28.03.2015 Ғүмәровтар – лайыҡлы еңеүселәр!
Йәшлек”-фараз”да еңеү теләһә кемгә эләкмәй, еңеүселәребеҙ араһында осраҡлы кешеләр юҡ.
Тәүге хис-тойғолар
«Йәшлек»-фараз» конкурсы еңеүсеһенә – Баймаҡ районының Өмөтбай ауылында йәшәүсе Азамат Ғүмәровҡа ла, ниһайәт, бүләк тапшырылды. Төп геройҙы бүләкләргә барыуыбыҙ ауыл халҡы менән осрашыуға әүерелде. Сөнки ауылдаштарының бәйгелә отоуын өмөтбайҙар үҙҙәренең еңеүе итеп ҡабул иткәйне. Бына ҡайҙа ул берҙәмлек, татыулыҡ, ихласлыҡ!
Баҫмабыҙҙың сираттағы һанын зар-интизар булып көтөп алып, беҙҙең хаҡта ни яҙҙылар икән, тип гәзит биттәрен аҡтара башлаған Өмөтбай ауылы халҡын тынысландырырға ашығам – һеҙҙең хаҡта тик яҡшы һүҙҙәр генә яҙырға мөмкин, осрашыуҙарҙан күңелдә тик ыңғай тойғолар ҡалды! Ғөмүмән, Баймаҡ районының иң төпкөл ауылдарының береһенә йыйынғанда, үгәй балаға ҡунаҡҡа барған кеүек инек. Өмөтбайҙар бахыр ғына, осто осҡа саҡ ялғап йәшәп яталыр, һәр мөйөштән хәйерселек бөркөлөп торалыр һымаҡ тойолдо. Ауылға барып ингәйнек, йорт-ҡураларҙың төҙөклөгө, өйҙәрҙең матурлығы, урамдарҙың киңлеге һушты алды ла ҡуйҙы! Етмәһә, ҡаршыға туҡтауһыҙ еңел автомобилдәр осраны. «Опел»дәр менән ауыл халҡын аптырата ти берәүҙәр – урамдарҙы бер итеп йөрөгән ҡиммәтле сит ил машиналары үҙебеҙҙе хайран итте. Төшкә ҡәҙәр йоҡлап ятмай был ауылдың кешеләре. Йүнсел, егәрле булғас, донъялары етеш. Эшкә шәп булыуҙан тыш, матурлыҡҡа ла ынтылыштары һиҙелә – текмә, ҡапҡалар, тәҙрә ҡапҡастары зауыҡ менән буялған, тәҙрә төптәрендә гөлдәр гөрләп сәскә ата... Өмөтбайҙа ҡояш күп! Һуң, тауҙар ҙа бар бит инде унда, ә барыбер яҡтылыҡ, иркенлек, киңлек тойғоһо гел оҙата йөрөнө. Ҡояш менән, ел менән дуҫ булған, мал-тыуар, ҡош-ҡорт, баҡса тәрбиәләп, үҙ-үҙен ҡарарға ваҡыты етмәгән ауыл кешеһенең йөҙө, ғәҙәттә, ҡарағусҡыл, һөрөңкөрәк була. Ә Өмөтбайҙа халыҡтың йөҙө – асыҡ, яҡты! Ошо ауылда төпләнгәндәрҙең күңелдәре киң булғанға ауылдаштары Азамат Ғүмәровтың еңеүенә эскерһеҙ ҡыуанған, шул шатлыҡты бүлешергә ашҡынған. Бына ҡайҙан яҡтылыҡ һәм киңлек тойғоһо! Шул көндө беҙҙең менән бергә булған кешеләрҙең яҡты йөҙөнән, күңел киңлегенән!
Осраҡлы кешеләр түгел
Азамат Ғүмәровтың ғаиләһе менән күптәнге таныштар кеүек осраштыҡ. Әйтерһең дә, бер-беребеҙҙе электән беләбеҙ, тик күптән күрешмәй һағынышҡанбыҙ. Бүләктең хужаһы Азамат, оло ҡапҡаны шар асып, урамға сығып көтөп торһа, уның әсәһе Нәғимә апай беҙҙе сәк-сәк менән ҡаршы алды. Тел йоторлоҡ тәмле ризыҡ ауыҙҙа ирене лә бөттө – биллаһи, күпме ашаһаң да туймаҫһың! Шау-гөр килеп табын артына ултырғас, тиражды фаразлап, хатты Азаматтың ҡатыны Миңзәләнең яҙып ебәреүе асыҡланды.
– Үҙемдең, улдарыбыҙ Саматтың, Айбулаттың йәшен ҡуштым да, шунан һандар килтереп сығарып, редакцияға яҙып ебәрҙем, – тип һөйләне ҡунаҡтарҙы һыйлай-һыйлай Миңзәлә. – «Һаҡмар»ға ла ебәргәйнем, почтальон, береһенән отмаһаң, икенсеһенән оторһоң, тип дәртләндерҙе. Шулай итеп, уйламағанда, «Йәшлек»тә еңеү яулап ҡуйҙыҡ.
– Миңә иң тәүҙә «Йәшлек» гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков шылтыратып, еңеү хаҡында хәбәр итте, – тип һүҙҙе Азамат эләктерҙе. – Ышанмайым әле ул. Берәйһе шаярталыр тип торҙом. Аҙаҡ гәзиттә баҫылғас, ауылдаштар кемуҙарҙан шылтыратып ҡотлай башлағас ҡына тулыһынса ышандым. Бик ҡыуандыҡ!
– Ә нишләп Төркиәгә барыуҙан баш тарттығыҙ? – тигән һорауға Нәғимә апай яуапланы:
– Үҙегеҙ менән малығыҙҙы, балаларығыҙҙы алһағыҙ – барырһығыҙ, тинем, мин бит оло йәштә, мал ҡарауы ауырға төшәсәк.
Нәғимә Әбүбәкир ҡыҙы, оло йәштәмен, тиһә лә, ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашып йәшәй – ағинәйҙәр клубы етәксеһе. Һәр нәмәгә үҙ фекере булған ағинәйҙең өйө йыйнаҡ, таҙа, бүлмә тулы гөлдәр, иҙәндәге һуғылған балаҫтар ҙа күҙ яуын ала. Уның иң өлкән улы Васил – дүрт бала атаһы, Азамат кеүек, ғаиләһе менән тыуған ауылында төпләнгән. Нәсимә ҡыҙы Әбйәлил районының Тал Ҡусҡары ауылына килен булып төшкән, ҡалған ҡыҙҙары – Рәмилә, Динә һәм Наилә – Магнитогорск ҡалаһында йәшәй. Абруйлы, ихтирамлы Нәғимә Әбүбәкир ҡыҙы – ул һәм ҡыҙҙары, килен һәм кейәүҙәре өсөн өлгөлө әсәй, ҡәйнә, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн кәрәк саҡта ҡаты ла, әммә күп осраҡта йомшаҡ булған ҡәҙерле өләсәй. Ял көндәрендә, байрамдарҙа өйө бала-саға менән тула, бар эшен емертеп эшләп ҡайталар. Балаларынан уңған, бик бәхетле кеше ул Нәғимә апай! Редакцияла әйтмешләй, «Йәшлек»-фараз»да еңеү теләһә кемгә эләкмәй, еңеүселәребеҙ араһында осраҡлы кешеләр юҡ. Ә миңә ҡалһа, беҙҙең гәзит уҡыусыларыбыҙ араһында, ғөмүмән, осраҡлы кешеләр юҡ – барыһы ла ихтирамға, данлауға лайыҡ! Хас та Нәғимә Әбүбәкир ҡыҙы, Азамат һәм Миңзәлә Ғүмәровтар кеүек.
«Донъяға нисек ҡарарға күҙҙе асалыр «Йәшлек»
Өмөтбай ауылы китапханасыһы Әнүзә Мәжитова (беҙҙе ауыл буйлап йөрөтөүсе гид) ойошторған кисә шулай аталғайны. Ауыл мәктәбендә үтте ул. «Йәшлек»-фараз» конкурсында еңеүсе Азамат менән Миңзәлә Ғүмәровтарға бүләкте тантаналы рәүештә шунда тапшырҙыҡ. Мәктәп уҡыусылары, еңеүселәрҙе һәм беҙҙе ололап, шиғыр һөйләне, йыр йырланы, бейеүҙәр башҡарҙы, рәхмәт төшкөрҙәре. Әйткәндәй, яңыраҡ «Йәш бейеүсе» балалар бейеү ансамбле (етәксеһе – Зәлифә Мырҙагилдина) «Таланттар йәйғоро» конкурсында 1-се урын алған. Афарин!
Өмөтбай мәктәбе мөдире, «Төньяҡ амурҙары» клубы ағзаһы, «Йәшлек» гәзите лауреаты Айҙар Мәжитовтың исеме күптән таныш – ул беҙгә йыш ҡына матур-матур мәҡәләләр ебәреп тора. Дуҫыбыҙ етәкләгән мәктәпте бөгөндән күргәҙмәгә ҡуйырлыҡ – үҙенең музейы, һәр кабинетта видеопроекторы булған, зауыҡ менән йыһазландырылған таҙа, күркәм уҡыу йорто йылмайып-көлөп тора. Бына һиңә төпкөл ауыл!
– Йыл да баҡса тултырып емеш-еләк, картуф үҫтереп, уңышты һатып, аҡса эшләйбеҙ, шуға мәктәпте яҡшы итеп йыһазландырырға форсат бар, – тип аңлатты Айҙар Рәис улы. – Эшләгән – тешләгән бит.
Уның әйтеүенсә, еңеүсебеҙ Азамат Ғүмәров – алтын ҡуллы оҫта, ауылдағы ишек-тәҙрәләрҙе ул яһаған: «Уға линейка ла кәрәкмәй, күҙе менән генә үлсәй ҙә, теп-теүәл була ла ҡуя. Шуға уның еңеүенә һис тә аптыраманым».
Билал мәктәбе директоры Фәнүр Садиҡов та, уның фекерен йөпләп:
– Азамат тураһында уҡыу менән, шул уҡ минутта ҡотлап шылтыраттым. Ауылдаштарыбыҙ өсөн һәр ваҡыт шулай ҡыуанабыҙ, – тине. – Бөгөн «Йәшлек» байрамында ҡатнашыуыма шатмын. Оло йәштә булһаҡ та, «Йәшлек» менән һаман йәш ҡалабыҙ. Гәзиттән бер ҡасан ҡалған юҡ. Шәмбе көнөн көтөп алабыҙ, «Йәшлек» менән күңелде йыуатабыҙ, фәһем алабыҙ, ял да итәбеҙ.
«Йәшлек» менән «Юлдаш» радиоканалы ойошторған «Онотолмай «Йәшлек» юлдары» викторинаһында еңеүсе, «Хатаһыҙ ҡала» акцияһы сиктәрендә «Хаталарҙы бүләккә әйләндер» акцияһында әүҙем ҡатнашыусы Альбина Рамазанова ла ошо ауылдан булып сыҡты. Ул да, Ғүмәровтарҙың еңеүе тураһында уҡығас, бүләктең лайыҡлы кешеләргә эләгеүенә ҡыуанған.
Артабан сығыш яһаған Таңһылыу Ғайсинаны ла беләбеҙ – уның ире Айбулат боҙҙан һындар яһап, йыл да ауылдаштарын һөйөндөрә. Боҙ ҡаласығы хаҡындағы мәҡәләне Райхана Булатова беҙгә яҙып ебәргәйне. Әнүзә Хажиәхмәт ҡыҙы әйтеүенсә, ауылдаштарының һәр береһе хаҡында маҡтаулы мәҡәлә яҙырлыҡ: «Өмөтбайға килгән һайын әллә күпме материал алып ҡайтырһығыҙ». Аҡыллыға – ишара: бынан ары унда юлға саң ултыртмаҫҡа тырышырбыҙ. Етмәһә, ниәтләнгән эшебеҙ ҙә атҡарылмай ҡалды: ең һыҙғанып тороп мәсеткә обой йәбештерергә уйлағайныҡ та, стеналарҙың дымлы икәнен күреп, эште туҡтаттыҡ. Юғиһә бөгөнгө көндө мәсеткә ремонт яһалып бөтөр ине – шул тиклем, эш, тип һыуһап килгәйнек, ауыл халҡының ҡунаҡсыллығынан ҡыҙғайныҡ…
Әнүзә Мәжитова уйнатҡан викторинала һәр кем ихлас ҡатнашты, шулай ҙа Асия Бүләкова, Гөлсинә Сәйетғәлина, Таңһылыу Ғайсина, Альбина Садиҡова иң өлгөрҙәр булып сыҡты. Эй, күңелле барҙы кисә! Өмөтбайға 1956 йылда килен булып төшкән Учалы районының Ахун ауылы ҡыҙы Рәйсә Ибәтуллина, «Йәшлек»тең үҙ уҡыусыларын шулай ҡәҙерләгәнен күреп, иҫем китте, тине: «Башҡортса бөтә һүҙҙәрҙе аңлап бөтмәһәм дә, гәзитегеҙгә шул тиклем ҡыҙығып китеп яҙылдым әле. Инде гәзит аша хәлдәрегеҙҙе белеп торормон».
Әйткәндәй, Ғүмәровтарҙы тәбрикләргә, беҙҙе күрергә килгәндәр киләһе йылға гәзитебеҙгә яҙылды (өс ауылды хеҙмәтләндергән шәп почтальон Рәйсә Рәхмәтуллинаға ҙур рәхмәт!). Шул ун һигеҙ кеше араһында тиҙ генә лотерея уйнатып, һәр береһе бүләк отто (татар әбейе Рәйсә Ибәтуллинаға «Йәшлек» логотибы төшөрөлгән футболка эләкте!). Күптәрҙең, их, нишләп гәзиткә алдан яҙылдыҡ икән, беҙ ҙә бөгөн бүләкле булыр инек, тип эсе бошто. Уларҙы, моғайын да, концертыбыҙ бер аҙ йыуатҡандыр.
Һынатманыҡ!
Йүгереп йөрөп фотоаппараты менән һәр мәлде төшөрөргә ашыҡҡан Айбулат Ишназаров ошо райондыҡы, мин үҙем дә элек был төбәккә йыш йөрөнөм, ә Лилиә Сираева – Нуриман районы һылыуы, уның был яҡтарға тәүгә килеүе. Шуға ла уның ниндәй тойғолар кисереп ҡайтыуы беҙҙең өсөн айырым мөһим ине. «Баймаҡ та Баймаҡ, тиһегеҙ, артыҡ бер ере лә юҡ әле», – тип әйтеп ҡуймаһын, тип бер аҙ шөрләттергәйне. Шөкөр, өмөтбайҙар көткәндәгенән дә яҡшыраҡ, гүзәлерәк, һәр йәһәттән байыраҡ булып сыҡты. Күрҙеңме, тип маһайып, Лилиәбеҙ алдында саҡ түш һуға башламаным, әлдә ваҡытында үҙемдең Учалы ҡыҙы икәнемде иҫләнем. Хәйер, учалылар ҙа йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәне, тип күкрәк киреп ҡуяйым шулай ҙа. Учалыларҙың бында ни ҡыҫылышы бар, тип аптырамағыҙ. Ауыл халҡы Өфө артистарын телевидение, радио аша йыш күрә, ишетә, шуға уларҙы саҡырмай, был юлы, беҙҙең дә һандуғастарҙы белһендәр тип, Учалы филармонияһы солистары Илдар Жамалов менән Фларид Бирғәлинды, Миңзәлә Яхинаны Өмөтбайға алып барҙыҡ. Халыҡ-ара, республика, төбәк йыр конкурстары лауреаттары һынатманы – уларҙың сығыштарын тамашасылар тын да алмай тыңланы, залдың түшәмен күтәрерҙәй итеп алҡыштарға күмде. Йырсыларыбыҙҙы юғары баһалаған, тимәк, бойҙайҙы тиле бойҙайҙан айыра белгән тамашасыға Учалынан бейеүселәр ҙә алып барыр инек ул, тик беҙҙә яңғыҙ башҡарыусылар юҡ тиерлек, барыһы ла ансамблдә бейей. Ә тотош ансамблде (ғәҙәттә, ун парҙы) ашатып-эсереү хужаларҙың бәкәленә һуғыр ине. Тағы ла берәй конкурсыбыҙҙа еңеп, ныҡ өгөтләһәләр, бәлки, ансамбль дә алып барырға тура килер, ахыры. Яратҡан гәзит уҡыусыларыбыҙ өсөн ни эшләмәҫһең!
Ғүмәровтар, Өмөтбай ауылы халҡы, артистарыбыҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисереп, сәфәрҙән оло ҡәнәғәтлек менән ҡайттыҡ. Беҙҙе ҡолас йәйеп ҡаршылаған Нәғимә Әбүбәкир ҡыҙына, Миңзәлә һәм Азамат Ғүмәровтарға, Әнүзә Хажиәхмәт ҡыҙына, Айҙар Рәис улына, гүзәл тамаша бүләк иткән Учалы артистары Миңзәлә Яхинаға, Илдар Жамаловҡа, Фларид Бирғәлинға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Шундай дуҫтарыбыҙ булғанға йәшәүе рәхәт, күңелле!
Баныу ҠАҺАРМАНОВА.