24.04.2015 Матурлыҡ һәм яҙ байрамы
Яҙ кеше күңеленә матурлыҡҡа ынтылыш, наҙ, һөйөү хисе өҫтәй. Һәр кем ҡырыҫ ҡыштан һуң ярһып килгән яҙҙарҙа өмөт, яҡтылыҡ һәм матурлыҡ эҙләй. Хәйер, ниңә эҙләргә һуң уны? Ул бит беҙҙең яныбыҙҙа, йәнәшәлә генә…
Тәбиғәттең матурлыҡҡа төрөнгән мәлендә Өфөнөң “Башҡортостан” концерт залында “Һылыуҡай” матурлыҡ конкурсы үтте. Илебеҙҙең төрлө төбәктәренән килгән 12 башҡорт ҡыҙы был көндө милләтебеҙҙең асылын, гүзәллеген тағы ла бер ҡат дәлилләне. Тышҡы матурлыҡтан тыш, улар белемен, күңел байлығын, мөләйемлеген, туған телгә, илгә һәм милләткә булған һөйөүен дә күрһәтте. Конкурс программаһына ярашлы, сибәркәйҙәр үҙҙәре менән таныштырҙы, киске күлдәктәрҙе, “МиЛе” компанияһында тектерелгән ҡиммәтле тундарҙы, милли кейем өлгөләрен күрһәтте. Гөлләмә эшләү оҫталығы, йыр-моңға маһирлығы менән дә башҡорт ҡыҙҙары сәхнәлә йондоҙ булып балҡыны.
Башҡорт әҙәбиәте гүзәл заттарҙан билдәле шәхестәргә, ҡатын-ҡыҙ образдарына бай. Әҙәбиәт йылы айҡанлы конкурс барышында ҡыҙҙар сәхнәлә әҙәби образдарҙа, әҙибә ролдәрендә сығыш яһаны. Бәйгеселәрҙең белем кимәлен, телде белеүен, актерлыҡ оҫталығын сағылдырған тамаша бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Сәхнәлә сағылдырылған Тәңкәбикә, Аҡсәскә, Емеш, Оло Инәй һәм башҡа бик күп образды тамашасылар күҙ йәштәре аша ҙур ғорурлыҡ менән күҙәтте. Сәхнәнән тыш, бәйгелә ҡатнашыусылар үҙҙәрен “зәңгәр экран” аша ла һынаны. “Туған тел” каналында бер аҙна дауамында көн һайын “Һылыуҡай көндәлеге” тапшырыуы барҙы.
Конкурс 23 йыл рәттән үткәрелеп, 200-ҙән ашыу сибәр ҡыҙҙы сәхнәгә сығарған. Ууларҙың һәр береһе тиерлек бәйгенең йөҙөнә тап төшөрмәйенсә эшләй һәм йәшәй. Быйылғы конкурсанттар “Һылыуҡай” йырын башҡарған саҡта үткән йылдарҙағы еңеүселәр балалары менән сәхнәгә сыҡты.
Конкурс барышында жюри ағзаларына еңелдән булманы. Береһенән-береһе сибәр, талантлы, матур һәм мөләйем 12 ҡыҙ араһынан йыл дауамында башҡорт ҡыҙының күрһәткесе буласаҡ еңеүсене билдәләү еңел эш түгел. Уларҙың һәр береһе еңеүсе исеменә лайыҡ ине. Ә шулай ҙа бәйге талаптары буйынса тик бер генә еңеүсе билдәләнергә тейеш. Быйылғы Йылайыр “Һылыуҡай” – Илнара Үтәшева. Ул әлеге мәлдә Санкт-Петербург ҡалаһында белем ала. Еңеүсе ҡиммәтле тун һәм аҫылташтар менән биҙәлгән мәрйен менән бүләкләнде. Беренсе урынды Күгәрсен һылыуы Зилиә Яппарова, икенсене Магнитогорск ҡалаһынан Светлана Кожаринова менән Салауат районынан Гөлшат Маннапова яуланы. Ә өсөнсө урынды Гөлназ Ильясова, Илнара Рахманғолова һәм Диана Мөхәмәтйәнова бүлеште. Башҡа ҡыҙҙар ҙа иғтибарһыҙ ҡалманы. Уларҙың һәр береһе төрлө номинацияларҙа билдәләнде.
Тамашаны “Һылыуҡай” конкурсында ҡатнашып, билдәлелек яулаған, башҡорт эстрадаһының йәш башҡарыусылары Анжелика Якусева, Зилиә Бәхтиева һәм Гөлнара Ибраҡованың моңло йырҙары биҙәне. Уларҙан өлгө алып, быйылғы конкурсанттар ҙа киләсәктә билдәле шәхестәр булып китер әле. “Йондоҙҙар”ҙың да йондоҙло юлы тап “Һылыуҡай”ҙан башланған бит…
Гөлнур ҠЫУАТОВА.