21.03.2015
Шаян – мин, шаян – һин, шаян – беҙ
Бала саҡты һәр ваҡыт иң сағыу ваҡиғалары менән иҫкә алырға яратабыҙ. Күбеһенсә уйын, дуҫтар, мәктәп осоро тураһында матур хәтирәләр һаҡлана. Нисек кенә булмаһын, уҡыу, белем алыуҙан да бигерәк, бихисап ҡыҙыҡ мәл күңелдә йәшәй.
Шуны уйлап ҡуйҙым: беҙ бала саҡта “Шаяниум” тигән башҡортса КВН булһа, балалыҡ хәтирәләре айырыуса мауыҡтырғысыраҡ булыр инеме икән? Шаяндар һәм отҡорҙар конкурсын инде нисәмә йыл тамаша ҡылам, Өфөләге йәш милләттәштәрем өсөн бер ҡыуанам, бер уйланам, тигәндәй.
Әйткәндәй, быйылғы “Шаяниум” Әҙәбиәт йылына бағышланды һәм “Ал да нур сәс халҡыңа” тип аталды.
“Шаяниум”дың финал йырында шундай һүҙҙәр бар:
Шаянлыҡ төп шарт түгел,
Бөтә ерҙә тәртипле,
Уҡыуҙа ла беренсе
Булырға кәрәклекте
Белә бөтә шаяндар
Беҙҙең «Шаяниум»да…
Еңеүселәр
Гран-при – “ХХ централ” командаһы.
Беренсе урын – “Башҡорттар.ru”
Икенсе урын – “Ша-Шу-Ша”
Өсөнсө урын – “Хыялый зыялыйҙар”
Рус мәктәптәре араһында
Беренсе урын – “Бал” командаһы (96-сы дөйөм белем биреү мәктәбе)
Икенсе урын – “Генерал балалары” командаһы (104-се дөйөм белем биреү мәктәбе)
Өсөнсө урын – “Шаяндар” командаһы (108-се дөйөм белем биреү мәктәбе).
Бынан тыш, “шаяниум”дар төрлө номинацияларҙа билдәләнде һәм бағыусыларҙың бүләктәрен дә алды.
Ысынлап та, йәш КВН-сыларға уҡыуҙа ла һынатмауҙарын теләйек. Барыһы ла гел “дүртле”, “бишле”гә генә уҡый алмай ҙа инде, тиерһегеҙ. Юҡ, “Шаяниум”дыҡылар тырышасаҡ, сөнки улар, үҫкәс, баш ҡалабыҙҙа башҡорт элитаһы буласаҡ. Сәхнәгә сығып, ауыҙ тултырып үҙ телебеҙҙә шаяртып тороуҙарын күргәс, шундай өмөтлө уйҙар тыуа.
“Шаяниум” тарихында ниндәй генә шаяртыуҙар булманы икән?! Балаларҙы сәйәсәттән алыҫ тора тиһәләр ҙә, был һис тә улай түгел, сөнки һәр мәрәкәлә бындай темаға кинәйәләрҙе, төрттөрөүҙәрҙе ишетергә мөмкин. Заман шундай: йәш быуын өлкәндәрҙән күрә, ишетә, отоп ала. Шуға ла мәктәп уҡыусыларының шаяндар һәм отҡорҙар уйынында хатта балаларға хас булмаған шаяртыуҙар ҙа осрап ҡуя. Ә инде телефонға, компьютерға, социаль селтәрҙәргә ҡағылышлылары – төп тема. Өфөләге “Шаяниум”дың күптән инде үҙ тамашасылары, геройҙары бар. Хатта тап ошо конкурстан “үҫеп сығып”, Башҡорт асыҡ КВН лигаһының төрлө сараларында сығыш яһаусылар ҙа етерлек.
Конкурс быйыл ун өсөнсө мәртәбә үткәрелде. Әҙәбиәт йылына арналды, тип әйткәйнем үрҙә. Ойоштороусылар тәүге һынауҙың, йәғни “визитка”ның исемен “Алаһы ла, ҡолаһы ла – замана балаһы” тип атаған. Был үҙе үк конкурстың мәҙәк-мәрәкәгә ҡоролоуын аңлата. Бына хәҙер баһалап ҡара – ҡайһыһы ала ла, ҡайһыһы ҡола?! Һис ундайҙар осраманы “Шаяниум”да – барыһына ла: “Балалар, афарин!” – тип әйтке килә. Хатта рус һәм башҡа милләт балаларының ошо башҡорт КВН-ында сығыш яһап тороуы үҙе бер ваҡиға!
Барлығы 45 команда ҡатнашҡанын хәбәр иттеләр финал уйынында. Бер Өфөлә генә шул тиклем команда тупланғас... Финалға иһә, “Шаяниум” теле менән әйткәндә, иләнеп-һуғылып тигәндәй, биш команда килеп етте. Улар – “ХХ централ” (Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы), “Башҡорттар.ru” (Республика башҡорт лицей-интернаты), “Һупайлы дәрүиштәре” (Мөхәммәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы), “Ша-Шу-Ша” (Шаҡша биҫтәһенең 122-се башҡорт гимназияһы), “Хыялый зыялыйҙар” (Сипайлово биҫтәһенең 159-сы дөйөм белем биреү мәктәбе) командалары.
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов баһалауынса, “Шаяниум” кеүек саралар үҫеп килгән быуынға туған телде һәм халҡыбыҙҙың бай мәҙәниәтен өйрәтеү буйынса ыңғай йоғонто яһай.
Шулай ҙа сәхнәләге мәрәкәләрҙә ололар күҙенә күренгән һәм балалар бик аңлап та етмәгән сәйәси темаларға төрттөрөүҙәр, көс ҡулланыу күренештәре булмаһын ине. Балаға балаларса шаяртыуҙар килешәлер, минеңсә. Ситтәргә хас мәҙәктәрҙән дә былайыраҡ беҙҙең халҡыбыҙға хас шуҡлыҡтар ҙа күп бит ул. Һәм шуныһы: “Шаяниум” – башҡортса аралашыу майҙаны, сәхнәлә сығыш яһап төшкәндән һуң да балалар үҙ телебеҙҙә һөйләшеүен ташламаһа ине.
Фекерҙәр
Азат НИЗАМЕТДИНОВ, “Шаяниум”дың мөхәррире:
– Үткән “Шаяниум”дар менән сағыштырып ҡарағанда, быйылғыһы кимәлен юғары тота. Матур сығыштар, ҡыҙыҡлы мәрәкәләр күп булды. Ҡайһы бер командаларҙың Башҡорт Юниор лигаһында ҡатнашыуы уларҙың кимәлен яңы урынға сығарҙы.
Балалар менән эшләгәндә, уйын ни тиклем оҡшағанын, ҡыҙыҡһындырғанын күрәһең. Был ҡыуаныслы хәл.
Урал КӘРИМОВ, Башҡорт асыҡ КВН лигаһы идараһы рәйесе:
– “Шаяниум” – йыл һайын күп кенә баланы үҙенә йәлеп иткән күңелле сара. Минеңсә, башҡорт телендәге шаттар һәм отҡорҙар конкурстары күбәйгәс, “Шаяниум” күберәк тәрбиә һәм пропаганда эшен алып барырға тейеш. Мәҫәлән, быйыл беренсе тапҡыр 159-сы дөйөм белем биреү мәктәбе финалға сығып, башҡорт мәктәптәре менән бер рәттән һынау тотто! Тимәк, киләсәктә рус һәм башҡорт мәктәптәре бергә ҙур фестиваль форматында уйнаһа, телебеҙҙе башҡорт булмаған балалар араһында өйрәнеүселәр ҙә артасаҡ. Йәғни, киләһе йылдарҙа барлыҡ кимәлдәге мәктәп командалары ла тиң булып ярышыр, тигән ышанысым бар.
Фәнилә һәм Йәмил БАЙНАЗАРОВТАР (Архангел районы):
– Бөгөн ошо концертты күрер өсөн махсус баш ҡалабыҙға килдек. Күренекле йырсыларҙы көн дә телевизорҙан күреп торабыҙ. Беҙгә үҙебеҙҙең аранан сыҡҡан һәүәҫкәр таланттар ҡатнашҡан тамашалар танһыҡ. Тик конкурс шарттары буйынса халыҡ йырын башҡарыу мотлаҡ, тиҙәр ине, ә сәхнәлә улар әҙ яңғыраны. Шуныһы бер аҙ күңелде ҡырҙы.
Ғәлимә ЯППАРОВА (Стәрлебаш районы):
– Элек бындай юғары кимәлдә үткән саралар күп була торғайны, хәҙер бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Шуға күрә “Юлдаш” йыры” һәм ”Байыҡ” конкурстарының финал концерттарына мотлаҡ килергә тырышам. Тәүге урындар ғәҙел бирелде тип уйлайым. Үҙем өсөн яңы исемдәр астым. Яҡташым Айһылыу Ғәбдинованы күреп, ғорурлыҡ тойғоһо кисереп ултырҙым. Тик ҡайһы бер конкурсанттарҙың фонограмма менән сәхнәгә сығыуы оҡшаманы. Киләһе йылдарҙа ойоштороусылар был яҡтан ҡәтғи талаптар ҡуйһын ине.
Факил ӘБДРӘШЕВ:
– Киләһе йылда үҙем дә был конкурста ҡатнашырға иҫәп тотам. Шуға күрә ҡатнашыусыларҙың кимәлен күрер, баһалар өсөн махсус килдем. Концерт та, сығыштар ҙа матур булды. Ҡатнашыусыларҙың күбеһе ауылда йәшәй бит инде, уларҙың ҡаушау, оялыу кеүек тойғоларҙы еңеп, ҙур сәхнәлә сығыш яһарға өйрәтеү режиссерҙарға ла еңел булмағандыр.
Гөлшат ЙӘНТИЛИНА, хужабикә, ике бала әсәһе, Йылайыр районы:
– “Бәхетнамә” – ауылда йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙар өсөн фәһемле һәм кәрәкле тапшырыу. Үҙәк каналдағы тапшырыуҙарҙан айырмалы рәүештә, үҙебеҙҙең ерлектә йәшәүсе шәхестәр мосолман ҡатын-ҡыҙҙарына ғына хас булған үҙенсәлектәребеҙҙе иҫәпкә алып кәңәштәр бирә. Тапшырыуға оҙайлы ижади ғүмер теләйем.
Розалия ӘФЛӘТҮНОВА, Баймаҡ ҡалаһы, уҡытыусы:
– Тапшырыу халыҡсанлығы, ябайлығы менән күңелгә яҡын. Халыҡ араһынан ҡунаҡтар булыуы ҡыуаныслы. Тик тапшырыу кис күрһәтелһә, беҙгә, эштәге кешеләргә, даими ҡарарға мөмкинлек булыр ине. Юғиһә ҡайһы бер тапшырыуҙар менән интернет селтәре аша эҙләп танышырға тура килә.