«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Әҙәбиәт » Әҙәби конкурсҡа



14.11.2015 Әҙәби конкурсҡа

Сабырлыҡ

Әҙәби конкурсҡаСабыр иткән – моратына еткән,
Ысынмы был, ҡай саҡ шикләнәм.
Йәшәйем мин сабыр итә-итә,
Сабырһыҙға ҡарап көнләшәм.

Сабырлылар көтә үҙ сиратын,
Һүндермәйсә өмөт сыраһын.
Сабыр төбө – һары алтын тип,
Көтә улар яҙмыш яҙғанын.

Шартлап өҙөлә өмөт ептәре,
Түҙеүҙең дә була сиктәре.
Көслө рухлылар ҙа бер һына,
Мәңгелеккә юл бер аҙым ғына.

Күңел

Бөгөн тағы торҙом таңда,
Усағымда дөрләп ут яна.
Иретерме уттың ялҡыны
Йөрәктәге боҙло һалҡынды?

Йылытыр ул һалҡын өйөмдө,
Йылытырмы туңған күңелде?
Боҙҙай күңелдәрҙе иретергә
Бер йылы һүҙ етә түгелме?

Көнһылыу СӨЛӘЙМӘНОВА.
Баймаҡ районы.

Ҡәйнәм өгөтө

Килен булып төштөм әле
Ҡәйнәнең сабырына.
Йәш йөрәгем үрһәләнһә,
Өйрәтә сабырлыҡҡа.

Әсәйемде һағындым, тим,
Ҡайтам, тием ҡай саҡта.
Ҡунаҡ ҡәҙерле була, ти,
Парлашып барған саҡта.

Ғәйбәт һүҙҙәр ишетһәм дә,
Һөйләйем мин ҡәйнәмә.
Гонаһтарың түгелер, ти,
Үҙең кеше һөйләмә.
Дуҫымды ла, дошманды ла,
Һәр береһен үҙ итеп,
Ҡәйнәм ҡушҡанса йәшәйем,
Барына сабыр итеп.

Зөһрә СӘЛМӘНОВА.
Әбйәлил районы.

* * *

Һабантурғай һайрауынан
Ергә йыр-моң түгелә.
Морон төртөп ҡалҡып килә
Сабый ғына күгүлән.

Еләҫ елдәр елберләшеп,
Сәпәкәй итеп тора.
Һөрән һалып парын эҙләй
Яңғыҙ ҡалған бер торна.

Яҙҙың күркәм көндәренә
Һағыш өҫтәй ул торна.
“Һин дә эҙләш парымды, – ти, –
Ҡул ҡаушырып ултырма”.

Яңғыҙ торна зары,
Ярҙамға – юҡ әмәлем.
Ҡайҙарҙа аҙашып ҡалды
Минең дә, тим, хәләлем.

Аҙашҡан парҙарын эҙләй
Һөйөүгә зар булғандар.
Алтын тирәс – аҡ бәхеткә
Хоҡуғы бар булғандар.

Флүрә НИЗАМОВА.
Әбйәлил районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға