«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Күңелем тулы дәрт!



06.03.2015 Күңелем тулы дәрт!

Күңелем тулы дәрт!Наҙгөл Наил ҡыҙы Иштуғанова булам. 1998 йылда ҡыштың иң матур мәлендә – 1 февралдә Башҡортостандың матур, хозур тәбиғәтле Мәсетле районының Йыланыш ауылында атай-әсәйемә ҙур ҡыуаныс булып ошо яҡты донъяға килгәнмен. Әлеге ваҡытта Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатының 11А синыфында тик «дүртле», «бишле» билдәләренә уҡып йөрөйөм.
Тормош девизы итеп матурлыҡты күреп, ҡуйған маҡсаттарға ирешеп, халҡыма, илемә файҙалы кеше булып йәшәүҙе һайланым. Бейергә, һүрәт төшөрөргә яратам, спорт менән шөғөлләнәм. Киләсәктә, уҡыуымды яҡшы тамамлап, яңы үрҙәр яулау хыялы менән йәшәйем. Атайым һәм әсәйемә яратҡан «Йәшлек» гәзите аша ҙур рәхмәт әйткем килә – миңә матур тәрбиә биреп үҫтерҙеләр. Улар менән ғорурланам һәм сикһеҙ яратам.

«Йәшлек» гүзәле – 2015» бәйгеһендә ҡатнашырға теләгән ҡыҙҙар, фотоларығыҙҙы, үҙегеҙ хаҡындағы хәбәрҙе төркөмдөң диуарына, «Йәшлек» гәзите сәхифәһенә йәки Айбулат Ишназаровҡа ебәрегеҙ. Һеҙҙең менән яҙышыу мөмкинлеге (асыҡ «личка») булһын.
«Йәшлек» гүзәле – 2015» конкурсы» төркөмөнөң адресы – https://vk.com/ye02guzel
Беҙҙең рәсми төркөм – «Йәшлек» гәзите проекты» https://vk.com/yeshlek_gazite адресы буйынса урынлашҡан. Унда республика буйынса яңылыҡтар ҡуйыла, аралашырға мөмкин.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға