12.09.2015 Йөрәк яраһы
– Мансур, беҙ уларҙы дошман, тибеҙ, ә төптән уйлап ҡараһаң, кем ул бында дошман. Үҙҙәренә ҡалһа, улар үҙ илен һаҡлай. Ә беҙ ни бары хәрби приказ үтәйбеҙ. Тик шуны аңламайым: балаларын, ҡатындарын йәлләмәй нисек сәп аҫтына ҡуялар икән? Рустар әйтмешләй, әллә илдәре, ерҙәре өсөн: “Любой ценой”, – тип аяуһыҙ аҙымға баралармы икән? Миңә быларҙы күреү ауыр, аңлайһыңмы, ауыр! Тыныс халыҡтың өйҙәрен емереп, ауылдарын күккә осорабыҙ. Бер ғәйепһеҙ кешеләргә атабыҙ. Унда күпме сабый бала. Әсәйҙәрҙең күҙ йәше, ҡарғышы, рәнйеше! Ә бит улар хаҡ. Уйлаһаң, беҙ сит илдең аҫтын өҫкә әйләндерәбеҙ бит. Ҡайҙа бында ғәҙеллек? Беләһеңме?
Мине ебек тиһеңдер инде. Үҙ еремде һаҡлап яуға сыҡһам, миндә бындай күңел ғазабы булмаҫ ине. Эйе, киреһенсә, илемә баҫып ингән дошмандарҙы аяуһыҙ ҡырып, батырҙарса алышыр инем! – туҡтап тын ҡалып, ҡара янып ултыра биргәс, тағы һүҙен дауам итте. – Ошо тамуҡ утынан иҫән- һау ҡайтырға яҙһа, мин башҡаса ҡулыма бер ҡасан да ҡорал алмаясаҡмын! – тип ҡапыл тубыҡланып көрәк кеүек ҡулдарын ҡушлап ҡуйып һары ҡомды алды ла, өҫкә күтәреп, бармаҡтары араһынан үткәреп:
– Етәме һуң был ҡом беҙҙең ҡара, уңдырышлы тупраҡҡа?! Яҙырмы икән һуң беҙгә ҡайтып туған тупрағыбыҙҙы услап тоторға?
– Туҡта, ниңә ҡайтмай, ҡайтабыҙ, әлбиттә, эшкә урынлашып, яратҡан ҡыҙҙарыбыҙҙы кәләш итеп алып, бынамың итеп йәшәйәсәкбеҙ! Юҡҡа төшөнкөлөккә бирелеп ултырырға бында – тәүҙә ни әйтергә белмәй шаңҡып ултырған, Мансур ҡапыл ҡыҙып китеп, иптәшен әрләне лә ташланы.
Әмир тынып, офоҡҡа төбәлде. Ә ҡом бураны артында, офоҡта, тирә-йүнде һаран ғына ҡыҙылға мансып, ҡояш байый ине. Арала баяғынан да ауырыраҡ тынлыҡ урынлашты. Сөнки һуңғы аҙнала ғына ике тиҫтәгә яҡын инде бер туғандай булып бөткән, хеҙмәттәштәрен, һыу һөлөгөндәй егетте тыуған яҡтарға цинк табуттарҙа оҙатыуға күңел иңрәй. Яралы һалдаттарҙың ыңғырышыуы бәғерҙе телә. Хәйер, һуңғы көндәрҙә уларҙың ғына түгел, бер һалдаттың да, йөҙөндә көлөү түгел, йылмайыу әҫәре лә күрмәҫһең. Фронт һыҙығы ла, тылы ла булмаған һуғыш… аҙым һайын үлем эҙәрләй.
Беҙҙең батальон бер айҙай тирәһе Ҡаратаҡ Ҡышлағы эргәһендә ята. Ҡышлаҡтың яртыһы ер менән тигеҙләнгән. Емерек өйҙәргә ҡарап, күңел һыҙлай.
Үлек төҫөн алған урамдарҙа бер йән эйәһен дә күрмәҫһең. Көндө нисек үткәрергә белмәй, хеҙмәтте тиҙерәк тултырып ҡайтыу көндәрен һанайбыҙ, ҡалған ике ай ике йылдай тойола.
Кискә табан почта килтерҙеләр. Әмиргә лә хат бар ине. Етмәһә, кемдән бит әле, һөйгән ҡыҙынан.
– Мансур, Ләләнән хат бар!- Әмир һикерә-ырғый ситкә китеп, хатты уҡый башланы. Йөҙөндәге ваҡытынан алда барлыҡҡа килгән йыйырсыҡтар юғала барҙы. Ҡапыл Мансурға ҡарап:
– Мә , һин дә уҡыйһыңмы!
Тыуған яҡтан килгән ҡәҙерле ҡағыҙ киҫәге Мансурҙың ҡулына күсте. Тигеҙ итеп яҙылған хәрефтәр күҙ алдымда һикергеләгән кеүек тойолдо. Һөйгәненән хат алып дәртләнгән Әмир ҡолас йәйеп яңғыратып йырлап та ебәрҙе:
Уралҡайым, Уралҡайым,
Минең тыуған Уралҡайым.
Иҫән һау, ти, Уралтау, ти,
Сыңрау торнаҡай.
Бөтә взвод был яҡҡа башын бороп, тын да алмай тыңлай ине.
Күкрәк төбөнән сыҡҡан башҡорт йыры талғын ғына Афған ерҙәрен иңләп, төрлө милләт кешеләрең күңелен сорнаны.
Яйлап көндәр үтә тора. Атыш, гөрһөлдәүҙәргә өйрәнеп бөттөк. Тәүлектең ҡайһы ваҡыты булыуына ҡарамай, алышҡа сығып, һөжүмдәрҙе кире ҡағабыҙ. Көн дә үлем менән ҡапма-ҡаршы осрашыу. Эйе егеттәр тыуған ил алдында изге бурыстарын үтәгәнен асыҡ аңлай һәм уларҙың намыҫтары саф.
Хәрби хеҙмәтте тултырып ауылдарына ҡайтып төштөләр. Әмир ауылында эшкә урынлашты ла, күп тә үтмәй Ләләгә өйләнеп, шаулатып туй үткәреп ебәрҙе. Шул саҡта:
– Иҫләйһеңме, Әмир, һин МВД-ғға уҡырға барырға хыяллана инең, тигән Мансурҙың һорауына, Әмирҙең йөҙө ағарып:
– Унда минһеҙ ҙә эшләргә теләүселәр күп . Донъялар ғына имен булһын, ҡулыма бер ҡасан да ҡорал алмаясаҡмын, тигәнмен.
Бер йыл үткәс Әмирҙең шатлығы – малайҙары Илнур тыуҙы. Ике дуҫ ҡатнашып, ике йыл йәшәнеләрме-юҡмы Мансурҙы Себер тарафтарына эшкә ебәрҙеләр һәм ул шунда төпләнеп ҡалды.
Бер йыл да үтеп өлгөрмәне, дуҫының үлеп ҡалыуы тураһында телеграмма алды. Башын сайҡап ышанмай, бәләкәй ҡағыҙ остоғон ҡат-ҡат уҡып оҙаҡ ултырҙы ла, беренсе самолет менән тыуған яҡтарына осто.
Аэропортҡа килеп төшөү менән такси тотоп, Әмир йәшәгән ауылға елдерҙе. Алыҫтан уҡ күренеп ялтырап, балҡып ултырған өйҙө бөгөн ҡайғы баҫҡан. Эргәһендә өйкөм-өйкөм булып өймәкләшеп, баштарын эйеп торған кешеләрҙе күргәс кенә дуҫының үлеменә ышанды. Шул саҡ, шар асыҡ бәләкәй ҡапҡанан дуҫының Шәфҡәт ағаһы килеп сыҡты ла, ҡосаҡлап алды. Үҙе һөйләнеп-һөйләнеп илай:
– Беҙҙең Әмир был яҡты донъяны ҡалдырып китеп барҙы. Анау хәтлем Афған һуғышынан, ут эсенән иҫән -һау ҡайтып инеп, хәҙер килеп тып-тыныс ерҙә үлеп ята. Нимә етмәне уға? Бөтәһе лә бар, тағы нимә кәрәк?
Мансур Шәфҡәтте ҡосаҡлап алды, тик йыуатыр һүҙ тапманы, ә күҙе алдынан ҡанға батҡан, аяҡ-ҡулһыҙ ҡалған хеҙмәттәштәре, тыуған яҡтарға бер-бер артлы оҙатылған цинк табуттар теҙелеп үтте, ә ҡолағына миналарҙың гөрһөлдәп шартлауы, автоматтарҙың, пулеметтарҙың тыҡылдауы, яралы һалдаттарҙың ыңғырашыуы, балаларҙың, ҡатын-ҡыҙҙарҙың сеңләп илауы ап-асыҡ ишетелде. Күҙ алды сыбарланды, хәле бөтөп, теҙ-быуындары ҡалтыраны.…
– Һәйбәт булды атайың, атайың өсөн ғорурлан…
Мансур нисек эшләргә тырышмаһын, ҡулына эш барманы. Әле көрәк, әле тырма тотоп, ниҙер маташтырып ҡараһа ла, барыбер эш рәтен тапманы. Һулҡылдап, һыҙылып-һыҙылып йөрәгенең һыҙлауына түҙмәй, әкрен генә ергә сүгәләне. Оҙаҡ ҡына ергә текләп ултырҙы ла, бәрхәт һымаҡ күпереп ятҡан тупраҡҡа көрәктәй ҡулдарын батырып, һөҙгөс һымаҡ итеп устарына тултырып өҫкә күтәрҙе. Ҡәҙерләп кенә, ҡалтырына-ҡалтырана бер аҙ өҫкә күтәреп торҙо ла, яйлап ҡына устарын асып, иләк аша үткәргән шикелле, һаҡ ҡына бармаҡтары араһынан ергә ҡойҙо. Шул саҡ дуҫының һүҙҙәре ҡолағы төбөндә, яҡында ғына ап-асыҡ булып ишетелде. “Етәме һуң был ҡом беҙҙең ҡара, уңдырышлы тупраҡҡа?! Яҙырмы икән һуң беҙгә ҡайтып туған тупрағыбыҙҙы услап тоторға!?
– Эх, дуҫ, был фәжиғәлә кемде ғәйепләргә?
Ә йөҙөнә ҡарарлыҡ түгел. Ниндәйҙер тетрәнеүҙәр, һыҙланыуҙар тәрән бураҙналар булып юл ярғанлығы күренеп тора. Күҙҙәренә инеп оялаған һыҙланыуҙары, ҡара тимгел булып, буҙарып сыҡҡан йөҙөнә таралған. Ҡапыл һыҙылып-һыҙылып йөрәге ауыртыуына түҙмәй, ир дауа эҙләгәндәй, услап тупраҡты йөрәгенә баҫып һығылып төштө.
Линиза ШАКИРОВА.
Хәйбулла районы.