06.03.2015 Тырыштар ҙа, уңғандар ҙа, даланлылар ҙа
Быйылғы «Йәшлек»-фараз» конкурсы еңеүселәре тап шундай кешеләр булып сыҡты
«Йәшлек»-фараз» конкурсы гәзитебеҙҙең бына нисәмә йыл дауамында ойошторолған бер матур йолаһына әүерелде. Ғәҙәттә, 500-ҙән ашыу хат ҡабул итәбеҙ. Ошоноң менән ике ҡуяндың ҡойроғон тотабыҙ, тиһәк тә була. Купон менән почта квитанцияһын һалып ебәргәс, кешеләрҙең гәзиткә яҙылғанлығы күренә һәм приздар отоу мөмкинлеге лә була.
Конкурс лотерея-фәләнгә ҡарағанда ғәҙелерәк үтә. Гәзит уҡыусы баҫмабыҙҙың тиражын фаразлап яҙғанда тик үҙенең һиҙемләүенә генә ышана. Шул уҡ мәлдә быға тиклемге тиражды ҡарап сағыштырыу ҙур файҙа килтерә. Ҡыҫҡасараҡ әйткәндә, «Йәшлек»-фараз» конкурсы гәзитебеҙҙе йәмләй һәм ябай халыҡ менән бәйләнеште нығыта.
Быйылғы тираж 10601 дана тәшкил итә. Был һанға ҡарата ни бары 11-гә генә яңылышҡан Азамат Ғүмәровҡа (Баймаҡ районының Өмөтбай ауылы) сит илгә путевка ошо арала тапшырыласаҡ.
Ә үткән йома-шәмбелә Әбйәлил районының Байым ауылында йәшәгән һәм тиражды 17-гә күберәк күрһәткән Абдрафиҡовтар, Ишбулдынан Хажиндар (+67), Баймаҡ районынан Әминевтар (+67) менән осраштыҡ. Мажараларға бай булған сәйәхәтте фотолар менән байытып бирергә булдыҡ.