16.01.2015 Республика «Һылыуҡай – 2015» гүзәллек бәйгеһенә әҙерлек башланды
Республика телевизион матурлыҡ конкурсы башҡорт йәштәренең милли тормошондағы көтөп алынған иң сағыу тамашаларҙың береһе һанала. 23 йыл рәттән баш ҡалала иң матур башҡорт һылыуҡайы һайлана.
Быйылғы «Һылыуҡай – 2015» конкурсы 10 апрелдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залы сәхнәһендә (элекке «Нефтсе» мәҙәниәт һарайы) үтәсәк. Һайлап алыу турҙары ҡала һәм райондарҙа февраль айында башлана. Өфөләге турҙы март башында үткәреү күҙаллана.
Финалға 12 һылыуҡай сығасаҡ. Әйткәндәй, уларҙың икәүһе билдәле. Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта үткән «Һылыуҡай» бәйгеләре еңеүселәре Әлфиә Килдейәрова һәм Лениза Әбделмәнова.
Ғәҙәттәгесә, финалға бер аҙна ҡалғас, Башҡортостан юлдаш телевидениеһында «Һылыуҡай» көндәлеге» тапшырыуы күрһәтеләсәк. Унда һәр кандидат үҙ-үҙен күрһәтә, актерлыҡ һәләттәрен аса аласаҡ. Быйылғы тапшырыуҙарҙың темаһы әлегә сер итеп тотола. Алдан билдәле булыуынса, тапшырыуҙар Өфө урамдарында һәм йәштәр ял итергә яратҡан урындарҙа төшөрөләсәк.
«Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтәсәк гала-финал сағыу шоу рәүешендә буласаҡ. Байрамға Мәскәүҙә үткән «Төрквижн – 2014» конкурсы финалсылары, «Заман» этно-рок төркөмө һәм башҡорт эстрадаһының сағыу «йондоҙо» Радик Юлъяҡшин да киләсәк.
Конкурсҡа ҡағылышлы яңылыҡтар менән «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмдә танышырға була. Адресы – https://vk.com/hylyukaykonkurs
Э. БУЛАТОВ.