«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Йәшлектән - сканворд!



08.01.2015 Йәшлектән - сканворд!

Йәшлектән - сканворд!Горизонталь буйынса: 4. Йырсы Фирүзә (…). 7. 24 сәғәт. 8. Ҡаланың бәләкәй баҡсаһы. 9. Ғәжәп итерлек хикмәтле күренеш. 11. Тәндәге ваҡ быжырҙар. 14. Үткән ваҡиғалар тураһында хикәйәләгән һүҙ. 18. Докторлыҡ диссертацияһы әҙерләүгә беркетелгән ғалим. 21. Һыбайлы сыбыртҡыһы. 22. Һарыҡ, кәзәнең көҙгө бәрәсе. 23. Ер шарын солғап алған газ хәлендәге ҡатлам. 24. Һөргән ерҙе йомшарта торған ҡорал. 25. Машиналар йөрөгән оло юл. 26. Бер үркәсле дөйә. 28. Серетер өсөн һыуға һалған йүкә. 30. Оҙон яланғас һабаҡлы ҡыр үләне. 31. Вагон башындағы майҙансыҡ. 32. Ҡара сәс буяуы. 33. Фильм өсөн төшөрөлгән кадр­ҙарҙан кинотаҫма төҙөү. 34. Шыйғалаҡлап торған ҡуйы шыйыҡса.

Вертикаль буйынса: 1. Даими йәшәү, эшләү урыны булмай илдән илгә йөрөгән ярлы кеше. 2. Шағирә (…) Ситдиҡова. 3. Оҙон йыуан бүрәнә. 5. Бер нисә музыкаль тауыштың гармоник ҡушылышы. 6. Шағир (...) Кинйәбулатов. 10. Таксиға түләүҙе күрһәткән прибор. 12. Йөрәктән сыҡҡан йыуан ҡан тамыры. 13. Күгәрсен күҙе һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған күп йыллыҡ эре үлән. 15. Йәш бәрәс тиреһе. 16. Һирәк йөн тауарҙан теккән сәкмән. 17. Ваҡ тау йылғаларындағы саф һыуҙағы затлы балыҡ. 19. Шиғыр юлдарының ауаздашлығы. 20. Төньяҡ санаһы. 24. Мәрсен һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған эре йыртҡыс балыҡ. 27. Ҡырҡындынан ҡоралған ҡаралды. 28. Йәш ҡымыҙ. 29. Әйберҙәргә бирелгән исем. 30. Төп хужаларҙан буш өйҙә йыйыла торған йәштәр кисәһе.

Гәзитебеҙҙең 50-се һанында сыҡҡан кроссвордтың яуаптары

Горизонталь буйынса: шар, һағыҙаҡ, ысыҡ, ваба, донъя, тәҙрә, ябай, кәзә, сәскә, бокал, робот, атлет, байрам, әйләнә, маска, шыршы, бабай.
Вертикаль буйынса: һарыҡ, ҡаҙы, сана, Санта, Ҡояш, ватт, биҙрә, ислам, кәртә, салют, карта, бәлеш, абаға, шайба.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға