«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Ташҡа йән өрөүсе оҫталар



04.12.2010 Ташҡа йән өрөүсе оҫталар

Ташҡа йән өрөүсе оҫталарРеспубликабыҙҙа халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү тармағының барлыҡҡа килеүенә 50 йыл тула. Ошо юбилейға арнап, 29 – 30 ноябрҙә Башҡор­тостан Республикаһының һөнәрселек палатаһы, Башҡортостан Республикаһы Рәссамдар һәм таш ҡырҡыусыларының ижади ойошмаһы, БР Эшҡыуар­лыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты «Оҫта-алтын ҡулдар – 2010» конкурсын ойошторҙо.
Ысынлап та, халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереүе – кәрәкле тармаҡтарҙың береһе. Бөгөн ысын оҫталарҙың эше, заман технологияларын артта ҡалдырып, юғары кимәлдә баһалана. Алты йыл рәттән үткәрелгән күргәҙмәлә 100-ләп белгес ҡатнашты. Быйылғы конкурста таштан эшләнгән уникаль әйберҙәр, матур сувенирҙар, һындар, иҫ киткес картиналар күрһәтелде. Йәнһеҙ таштан тыуҙырылған мөғжизәгә ҡарап, һоҡланып туйғыһыҙ. Көндәр генә түгел, айҙар, хатта йылдарға һуҙылған эш бер генә һөнәрсенең эше тип әйтеп булмай. Сөнки ташты табыу, эшкәртеү, ҡырҡыу һәм башҡаһы өсөн бер нисә белгес талап ителә.
Конкурста ҡатнашыусы «Артель» һәм «Девятково» предприятиеларының эштәре беҙ­ҙең генә түгел, Рәсәй, АҡШ, Япония, Германия галереяларын биҙәй. Үҙебеҙҙең Урал таштарын ҡулланып яһалған мозаикалар, иконалар, һындар­ҙың һәр береһе ҡабатланмаҫ үҙенсәлеге менән айырылып тора. Беренсенән, таштар температура үҙгәреүенә һәм химик факторҙар тәьҫиренә бирешмәй. Икенсенән, улар – Уралдың затлы хазинаһы.
БР Мәҙәниәт министрлығы, Өфө ҡалаһы хакимиәте, республика профсоюздар ойошмаһы ярҙамы менән үткәрелгән конкурс оҫталарының эше Мәскәүҙә уҙасаҡ «Ладья – 2010» конкурсына ебәреләсәк.

Гөлдәр ҒАРИФУЛЛИНА,
БДУ студенты.








Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға