«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Йәшлек гүзәле » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Алға, тик алға!”



25.03.2016 “Алға, тик алға!”

“Алға, тик алға!”Миләүшә Хәмит ҡыҙы Мөхәммәтова булам.
1999 йылдың алтын көҙөндә Ауырғазы районының йәмле Өршәк буйында урынлашҡан Ҡаҙморон ауылында яҡты донъяға килгәнмен.
Әлеге көндә 10-сы класта "дүртле" һәм "бишле" билдәләренә генә белем алам. Төрлө сарала әүҙем ҡатнашам. Буш ваҡытымда бәйләргә, йырларға, бейергә яратам.
Киләсәктә үҙемде уҡытыусы итеп күрәм. Был һөнәр эйәләре балаларҙы яҡтылыҡҡа, белемгә әйҙәй.
Минең тормош девизым: "Бер ҡасан да бирешмәҫкә, алға, тик алға!"







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға