21.08.2010 Әбйәлилдә әле май
«Йәшлек» гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре «Йәшлек»-фараз» конкурсы еңеүсеһе – Әбйәлил районының Яңы Балапан ауылынан Клара Зәйтүноваға бер көнөн бағышланы
Гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы барышында гәзитебеҙҙә төрлө конкурстар иғлан итеп, еңеүселәребеҙҙе ниндәй генә бүләктәр менән бүләкләмәнек! Сәй сервизы, электр сәйнүге, аҡсалата приз, телефон, телевизор, сепаратор, ит үткәргес, таҡта, бойҙай, «Йәшлек» логотибы төшөрөлгән футболкалар, хатта ат та бүләк иткән саҡтар булды. Инде хәҙер бүләк итер әйберҙәр ҙә ҡалманы кеүек. Шуға күрә быйыл икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыу барышында конкурстың шартын үҙгәртергә булдыҡ. Йәйге ҡыҙыу эш көнөндә эшсе ҡулдар етешмәүен иҫәпкә алып, еңеүсегә бөтә коллектив менән өмәгә барырға, тигән фекергә килдек. Бер яҡтан, ярҙам булһа, икенсенән, халыҡ менән яҡындан аралашыу, бер көн булһа ла ауыл тормошоноң эсендә ҡайнап ҡайтыу – үҙе бер иҫтәлекле ваҡиға булыр, тигән ниәттән, «Һеҙҙән теләк – беҙҙән эш!» тип, еңеүсенең әмерен үтәргә вәғәҙә бирҙек. Әйткән һүҙ – атҡан уҡ, «Йәшлек»-фараз» конкурсына йомғаҡ яһалыу менән Әбйәлил яҡтарына юл тоттоҡ. Еңеүсебеҙ Клара апай Зәйтүнова – Әбйәлил районының Яңы Балапан ауылынан.
Юлда йөрөгәндә, ғәҙәттә, тәбиғәткә, ауылдарҙың ултырған еренә иғтибар итәһең. Әбйәлил яҡтарының үҙ матурлығы. Күлдәргә, урман-ҡырҙарға һоҡлана-һоҡлана, тәғәйенләнгән ауылыбыҙға ла килеп еттек. Ауыл да бик матур урында урынлашҡан. Тирә-яғын тауҙар уратып алған, ауыл уртаһынан ҡыҙыл йылғаһы аға.
Клара апайҙарҙың йортон да тиҙ үк таптыҡ. Салауат Юлаев исемендәге урамдағы 1-се йорт. О-һо, урамы ниндәй ҙә, йорто ниндәй бит! Клара апай менән йорт хужаһы беҙҙе ҡапҡа тышына сығып ҡаршы алды. Тимәк, көткәндәр, тигән күңелгә йылы уй йүгереп үтте. Ә инде, әйҙүк, һаумыһығыҙ, мин Клара Зәйтүнова, мин Хәлим ағайығыҙ булам, тип, ихласлап күрешеп, әйҙүкләп ҡаршы алғас, юлда килгәндәге: «Ниндәйерәк кешеләр икән? Беҙҙе нисек ҡабул итерҙәр? Нимә эшләтерҙәр?» – кеүек борсолоулы уйҙарыбыҙ шунда уҡ юҡҡа сыҡты. Әйтерһең дә, күптәнге таныштарыбыҙға килгәнбеҙ. Һүҙҙәр ҙә тиҙ үк беректе, бер ниндәй тартыныу ҙа тойманыҡ. Быйыл ғына Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаған улдары Рәмил дә өйҙә икән. Бында кемдәр йыйылып китте икән, тип, ҡойроғон болғай-болғай, Һарығолаҡ та килеп сыҡты.
Август, йәйҙең һуңғы айы, күберәк көҙгә тартым. Ағастарҙың япраҡтары ла һарғая башлай, ҡояш та йәйге ҡайнарлығын юғалта. Әбйәлил районының Яңы Балапан ауылында ғына, әйтерһең дә, май айы, тирә-яҡ йәм-йәшел, тап йәй башындағы кеүек, сағыу йәшеллек. Үләндәр күпереп үҫкән, ә туғайҙа – яңы ғына атҡан аҡ, һары, күк сәскәләр. Әйтерһең дә, бында быйылғы тынды ҡурыр эҫе лә, ямғырһыҙ ҡоро йәй ҙә булмаған.
– Әллә һеҙҙә ҡоролоҡ булманымы? – тибеҙ, тәбиғәттең был мөғжизәһенә ғәжәпләнеп.
– Июль уртаһына тиклем ямғыр булманы. 13-тәре тәүгә яуғайны, шунан башлап, Аллаға шөкөр, көн һайын тиерлек яуа, – ти Клара апай, һөйөнөп. – Гәзиттә конкурс шарттарын уҡығас та, нимә ҡушһағыҙ, шуны эшләйбеҙ, тигәндәр, ҡыҙыҡ икән, тип уйлап ҡуйғайным. Үҙемә килерҙәр тигән уй башыма ла инеп сыҡманы. Шулай ҙа конкурста ҡатнашып ҡарарға булдым. Ваҡыт та һуң ине, мин купонды тултырғанда июнь аҙағы ине. Улым Рәмил аша биреп ебәрҙем. Күп тә үтмәне, «ҡотлайбыҙ, һеҙ «Йәшлек»-фараз конкурсының еңеүсеһе булдығыҙ!» – тип шылтыраттылар. «Нимә эшләтербеҙ икән?» Башҡа килгән тәүге уй шул булды. ҡоролоҡтан ҡурҡып, бесәнде йәһәтләп эшләп бөткәйнек. ҡаҙ өмәһенә саҡырырбыҙмы икән, тип һөйләшәбеҙ иптәшем менән. Уйлаштыҡ-уйлаштыҡ та, көҙ етһә, бушап булмай торған, эше табылыр әле, тинек тә, йәйге матур көндәрҙә саҡырырға булдыҡ.
Ғөмүмән, еңеүсебеҙ ихлас (эсендәге тышында, тиҙәр ундайҙар хаҡында), аралашырға яратыусы кеше булып сыҡты. Ә журналистарға яҡшы әңгәмәсе генә кәрәк тә! Өҫтәүенә, Клара апай ҡыйыу ҙа! Шулай булмаһа, тотош коллективты үҙҙәренә саҡырырға баҙнат итер инеме?
Юлдан һыуһап килгәнһегеҙҙер, тип, хужабикә беҙ килеп инеү менән буҙа тәҡдим итте, артабан сәйгә саҡырҙы. ҡыҙҙар уға ярҙамға ашыға. Өҫтәл һыйҙан һығылып тора! Ә инде күрше генә йәшәгән 70 йәшлек инәйҙең, «Йәшлек»тәр килеүен ишетеп, талҡан менән эремсек индереп сығыуы күңелгә айырыуса рәхәтлек бирҙе. Ауыл халҡының эскерһеҙлеге, ихласлығы – башҡортто башҡорт иткән бына ошо ҡиммәттәр бер ҡасан да юғалмаһын ине ул.
Сәй табынына ултырғас иһә баш мөхәррир, еңеүсебеҙҙе тәбрикләп, бүләктәрҙе тапшырҙы. «Йәшлек» дипломы, сәй сервизы, «Йәшлек» логотибы төшөрөлгән футболка. Ә инде сәй эсеп бөтөүгә беҙ вәғәҙәбеҙҙе үтәргә әҙер инек. Хужалар беҙҙе мал аҙығы әҙерләргә алып сығырға булды. Дөрөҫ, уңған хужаларҙың күптән бесән эҫкерте һарай янында өйөлөп ҡуйылған, ә был юлы япраҡ әҙерләйәсәкбеҙ. Кәрәк-яраҡтарҙы теүәлләп, кем өҫ-башын алмаштырып, «УАЗ»икка тейәләбеҙ. 75-се йылғы ҡоролоҡта халыҡтың машина-машина булып тейәлеп, урманға япраҡ әҙерләргә йөрөүе яҙа-йоҙа ғына хәтерҙә ҡалған. Беҙ бала саҡта уҡыусылар, уҡытыусылар, колхоз-совхоз эшселәре япраҡҡа йөрөй торғайны.
Хәлим ағайҙың бесәнлегендә ағас етерлек, эш тиҙ генә ҡыҙып та китте. Ир-егеттәр ботаҡтарҙы һындыра, беҙ уны арба янына ташыйбыҙ. Хәлим ағай ҡайҙа нимә эшләргә күрһәтмә бирә, япраҡтарҙы нисек итеп бәйләргә өйрәтә. Бәйләнгән япраҡтарҙы арбаға тейәйбеҙ. Бер һыуһын эшләп алыуыбыҙға Клара апайҙың самауыры ла ҡайнап сыҡты. Сәхрәлә самауыр сәйе эсеүе үҙе ни тора! ҡарағат япрағы ҡушып әҙерләнгән сәйҙең тәмлелеге!
Сәйҙән һуң тағы ла дәртләнеберәк эшкә тотондоҡ. Күмәкләгәс, күңелле лә, эш тә ырамлы. Шулай итеп, көтмәгәндә уйындан ғына башланған уйыбыҙ оло сараға – ҡоролоҡҡа ҡаршы көрәш акцияһына әүерелеп китте. «Йәшлек» гәзите хеҙмәткәрҙәре лә бөтә ил буйлап иғлан ителгән ҡоролоҡҡа ҡаршы көрәшкә әҙме-күпме булһа ла үҙ өлөшөн индерҙе. Быныһы айырата һөйөнөслө!
Көн кискә ауышыуға: «Мал ҡайтыуға өлгөрөр кәрәк», – тип, хужалар беҙҙе ашыҡтыра башланы. Арбабыҙҙың йөгө лә арыу уҡ булды. Тәбиғәт ҡосағында үткән йәйге матур көндән, бигерәк тә уның бушҡа үтмәүенән ҡәнәғәтлек кисереп, ҡайтыр юлға ҡуҙғалабыҙ. Юлда ҡыҙыл һыуына сумып, көн эҫеһенә ҡыҙған тәндәрҙе лә яҙып алғас, донъя бигерәк матурайып китте кеүек. ҡайтыу менән егеттәр йөктө бушатырға тотондо, япраҡтарҙы ипләп һарай башына һалып сыҡтылар. Кемдер мунсаға һыу ташый, ҡыҙҙар иһә хужабикә менән киске ашты хәстәрләй. ҡапыл ғына шулай Зәйтүновтарҙың оло бер ғаиләһенә әүерелдек тә киттек.
ҡараңғы төшөүгә ҡаҙҙар ҙа ҡайтты, уларҙы теүәлләп, һарайға индерергә кәрәк. Элегерәк үҙ ҡаҙҙарын үрсетһәләр, хәҙер инкубатор бәпкәләрен һатып алалар икән. «Быйыл арыу уҡ ҙурайғас һатып алдыҡ. Хаҡы ҡиммәтерәк булһа ла, шулай еңелерәк», – тип һөйләй Клара апай. Хужабикә һыйыр һауырға сығырға йыйынғас, беҙ ҙә уның артынан эйәрәбеҙ. Әйткәндәй, Зәйтүновтар һарыҡтарҙы күпләп көтмәй, күберәк эре малға өҫтөнлөк бирә. «Шулай отошлораҡ. Берсә күбәйтәбеҙ һыйырҙарҙы, берсә әҙәйеп китә», – ти улар. Ҙур Аҡбаш, Бәләкәй Аҡбаш, Ләлә, Зөбәйлә, Золушка – һыйырҙарҙың ниндәй генә исемдәре юҡ. Руфина Бәләкәй Аҡбашты һауырға батырсылыҡ итте. Малҡай елененә сит кешенең ҡағылыуын һиҙә, башын бороп-бороп ҡарай, урынынан күсеп-күсеп тә ала. Әммә Руфина ла ныҡыш, «Йә инде, йә, аҡыллым», – тип, һыйырҙы тынысландыра-тынысландыра үҙ эшен дауам итә. «Бына быныһы килендең һыйыры. Зөбәйләне лә кешенән һатып алдыҡ. Һыйырҙарҙың тоҡомо алмашынып тора», – тип һөйләй малдары хаҡында быҙауҙарҙы айырып бәйләшергә сыҡҡан хужа. Быҙауҙар мандыһын өсөн тәүҙәрәк һыйырҙы бөтөнләй һаумай, тик имеҙеп кенә торалар икән. Клара апай менән Хәлим ағай бөтә эште лә бергәләп эшләйҙәр. Клара апай һыйыр һауғанда ла Хәлим ағай быҙауҙарҙы имеҙеп, эйҙертеп бирә.
«Көн һайын биш-алты һыйырҙы һауыуы ауыр түгелме?» – тип ҡыҙыҡһынам Клара апайҙан. «Юҡсы, өйрәнелгән инде, бер ҙә ҡыйынлығын күрмәйем. Үҙебеҙ өсөн эшләйбеҙ бит», – ти ул, тауышында бер тамсы ла ауырһыныу юҡ. Ысынлап та, улар бер ваҡытта ла эшкә зарланмай. «Әлегә һаулыҡ барҙа эшләргә кәрәк. Беҙ тырышмаһаҡ, беҙҙең өсөн кем эшләй» – хужаның йыш ҡабатлаған һүҙҙәре.
Бына шулай, һыйырҙарҙы һауып, малды кәртә-ҡураға индереп, кем мунса инеп, эште бөтөүгә сәғәт төнгө 1 – 2-ләр тирәһе булғандыр. Шул ваҡытта ғына барыбыҙ бергә киске табын артына йыйыла алдыҡ. Эш бөткәс, иркенләп ял итергә лә, рәхәтләнеп һөйләшергә лә мөмкин.
– Һандарҙы нисек шулай дөрөҫ итеп яҙа алдығыҙ һуң? – Тиҙерәк еңеүҙәренең серен белге килә.
– Әүлиәлек, – тип бер генә һүҙ менән яуап бирҙе хужа.
Ысынлап та, Клара апайҙың һиҙемләү, тойомлау һәләте барҙыр, тип уйлап ҡуйҙыҡ беҙ ҙә, сөнки быйыл ғына ике тапҡыр район гәзите «Осҡон»да үткәрелгән конкурста еңеп, тәүге ярты йыллыҡта 1 центнер бойҙай алған, икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыу барышында үтек менән бүләкләнгән. Редакциялар биргән бүләктәрҙе ҡәҙерләп һаҡлай. Клара апайҙың ғына түгел, тотош ғаиләләренең ҡото бар уларҙың. Шулай булмаһа, кәртә тултырып мал, ҡош-ҡорт аҫрарҙар ине лә, баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерерҙәр инеме? Үҙҙәре тапҡан хәләл мал иҫәбенә йәшәй, донъя көтә бөгөн заманында «Шайморат» колхозында зоотехник, экономист булып эшләгән Хәлим ағай менән ошо уҡ хужалыҡтың бухгалтеры булған Клара апай Зәйтүновтар.
«Беҙ эшкә килгәндә колхоз гөрләп тора ине. Эшләүе лә күңелле булды, эш хаҡы ла түләнә торғайны. Яйлап-яйлап колхоз тормошо һүнә башланы. Исемен дә төрлөсә үҙгәртеп ҡаранылар», – тип хәтер ебен һүтә Хәлим ағай. Тәүҙә Хәлим ағай колхоздан китергә тигән ҡарарға килә, әкренләп Клара апай ҙа уның менән килешә. «Кеше менән аралашып, кеше араһында эшләп өйрәнгәс, тәүҙә күңелһеҙ була торғайны, хәҙер өйрәндек, шулай ҙа коллектив эш тә һағындырып китә», – ти улар, күңелдәгеһе менән уртаҡлашып.
Крәҫтиән тормошо еңел түгел инде ул, тир түгеп эшләһәң генә малың да үрсей, табыш та алып була. Шуның кеүек, Зәйтүновтарҙың да иртәһе эштән башлана ла, ҡараңғы төшөп, ятып киткәнсе эштән бушамайҙар. Көндәре генә түгел, миҙгелдәр, тотош йыл шулай эш менән үтә.
– Бер системаға һалынған да, шулай дауам итә, йәйгеһен һыйырҙың ағын эш итеп, һөтөн, ҡаймағын, эремсеген ҡалаға алып барып һатабыҙ. Унан, йәрминкәләр башланһа, иткә күсәбеҙ. Октябрҙә йөрөй башлаһаҡ, декабргә тиклем дауам итә торған. ҡаҙҙарҙы ла әҙләп-әҙләп һуйып, таҙалап, шунда һатып торабыҙ. Йәрминкәләрҙе уйлап сығарып һәйбәт иттеләр, ауыл халҡына ҙур ярҙам ул. Юғиһә интегеп үҫтергән малын сараһыҙҙан арзан ғына хаҡҡа алыпһатарҙарға тапшырып ебәрә торғайнылар. Йәрминкәлә, исмаһам, малдың хаҡын сығарып була. Әлдә ваҡытында «УАЗ»ик һатып алғанбыҙ. Бөтә йомошобоҙға шул машина ярап ҡала. Бесәнен дә ташыйбыҙ, башҡаһын да, ҡалаға һатыу итергә лә шуның менән йөрөйбөҙ. Итен дә, өҫтәлен дә, итте ваҡларға түмәрен, балтаһын, тоҡ-тоҡ картуфын булһынмы – барыһын тейәп алып китәбеҙ. Үҙебеҙҙеке генә түгел, туғандарҙыҡы ла һыя. Яҙға сығып, картуф баҙҙары асыла башлағас, картуф һатыуға күсәбеҙ. Бына шулай йыл әйләнәһенә бушамайбыҙ.
«Һәр ваҡыт алып барған тауарығыҙҙы һатып ҡайта алаһығыҙмы һуң?» – тип ҡыҙыҡһынабыҙ. «Эйе, беҙҙең үҙебеҙҙең һатып алыусыларыбыҙ бар. Улар ҙа бит өйрәнгән кешенән алыуҙы ышаныслыраҡ күрә. ҡайһы саҡта көтәсәккә лә биреп китәбеҙ, икенсе килеүебеҙгә улар аҡсаһын әҙерләп ҡуя», – ти Клара апай.
Йүнсел йүнен таба, тигәндәй, ысынлап та, һәр нәмәне эш итергә өйрәнгән Зәйтүновтар. Былтыр, мәҫәлән, бәшмәк һатып ҡына әллә күпме килем алғандар. «Бик төшөмлө шөғөл. ҡала халҡы йығылып ятып ала. Тиҙ генә барып һатып киләбеҙ ҙә йәнә урманға бәшмәк йыйырға сығып китәбеҙ. Бәшмәктәрҙе айырмай ҙа торғайныҡ, кешенән ҡарап өйрәнеп алдыҡ. Йәл, быйыл бәшмәк бик күренмәй», – тип һөйләй улар былтыр ғына асҡан шөғөлдәре тураһында.
Ғөмүмән, Яңы Балапан ауылында һәр нәмәнән аҡса эшләргә өйрәнгән халыҡ йәшәй. Күрәһең, бында ауылдың бик уңайлы урында, ике ҙур ҡала араһында, ултырыуы ла йоғонто яһайҙыр. Бер яҡта – Белорет, икенсе яҡта – Магнитогорск. Хәлим ағайҙар ҙа ҡайҙа тауар үтемлерәк, шул ҡалаға йөрөй. Техникаһы булған кеше рәхәтләнеп тиҙәген дә һата. Хәлим ағай һөйләүенсә, тиҙәк тә ҡалала бик үтемле тауар, ҡала халҡы, баҡсаға тип, «һә» тигәнсе алып бөтә икән. Бәләкәйерәк йөктө 1500 һумға, ҙурҙарын 3000 һумға «осорорға» мөмкин.
Ауылдың көнитмеше, Зәйтүновтарҙың ғаиләһе менән яҡындан таныштыҡ, Клара апайҙың йырҙарын тыңлап кинәндек. Иҫемдә, бынан 20 йыллап элек беҙҙең ауылға Башҡорт дәүләт университетынан апайымдың бергә уҡыған иптәштәре килгәйне. Көндөҙ Һаҡмар буйына барып һыу индек, кискеһен клубта концерт ҡуйҙылар. Студенттарҙың сығышын ауыл халҡы ла бик оҡшатты. Үҙе бер күңелле ваҡиға булып иҫтә ҡалғайны ул. Шуның кеүек, Клара апай ҙа: «Әлдә килдегеҙ әле, беҙҙең бер төрлө тормошобоҙға бер йәм бирҙегеҙ, күңелле булып ҡалды», – тип ҡат-ҡат ҡабатлай. Иртәгәһенә, беҙҙе күрергә тип, күрше ауылдан Клара апайҙың һеңлеһе менән кейәүе, беҙгә күстәнәс килтергән Асия инәй ҙә килде. «Шәп инәй ул. Һәр кемгә ярҙам итергә әҙер тора. ҡайҙа китһәк тә, донъяны уға ышанып ҡалдырабыҙ ҙа китәбеҙ. ҡайтыуыңа йортоң ҡараулы, малың имен. Ауылдағы балаларының донъяһына ла етешә, күрше-тирәһенә лә өлгөрә», – тип Клара апай маҡтап туя алмаған инәйҙе лә күрҙек. Йәл, Магнитогорск ҡалаһында йәшәүсе оло улдары Йәмил менән килендәре, ейәнсәрҙәре генә ҡайта алманы.
– Быйыл ауылыбыҙҙа 8 кешегә 70 йәш тула. Ололар көнөндә үткәрә торғандар. Ололарҙы хөрмәтләйҙәр ауылда, Аллаға шөкөр. Балаларымдың һәр береһенең үҙ донъяһы. Матур йәшәйҙәр, эшләйҙәр, – тип, Асия апай һалмаҡ ҡына хәл-әхүәлдәре менән уртаҡлаша. 70 йәшен ҡаршылаһа ла, йәштәрҙән ҡалышмай донъя көтә ул, өс һыйыр аҫрайҙар. Ана бит, талҡанына, ҡыҙыл эремсегенә тиклем эшләгән! Афарин, Хоҙай иҫәнлек-һаулыҡ бирһен.
Әбйәлилдән асфальт юл буйлап машинабыҙ Өфөгә ҡарай елдерә. Еңеүселәребеҙгә барып, үҙебеҙ вәғәҙә иткән бурысты үтәп ҡайтып килеү тойғоһо ла күңелгә рәхәтлек бирә, ә инде юлда оҙатып ҡалыусы матур тәбиғәт күренештәренә һоҡланып, тыуған еребеҙ, күркәм сифаттарға эйә халҡыбыҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо тағы ла көсәйә.
Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Әбйәлил районы.
Илфат ИШМӨХӘМӘТОВ фотолары.