«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Еңеүҙәре алда әле



05.06.2015 Еңеүҙәре алда әле

Еңеүҙәре алда әлеӨфө ҡыҙы, plus size моделе Эльвира Ишморатова “Завидная красавица – 2015” халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында беренсе урын яуланы.
Ярышта Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан йыйылған 300 ҡыҙ ҡатнашты. Финалға Мәскәү, Новосибирск, Тверь, Өфө ҡалаларынан, Молдованан 20 һылыуҡай сыҡты.
Эльвира Ишморатоваға финалды асыу хоҡуғы бирелгән. Ул тәүҙә баһалама комиссияһы менән башҡортса, русса, французса, инглизсә һәм ғәрәпсә һаулыҡ һорашҡан.
Гүзәлкәй барыһын да үҙенең йылмайыуы, асыҡлығы, алсаҡлығы, наҙлылығы һәм төрлө образдарҙа килешле булыуы менән һоҡландырған.
Эльвира Ишморатованың еңеүҙәре алда әле. Уны Мәскәүгә һәм Европаға ҡыҙыҡлы проекттарҙа ҡатнашырға саҡырғандар.

А. ИШНАЗАРОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға