«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Йәмғиәт » Туған телде һаҡлайыҡ!



01.04.2016 Туған телде һаҡлайыҡ!

Туған телде  һаҡлайыҡ! Мин Айнур Марат улы Фәйзуллин булам. Салауат ҡалаһындағы 18-се мәктәптең 10-сы класында уҡыйым. Йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашам, еңел атлетика менән шөғөлләнәм. ҡала, республика һәм Рәсәй күләмендәге ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар яуланым. Төрлө конкурста, олимпиадала үҙ көсөмдө һынарға яратам, сөнки улар кешенең үҫешенә ярҙам итә.

Туған тел. Ниндәй изге һүҙ! Һәр милләт кешеһе үҙенең әсә телен – туған телен мотлаҡ белергә тейеш. Мил­лә­тем буйынса татар малайымын. Туған телемдә рәхәтләнеп һөйләшәм, йыр­ҙар ҙа йырлай алам, тапшырыуҙар ҡарайым. Шу­ның менән ғо­рурланам. Ә мәктәптә баш­ҡорт телен өйрәнәм.
“Бөтә кеше лә үҙ телен беләме икән?” – тигән һорау тыуа миндә. Дөрөҫ, мәктәптәрҙә туған телдәр уҡытыла, уҡытыусылар бик ныҡ тырыша. Ләкин балалар русса аралаша, уҡытыу рус телен­дә алып барыла. Үҙ телендә өйҙә аралашыу бик аҙ. Ҡалала йәшәүселәр, хатта ауыл балалары ла үҙ-ара рус телендә һөйләшә. Ә туған телде өйрәнеү өсөн дәрестәр бик әҙ бүленгән.
Аралашыу аша телде өй­рәнергә, нығытырға кә­рәк. Бала туған телен, мәҙәниәтен, Башҡортоста­ны­быҙ та­рихын белергә тейеш.
Туған телде нисек һаҡлап ҡалырға? Минеңсә, эште балалар баҡсаһынан уҡ башлау зарур. Ошо йүнәлештә ата-әсәләр менән төрлө эштәр башҡарырға, туған телгә ҡарата ҡыҙыҡ­һыныу уятырға. Телен өйрән­гән балаларҙы төрлөсә бүләкләү, ҡыҙыҡлы кисәләр, конкурстар үткәреү һө­ҙөмтә бирмәй ҡалмаҫ.
Дуҫтар, туған телебеҙҙе һаҡлайыҡ, хөрмәт итәйек, күтәрәйек!

Айнур ФӘЙЗУЛЛИН.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға