум аҡса күсереләсәк. Иң шәп эштәр, әлбиттә, «Йәшлек» гәзите биттәрендә донъя күрәсәк.
Әйҙә, дуҫым, бәйгелә ҡатнаш һәм от!