25.03.2016 Гәзитебеҙҙең 12-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
1. Айнур Сәфәрғәлин Сибай ҡалаһынан. Ейәнсура районының Әлибай ауылында олатаһында төшкән фото.
Аттар менан дуҫ бул, тиеп
Ҡартатайым өйрәтә.
Һоло ашатам, бесән hалам,
Улар мине ярата.
2. Алһыу Әмирханова Бөрйән районының Байназар ауылынан.
3. Рәсүл Сәлмәнов Әбйәлил районының Буранғол ауылынан.
4. Йылайыр районының Ашҡаҙар ауылынан Илъяс Солтанғужин.
Дуҫым минең – пар ҡанатым,
Йондоҙ ҡашлы атҡайым.
Уның менән дуҫ булырға
Өйрәткәйне атайым.
5. Ишембай районының Әхмәр ауылынан Фидәлиә Файзетдинова яратҡан бесәйе Тигр менән.
Яҡты йөҙлө, яҡшы уйлы, тоғро дуҫым!
Яңы конкурс иғлан итергә булдыҡ. Бәйгенең исеме «Минең Дуҫҡайым» тип атала. Шарттары ябай һәм аңлайышлы: балаларығыҙҙың яратҡан кескәй дуҫтары – эттәре, бесәйҙәре, тутыйғоштары йәки башҡа йорт хайуандары менән төшкән фотоһын редакцияға ебәрергә кәрәк. Улар менән бергә уйнауы ла күңелле, ҡосаҡлашып тик ятыуы ла рәхәт, фотоға төшөрөүе лә еңел һәм ҡыҙыҡ – һүрәттәр һәр саҡ матур килеп сыға. Мотлаҡ фотограф та булыу кәрәкмәй, ҡиммәтле фотоаппарат та талап ителмәй. Бәйгелә ҡатнашырға теләк һәм ваҡыт булһа, шул етә.
Фотола кем, ҡайҙан һәм нисә йәшлек икәне яҙылырға тейеш. Шиғри юлдар менән биҙәп ебәрһәгеҙ, тағы ла яҡшыраҡ.
Еңеүселәр ай һайын билдәләнәсәк: «Бәйләнештә» иң күп тауыш йыйған фотоһүрәттең авторы телефонына 150 һум аҡса күсереләсәк. Иң шәп эштәр, әлбиттә, «Йәшлек» гәзите биттәрендә донъя күрәсәк.
Әйҙә, дуҫым, бәйгелә ҡатнаш һәм от!