19.02.2015 Ләйсән ямғыры яуғанда донъяға килгәнмен
Ләйсән Юлай ҡыҙы Нәҙерғолова булам. 1999 йылдың 5 майында, ләйсән ямғыры яуған мәлдә, хозур тәбиғәтле Йылайыр районының Юлдыбай ауылында донъяға килгәнмен. Хәҙерге ваҡытта 10-сы класта уҡып йөрөйөм. Аллаға шөкөр, яҡшы билдәләргә генә өлгәшәм.
Төрлө олимпиадаларҙа, шиғыр яҙыу, шахмат конкурстарында ҡатнашам, буш ваҡытта шиғыр яҙырға яратам. Беренсе кластан алып бейеү түңәрәгенә йөрөнөм, балалар араһындағы «Байыҡ» телевизион конкурсында ла ҡатнаштым. Былтыр ауылыбыҙҙа үткәрелгән «Һылыуҡай – 2014» конкурсында гран-при яуланым.
Мин киләсәктә журналист йәки телевидениела алып барыусы һөнәренә уҡырға хыялланам. «Тормошта үҙ урынымды табырға һәм уңышлы кеше булырға теләйем. Бер ҡасан да артҡа ҡарамай, тик алға ғына атларға!» тигән тормош девизы менән йәшәйем. Һәр бер кешенең үҙ хыялы, үҙ маҡсаты булырға, ул шуларға ынтылып, тормоштоң йәмен күреп йәшәргә тейеш.